Ауыл уттары
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡулдарынан гөл тамыҙа, булмышынан нур ағыла...

Оҫта ҡуллы кешеләр һәр ваҡыт һоҡланыу тойғолары уята. “Ҡулдарынан гөлдәр тама”, ¬¬– тиҙәр ундайҙар тураһында. Ҡашҡар ауылында йәшәүсе Зәкиә апай Мостафинаның эштәре лә иҫ киткес зауыҡ менән айырылып тора.

Ҡулдарынан гөл тамыҙа, булмышынан нур ағыла...
Ҡулдарынан гөл тамыҙа, булмышынан нур ағыла...

Зәкиә Ислам ҡыҙы сығышы менән Ишембай районының хозур тәбиғәтле, Торатау итәгендә урынлашҡан Урманбишҡаҙаҡ ауылынан.
Матурлыҡты яратҡан ҡыҙ мәктәпте тамамлағандан һуң тегенсе һөнәрен үҙләштерә. Ҡатын-ҡыҙ өсөн бик тә кәрәк булған был шөғөлгә эйә булғас, ул бер йыл Ишембайҙа тегенсе булып эшләп ала.
Ләкин бүтән теләге көслөрәк булып сыға уның. Бала сағынан уҡытыусы булырға хыялланған маҡсатлы ҡыҙ Салауат педучилищеһына уҡырға инә. Ғәмһеҙ студент йылдары тиҙ генә үтеп китә, ҡулына диплом алған йәш, өмөтлө белгесте йүнәлтмә буйынса Йылайыр районына эшкә ебәрәләр.
Башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә килгән Зәкиә Ислам ҡыҙын Ишбулды башланғыс мәктәбенә тәғәйенләйҙәр. Йәш, һөйкөмлө педагогты уҡытыусылар коллективы ихлас ҡаршы ала һәм тиҙ арала үҙ кешеһе итеп ҡабул итә. Уҡытыусы эше, билдәле, бик тынғыһыҙ. Нисек кенә булмаһын, Зәкиә апай, тәжрибә туплап, үҙенең эшенә бик етди һәм яуаплы ҡараған остаз булараҡ билдәлелек яулай. Әллә күпме уҡыусыны тәү башлап белем донъяһына оҙатҡан педагог бик тиҙ арала уҡыусылары араһында лайыҡлы абруй ҡаҙанып өлгөрә.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында, бигерәк тә уҡытыусы һөнәрен үҙ итеүселәрҙең күптәре йүнәлтмә буйынса төрлө райондарға эшкә ебәрелеп, шунда уҡ үҙ парын, буласаҡ тормош иптәшен осрата. Зәкиә Ислам ҡыҙы ла 1975 йылда Ишбулды ауылының егәрле, тырыш һәм уңған егеттәренең береһе булған Биктимер Йәнтимер улыны кейәүгә сыға. Йәштәр матур итеп ғаилә ҡора, ауылдаштарына өлгө булып татыу ғына йәшәй башлай. Ишбулдыла биш йыл йәшәгәндән һуң йәштәр Ҡашҡар ауылына күсеп сыға. Мөхәббәт емештәре булып Мостафиндар ғаиләһендә өс малай һәм бер ҡыҙ донъяға килә. Әле уларҙың барыһы ла эйәле башлы булып, һәр кемеһе үҙ ғаиләләре менән матур ғүмер кисерәләр. Оло улдары Радик кәләше Нәзимә менән бер ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр, Йылайыр ауылында төпләнгән улар. Икенсе улдары Фәрүк ғаиләһе менән Юлдыбай ауылында йәшәй, ҡатыны Фәнирә менән өс улға ғүмер бүләк иткәндәр. Мостафиндарҙың ҡыҙҙары Шәфиғә лә әсәһе юлынан киткән, уҡытыусы булып эшләй. Әле ул Белорет районы Берештамаҡ ауылында йәшәй, тормош иптәше менән өс бала үҫтерәләр. Иң бәләкәй улдары Рәфис кәләше Гөлиә менән Ҡашҡар ауылында тормош көтә. Әлеге мәлдә Зәкиә Ислам ҡыҙының төп терәк-таянысы булған йәштәр өс улға ғүмер бүләк иткәндәр.
– Тормошом мәғәнәһе – балаларымда. Уларҙың ихтирамын, барыһының да ярҙамын тойоп йәшәйем. Тормош иптәшем, үкенескә, бынан алты йыл элек беҙҙе ташлап китте. Уның менән бергә йәшәгән йылдарыбыҙ тик яҡты һәм йылы хәтирәләр генә ҡалдырҙы. Тырышып донъя көттөк, мал-тыуарыбыҙ ҙа ишле булды. Балаларыбыҙға яҡшы тәрбиә, тейешле белем бирергә тырыштыҡ, – ти Зәкиә апай.
Биктимер Йәнтимер улы ла ваҡытында баш зоотехник та, “Һабыр” совхозы директоры булып та эшләгән. 20 йыл дауамында фермерлыҡ эше менән шөғөлләнгән ир-уҙаман райондаштары, ауылдаштары араһында ҙур хөрмәткә лайыҡ булған.
Балаларына ла ипле һәм эшһөйәр булырға өйрәткән Мостафиндар үҙҙәре лә шундайҙар рәтендә. 35 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған Зәкиә Ислам ҡыҙы оло ихтирамға лайыҡ. Уның уҡыусыларының күбеһе остазының юлынан киткән, кемдәрелер был тармаҡта хатта билдәлелек яулап өлгөргән.
Әле хаҡлы ялда булған ханым бар тырышлығын һалып, емертеп донъя көтә. Ярҙамсылары булған кесе улы менән килене һәр ваҡыт уның янында. Ун бер ейән-ейәнсәренең уңыштарына, балаларының изгелектәренә ҡыуанып, бәхетле мәлдәр кисереп йәшәй ул. Әле булһа ла мал-тыуар көтә, ҡош-ҡортон да алып ҡарай. Баҡса тултырып йәшелсә-емешен, сәскәләрен дә үҫтерә. Ә хаҡлы ялға сыҡҡас иркенләп ҡул эшенә тотона. Ырғаҡ менән төрләндереп бәйләһә, ҡашмауҙарҙың да төрлөләрен әҙерләп ҡуя. Мәрйендәрҙән эшләгән мунсаҡтарының матурлығына хайран ҡалырлыҡ. Ҡулдарынан гөл тамып торған апайҙың сиккән, теккән һәм бәйләгән түшәктәре һанап бөткөһөҙ, хатта ҙурайып ҡалған ейәнсәрҙәренә матур биҙәктәр менән түшелдерек, ҡашмау, билдектәр ҙә әҙерләп ҡуйған ул.
Ҡашҡар ауылының “Умырзая” фольклор ансамблендә әүҙем ҡатнашҡан Зәкиә Ислам ҡыҙы мәҙәни сараларҙан ситтә ҡалмай. Ҡатын-ҡыҙҙар коллективы менән ижади бәйгеләр, концерттарҙа сығыш яһай. Ғөмүмән, бер ваҡытта ла ҡул ҡаушырып ултырмай.
– Ауыл тормошо, уның мәҙәниәте күңелемә бик яҡын. Шуғалыр ҙа ҡыҙҙар менән бергә-бергә һөнәр арттырыу маҡсатында ауыл клубында ойошторолған “Оҫта ҡулдар” түңәрәгенә йөрөйбеҙ. Бер-беребеҙгә ҡорамыштар ҡорорға, йөндән тәпешкәләр баҫырға өйрәнәбеҙ, – ти оҫтабикә.
Үҙе белгән шөғөлө менән ул бүтәндәр менән дә ихлас бүлешә, ҡатын-ҡыҙҙар менән берлектә бына ошондай (һүрәттә) матурлыҡты булдырырға өйрәнә икән улар. Ваҡытында тегенсе һөнәрен алғанына ҡыуанып бөтә алмаған апай бөгөн килеп үҙенең яҡындарына ла, ауылдаштарына ла ошо йүнәлештә ярҙам итә алғанына шатлана. Ҡулдарыңдан һөйөн, эшләнәһе эштәрең киләсәктә лә күп булһын, тип теләге килә уға!
Күҙ нурҙары түгеп, һөйөү менән башҡарылған ҡул эше өлгөләре матурлыҡҡа әйҙәй, күңел күтәренкелеге бирә. Зәкиә Ислам ҡыҙы кеүек оҫта ҡуллы гүзәл заттарыбыҙ барҙа ҡул эшенә маһирҙар рәте тулыланыр, был шөғөл киләсәк быуындарға мираҫ булып тапшырылыр.

Ҡулдарынан гөл тамыҙа, булмышынан нур ағыла...
Ҡулдарынан гөл тамыҙа, булмышынан нур ағыла...
Ҡулдарынан гөл тамыҙа, булмышынан нур ағыла...
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: