Ауыл уттары
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Атай һәм әсәйебеҙ беҙҙең өсөн ғорурлыҡ, – ти, балалары

Гәзитебеҙҙең 17-се һанында бәләкәй генә Һаҡтау ауылында ғүмер кисергән, тормоштоң матурлығын, йәшәүҙең йәмен белгән Теләүембәтовтар ғаиләһе тураһында мәҡәлә баҫылды...

Атай һәм әсәйебеҙ беҙҙең өсөн ғорурлыҡ, – ти, балалары
Атай һәм әсәйебеҙ беҙҙең өсөн ғорурлыҡ, – ти, балалары

Хозур тәбиғәтле, саф һауаға тулышҡан Һаҡтау ауылында ғүмер кисереүсе Мәүлиҙә Ғөтдөс ҡыҙы менән Фәрит Мәүлетдин улы – бәхетле кешеләр. Биш балаға яҡты тормош бүләк итеп, уларҙы аяҡҡа баҫтырған Теләүембәтовтар бөгөнгө көндә өс ҡыҙы һәм ике улдарына таянып, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына йыуанып йәшәй.
Мәүлиҙә апай Матрай ауылында һигеҙ балаға ғүмер биргән Нурия һәм Ғөтдөс Ғәббәсовтарҙың ҙур һәм татыу ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға ауаз һала. Тырыш ҡыҙ һәр ваҡыт белем алырға, үҙенең киләсәгенә юл һалырлыҡ һөнәр үҙләштерергә тигән маҡсаттар менән йәшәй. Бының өсөн уның ата-әсәһе уға тейешле тәрбиә һәм белем бирергә тырыша. Мәктәпте тамамлағандан һуң Мәүлиҙә апай Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһында уҡый, йәш бухгалтер хеҙмәт юлын почтала башлап ебәрә. Ҙур ҡалала эшләһә лә тыуған яҡтарына йыш ҡына ҡайтып йөрөгән ҡыҙ 1985 йылда үҙенең райондашы, Һаҡтау ауылы егете Фәрит Мәүлетдин улы менән танышып китә. Бер аҙ һөйләшеп, күрешеп йөрөгәндән һуң улар өйләнешеп, сәстәрен-сәскә бәйләргә ҡарар итә.
Ике балаға ғүмер биргән Фатима инәй Теләүембәтованың улы Фәрит ағай ауыл эшенә, уның тормошона өйрәнгән эшһөйәр егет булып буй еткерә. Әсәһе менән өләсәһе ҡулында үҫкән малай йәш кенә сағынан бесәнен дә саба, утынын да әҙерләй. Тыуған ауылында башланғыс мәктәбен тамамлағас, күрше Йомағужа (Ҡыпсаҡ) ауылына йөрөп уҡый. Туғыҙ класс белем алғандан һуң ул Юлдыбай һөнәрселек училищеһында тракторсы һөнәрен үҙләштерә.
Ул ваҡыттарҙа ауыл тормошо гөрләп торған мәлдәр...Колхоз-совхоздарҙың да көслө саҡтары... Унда эшләү өсөн күберәк йәштәр талап ителеүе сәбәплеме, әллә ауыл балаларының тыуған ергә тартылыуы арҡаһындамы Теләүембәтовтар ҙа Һаҡтауҙа төпләнергә ҡарар итә. Ошонда нигеҙ ҡороп, ҙур ғына йорт һалып инә йәштәр. Йорт хужаһы колхозда – көтөүсе, хужабикә һауынсы булып эшләй башлай. Тынғыһыҙ һәм тырыш Мәүлиҙә апай хатта декрет ялдарында ла булғанын иҫләмәй. Бейеменең балаларҙы ҡарап, үҫтереүҙә ярҙамы шулай ҙур була.
Теләүембәтовтарҙың тырыш ғаиләһе биш балаға – өс ҡыҙға һәм ике игеҙәк улға ғүмер бүләк иткән. Әле уларҙың барыһы ла үҙаллы тормош кисерә. Балаларын хеҙмәт яратыусан, бар ерҙә лә өлгөр һәм үткен булырға өйрәткән улар. Ата-әсә наҙына, уларҙың кәңәштәренә һәр ваҡыт мохтаж булған ҡыҙҙар өсөһө лә юғары белем алған, һәр береһе тормошта үҙ урындарын табып, эшләп йөрөйҙәр. Малайҙарҙың икеһе лә Юлдыбай һөнәрселек училищеларында кәрәкле һөнәрҙәр алып, үҙ хеҙмәт юлдарын уңышлы башлап ебәргән.
Иң өлкән ҡыҙҙары Рәүилә иптәше Рөстәм Мозафаров менән биш бала тәрбиәләй, Юлдыбай ауылында йәшәйҙәр, йәштәр матур, ҙур йорт төҙөп сыҡҡан. Күп балалы Мозафаровтар ауылдың эшһөйәр һәм өлгөлө ғаиләһе булып һанала. Мәүлиҙә һәм Фәрит Теләүембәтовтарҙың икенсе ҡыҙҙары Рәмилә кейәүҙәре Азат менән ике ул үҫтерәләр. Бер нисә йыл дауамында Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән Мирғәләүетдиновтар күптән түгел Өфө ҡалаһына күсеп, йорттарын иркенәйткән. Ҡыҙҙарҙың иң кесеһе Рәсилә лә тормош юлдашы Юнир менән баш ҡалабыҙҙа төпләнгән. Уларҙың татыу ғаиләһендә бер ул һәм бер ҡыҙ үҫә. Үҙҙәре булдырған донъяларының теүәллегенә риза булып, балаларының киләсәге өсөн бар тырышлыҡтарын һалып йәшәгән Вилдановтар әүҙем булыуҙары менән һоҡландыра.
Игеҙәктәрҙең береһе Фәнис Ишембай районынан кәләш алып, әлеге көндә шул яҡтарҙа йәшәй. Кәләше Аделина менән бәпес көтәләр. Ир-егеттәрҙең бурысы булған әрме хеҙмәтен дә үткән ул. Бер нисә йыл Себер тарафтарына йөрөһә, әле урында, Ишембайҙа уңышлы эшләй. Теләүембәтовтарҙың икенсе улдары Ф. бөгөнгө көндә Махсус хәрби операцияла, алғы һыҙыҡта хәрби бурысын үтәй. Бына ниндәй илһөйәр егет үҫтергән Мәүлиҙә апай һәм Фәрит ағай! Мәктәпте тамамлағандан һуң Ф. электрик һөнәрен үҙләштерә, әрмегә барып ҡайтҡандан һуң “Башҡорт баҡыры” ойошмаһында хеҙмәт юлын башлап ебәрә. Илһөйәрлек, ғәҙеллек даулау тойғоһо Ф.-те 2023 йылдың йәйендә үҙ теләге менән хәрби операцияға юлландыра.
Ата-әсәһенең һәм яҡындарының фатихаһы менән Ф. әле барған алыштарҙың ҡап уртаһында ҡайнай. Бергә булған дуҫтары, яуҙаштары менән бар көстәрен һалып ул да илебеҙ Еңеүе өсөн тырыша. Күрһәткән батырлығы өсөн Ф.-кә генерал Шайморатов миҙалы тапшырылған.
Мәүлиҙә менән Фәрит Теләүембәтовтар үҙ тырышлыҡтары менән биш балаһын да матур итеп үҫтергән. Әле балаларының изгелегенә, ярҙамдарына һәм иғтибарына төрөнөп бәхетле йәшәйҙәр. Ҡыҙҙары менән улдары уларҙы бик ныҡ ярата, хөрмәт итә, “атай-әсәйебеҙ беҙҙең өсөн оло ғорурлыҡ, тормошобоҙҙа яҡты маяҡ”, – ти улар. Һәр байрамдарҙа, ял көндәрендә лә улар янына ҡайтып хәлдәрен белешеп тора.
Өс ҡыҙ тәрбиәләгән атай бәхетле була, ти... Фәрит ағай тәрбиәләгән ҡыҙҙар бәләкәй саҡтан утынын да, бесәнен дә эшләргә өйрәнә, атайҙарының уң ҡулы була улар. Әле лә уларҙы белгән кешеләр “Фәрит ҡыҙҙары” тип йөрөтә. Йәш саҡтарында мал-тыуарҙы ишле көткән Теләүембәтовтар ҡош-ҡорттарҙың да ниндәйен генә көтөп ҡарамаған икән?!... Ҡыҙҙары әйтеүенсә, уларҙың бала сағы иң бәхетлеһе һәм иң яҡты була.
...Әммә көтмәгәндә барыһы ла үҙгәрә... Ике малайҙы тапҡандан һуң Мәүлиҙә апай ҡапыл ауырып китә. Аяҡтарының һыҙланыуы көндән-көн көсәйә һәм бер көн килеп уға беренсе төркөм инвалиды тигән документ бирелә. Балалар бәләкәй, мал-тыуар ишле... Мәүлиҙә апайҙы һәм бәләкәс игеҙәкте ҡарауҙы өс ҡыҙы менән Фәрит ағай тулыһынса үҙ өҫтөнә ала. Бына ошондай яҙмыш ҡушҡан һынауҙарҙы улар бергә-бергә үтеп килә. Бөгөнгө көндә лә йорт хужаһы тормош иптәшен матур итеп ҡарай, өй тирәһендәге эштәрҙе лә үҙе башҡара, йәшәгән донъяларын да ялтыратып тота ул. “Әсәйебеҙҙең иң ныҡлы таянысы ул – беҙҙең атайыбыҙ”,– ти кесе ҡыҙҙары Рәсилә.
Әле Мәүлиҙә апайҙың оло шатлыҡтары, үҙ ғаиләләре булған тырыш балалары уны бер көн дә иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар. Әсәйҙәренең һыҙланыуҙарын нисек тә еңеләйтеү өсөн күп табиптарҙы үтә улар һәм бер нисә йыл элек хатта Рәсәй Президентына хат та яҙғандар. Был хат ярҙамы менән әсәйҙәренә Һарытау өлкәһендә операция эшләтеү өсөн квота алыуға өлгәшеп, дауаланыу алғандар. Әлеге көндә икенсе операцияға әҙерләнеп йөрөйҙәр.
Ғаилә шундай булырға тейеш... бер-береңде һаҡлау, ҡурсалау... Теләүембәтовтарҙа шундай күркәм сифаттар балаларына ла күскән. Ата-әсәһенең бер-береһенә таяныс-терәк булыуын күреп үҫкән егәрле ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең маҡсаты – уларҙы кеше иткән ҡәҙерлеләренең һау-сәләмәт булыуы.
Бына шулай, матур кешеләрҙең балалары ла матур, аҡыллы. Бынамын итеп донъя көтөргә атлығып торған Теләүембәтовтарҙың тормоштарына зарланырға ваҡыттары юҡ. Махсус хәрби операцияның тиҙерәк еңеү менән тамамланыуын, улдарының имен-һау тыуған йортона әйләнеп ҡайтыуын, ҡалған балаларына һаулыҡ теләп ултыра улар.
Беҙ ҙә Теләүембәтовтар ғаиләһенә иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ, әлегеләй бәхетле мәлдәргә сорналып, алты ейәне һәм өс ейәнсәренең уңыштарына ҡыуанып, бәхетле йәшәүҙәрен теләйбеҙ!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: