Алтын туй – йылдар һынауына бирешмәгән оло мөхәббәттең сағылышы ул. Тормош юлын иңгә-иң терәшеп үткән, шатлыҡлы мәлдәрҙе лә, ауыр һынауҙарҙы ла бергә-бергә кисергән бәхетле ир менән ҡатын һәр саҡ һоҡланыу һәм ихтирам тойғоһо уята. Бөгөнгө мәҡәләбеҙ геройҙары Зәкир Мөхтәр улы менән Мөнирә Ғәлимйән ҡыҙы Мөҡминовтар тап шундай дан ғаиләләрҙең береһе. Ауылдаштары, туғандары өсөн өлгө булған, ярты быуат буйына һөйөүгә тоғро ҡалған матур пар улар. Мөҡминовтар ғаиләһе бына инде 50 йыл Юлдыбай ауылында татыу ғүмер кисерә.
Ғаилә башлығы мәктәпте тамамлағандан һуң Баймаҡ ҡалаһындағы 39-сы һөнәрселек училищеһында радио-телемеханикка уҡып сыға. Уны тамамлағандан һуң йүнәлтмә буйынса Ҡыйғы районына эшкә ебәрелә. 1971 йылда Совет армияһы сафына алына, алыҫ Белоруссияла сержанттар мәктәбендә хеҙмәтен уңышлы тултырып ҡайта. Артабан йәш егет Юлдыбайҙағы һөнәрселек училищеһында тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә. Һуңынан Зәкир Мөхтәр улын ошо уҡ уҡыу йортонда производствоға өйрәтеү мастеры итеп тәғәйенләйҙәр. Хеҙмәтте яратҡан, һәр йөкмәтелгән эшкә яуаплы ҡараған йәш белгес 1977 йылда «Юлдыбай» совхозына диспетчер-радиотехник булып күсә. Шул йылдарҙа белемен камиллаштырыу маҡсаты менән ул Бәләбәй ауыл хужалығы электрлаштырыу һәм механизациялау техникумына уҡырға инә.
Иң ҡыҙыу эш мәлдәрендә, сәсеү һәм урып-йыйыу ваҡытында Зәкир Мөхтәр улы К-700 тракторында һәм комбайндарҙа йөрөй. Ә 1986 йылда Юлдыбай ауылында телевизион радио станцияһы (РРТПЦ) төҙөлгәс, уны электромеханик вазифаһына эшкә саҡыралар. Үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙың бар нескәлектәрен белгән хеҙмәткәр оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә бер нисә тапҡыр аҡсалата премияға лайыҡ була һәм ике йыл рәттән «РРТПЦ-ның иң яҡшы электромеханигы» тип таныла. Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте тигәндәй, 2013 йылда хеҙмәттә күрһәткән уңыштары өсөн Зәкир Мөхтәр улына «Башҡортостан Республикаһының элемтә ветераны» исеме бирелә. Әле лә сафта ул, «Спутник-Телеком» акционерҙар ойошмаһында уңышлы эшләп йөрөй.
Тормош иптәше Мөнирә Ғәлимйән ҡыҙы мәктәпте тамамлағандан һуң Өфө ҡалаһындағы кооперация техникумына уҡырға инә. Һатыусы һөнәрен алып, Юлдыбай ауылына эшкә ҡайта. Башта уҡыған һөнәре буйынса эшләһә, һуңғараҡ “Юлдыбай” совхозында диспетчер, аҙаҡ секретарь, эш башҡарыусы була. Аҙаҡ, совхоз тарҡалыу сәбәпле, почта бүлексәһенә эшкә күсә. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, бар ерҙә лә һынатмай ул: намыҫлы һәм яуаплы хеҙмәткәр коллегалары, ауылдаштары араһында ҙур абруй ҡаҙанып өлгөрә. Күп тапҡырҙар Юлдыбай участкаһының һайлау комиссияһы ағзаһы була, өс тапҡыр Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнаша. Ундағы уңыштары өсөн Рәсәй Федерацияһының статистика буйынса Дәүләт комитетының «2002 йылда халыҡтың һанын алыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн» билдәһе менән наградлана. «Хеҙмәт ветераны» исемен йөрөткән Мөнирә Ғәлимйән ҡыҙы 2010 йылдан алып хаҡлы ялда.
Пенсияла булыуға ҡарамаҫтан, ул бөгөн дә тик ултырмай, әүҙем тормош алып бара. Юлдыбай ауылының «Аҡйондоҙ» ҡатын-ҡыҙҙар халыҡ вокал ансамблендә сығыш яһай.
– Күңелһеҙләнергә ваҡыт юҡ. Донъя көтәбеҙ, мал-тыуарыбыҙ ишле, бал ҡорттары тотабыҙ. Яҙҙан көҙгә тиклем һәр төрлө йәшелсә, емеш-еләк үҫтерәбеҙ. Быларҙың барыһында ла балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ ныҡ ярҙам итә, – ти өс балаға ғүмер бүләк иткән Мөҡминовтар.
Барыһына ла лайыҡлы белем һәм тәрбиә биргәндәр улар. Өлкән улдары Рәмил кәләше Ләйсән менән Сибай ҡалаһында, ҡыҙҙары Илгизә Рөстәм кейәүҙәре менән Йылайыр ауылында йәшәй. Ә кесе улдары Ринат кәләше Оксана менән Сорғот ҡалаһында төпләнгән.
Тормоштоң матурлығын күрә белгән, уның барлыҡ мөмкинлектәрен ҡулланып, матур һәм һоҡландырырлыҡ итеп донъя көткән Мөҡминовтар туғандары, дуҫтары өсөн өҙөлөп тора. Ауыл һәм район кимәлендә үткәрелгән сараларҙа ҡатнашып, һәр ваҡыт кеше араһында булырға тырыша улар.
Быйылғы йыл Мөнирә Ғәлимйән ҡыҙы һәм Зәкир Мөхтәр улы өсөн айырыуса иҫтәлекле. Сөнки улар бергә тормош көтөүҙәренең илле йыллығын билдәләй. Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа уларҙы ҡотлайбыҙ. Балалар ҡыуанысы, именлек, һаулыҡ һәм бөгөнгөләй татыу, бәхетле ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ!