Ауыл уттары
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бәләкәй ауылдарыбыҙҙы йәмләп, гөрләтеп донъя көткән күп балалы ғаиләләр ошо ауылдарыбыҙҙың тотҡаһы тиһәк бер ҙә хата булмаҫ

Матрай ауыл биләмәһенә ҡараған Япарһаҙ ауылында йәшәүсе ишле лә,тырыш та ғаиләләр тураһында гәзитебеҙ биттәрендә бик йыш яҙып барабыҙ. Бөгөнгө мәҡәләбеҙҙә лә ошо ауылда ғүмер кисереүсе Шәйхислам һәм Рида Исламғоловтар тураһында һөйләп үтмәксебеҙ.

Бәләкәй ауылдарыбыҙҙы йәмләп, гөрләтеп донъя көткән күп балалы ғаиләләр ошо ауылдарыбыҙҙың  тотҡаһы тиһәк бер ҙә хата булмаҫ
Бәләкәй ауылдарыбыҙҙы йәмләп, гөрләтеп донъя көткән күп балалы ғаиләләр ошо ауылдарыбыҙҙың тотҡаһы тиһәк бер ҙә хата булмаҫ

Иҫке Яҡуп ауылында Нурислам Динислам улы һәм Фәүзиә Рәхимйән ҡыҙы Исламғоловтар ғаиләһендә тыуып үҫкән Шәйхислам ауыл тормошон, йорт, хужалыҡ эштәрен үҙ иткән егет булып буй еткерә. Башланғыс мәктәпте тыуған ауылында тамамлаһа, ҡалған уҡыу йылдарын Матрай урта мәктәбендә дауам итә ул.
Егет ҡорона инеп, хәрби бурысын үтәргә ваҡыт еткәс уға Новосибирск өлкәһенә йүнәлтмә бирелә. Тейешле хеҙмәт йылдарын тултырып ҡайтҡас Бәләбәй ҡалаһында киномеханик һөнәрен үҙләштерә, был яуаплы һөнәр буйынса 9 йыл дауамында эшләгәндән һуң ул совхозға эшкә күсә.
2006 йылда тормош иптәше Рида Сергеевнаны осратып йәштәр матур ғаилә ҡора. Ғаиләнең киләсәгенә яҡтылыҡ, нур өҫтәп бер-бер артлы биш балаһы – Рима, Динислам, Роза, Нуриман, Аллаяр донъяға килә.
“Тырыш булһаң, ырыҫ килә” тигән мәҡәл тап Шәйхислам менән Риданың үҙҙәренә бағышлап әйтелгән кеүек. Сөнки улар уңғанлыҡтары, эшһөйәр булыуҙары менән бер-береһенә шул тиклем тап килгән. Рида ханым йорт тирәһендәге барлыҡ эштәргә лә өлгөрә, балалар тәрбиәләүгә күп көс һәм сабырлыҡ һала. Бөгөнгө көндә Исламғоловтарҙың ҡыҙҙары Рима Баймаҡ ҡалаһында урынлашҡан һөнәри училищела ашнаҡсы-кондитер һөнәрен үҙләштерә. Әле Матрай урта мәктәбе мәктәп уҡыусылары булған Динислам менән Роза Матрай үҙәк китапханаһының даими уҡыусылары, улар ошонда ойошторолған “Өмөтлө ҡәләм” әҙәби түңәрәгенә ҙур теләк менән йөрөй. Үҙҙәре матур шиғырҙар ижад итә, уларҙың бер нисәүһе гәзит биттәрендә лә баҫылып сыҡҡан. Ғаиләләге бәләкәс Нуриман менән Аллаяр әле Япарһаҙ ауылы башланғыс мәктәбендә тырышып уҡып йөрөйҙәр.
Ауылда йәшәгәс мал көтмәйенсә лә булмай. Исламғоловтар ҙа һәр ауыл кешеһе кеүек ҡура тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт көтә. Балалары менән бергә көтөүен дә көтәләр, утынын да ярып һәүетемсә генә донъя көтә улар. Исламғоловтар балаларын эшһөйәр булып үҫергә, олоһона, кесеһенә мәрхәмәтле булырға өйрәтә. Дуҫ һәм татыу ғаилә һәр байрамды бергә үткәрә. Ял һәм каникул ваҡыттарында бергәләп тәбиғәткә сығырға ярата икән.
Ғаилә башлығы 2010 йылдан алып Матрай почта бүлексәһендә Иҫке Яҡуп һәм Япарһаҙ ауылдарын хеҙмәтләндереүсе почтальон булып эшләй.
Халыҡты, ауылдаштарын яҡшы белгән почтальон һәр ваҡыт үҙ эшенә яуаплы ҡарай. Хатта подписка һәм тауарҙарҙы һатыу буйынса бирелгән планды ла ул теүәл үтәй. Тырыш хеҙмәте өсөн Шәйхислам Нурислам улын Свердловск ҡалаһынан килгән махсус төркөм, уның шәхси тормошо, ғаиләһе, эше тураһында видеояҙма төшөрҙө. Был яҙманы һеҙ интернет селтәрендә урынлашҡан Ютуб каналына инеп “Человек на карте” тип исемләнгән яҙмала ҡарай алаһығыҙ.
Шәйхислам Исламғоловтың хеҙмәте шулай уҡ, 2022 йылдың июль айында ҙур баһаға лайыҡ булды. Ул Өфө ҡалаһында үткәрелгән Рәсәй почтаһы көнөнә арналған оло тантаналы сараға саҡырыу алды. Был тантанала ул күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде һәм “Иң маҡтаулы” исеменә лайыҡ булды.
Интернет селтәрендә лә билдәлелек яулап өлгөргән Шәйхислам Нурислам улы бындай иғтибарға лайыҡтыр тигән уй килә. Сөнки 8 саҡрым аралығында урынлашҡан Япарһаҙҙан Матрай ауылына йөрөп эшләгән ир-уҙаманы үҙ эшен бик ярата. Тимер атына атланып аҙнаһына бер нисә тапҡыр почта бүлексәһенә барып әйләнергә тура килә уға. Ә ауыл биләмәһе халҡы почтальон килә тип хөрмәтләп кенә тора үҙен. Таныштары әйтеүенсә элегерәк хат-хәбәрҙәр, гәзит-баҫмалар күберәк булған осорҙа уның тимер атына нимә генә тейәлмәй ҙә, Почта России тип яҙылған аҫмалы сумкаһына нимә генә һыймай ине икән...
Бер йомошто ла кире ҡаҡмаған почтальон ағайҙы барыһы ла хөрмәт итә. Бына инде бер нисә йыл дауамында олораҡ йәштәге ауылдаштары өсөн ул беренсе ярҙамсы булып та тора.
Бына шундай бәләкәй генә ауылдың йәме булып йәшәгән Исламғоловтарҙың тормошо ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта өлгө алырлыҡ та. Балаларына белем бирәм тип тырышып йәшәгән был ғаилә бер ваҡытта ла ҡул ҡаушырып ултырмай. Уларҙың киләсәге яҡты булһын өсөн күп көс һалған Шәйхислам менән Ридаға уңыштар һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Фото ғаилә архивынан алынды.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: