Ауыл уттары
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Иманлы ғаилә – милләттең нигеҙе!

Ерҙе аллы-гөллө сәскәләр биҙәһә, йәшәйешебеҙҙе өлгөлө ғаиләләр матурайта. Уларға ҡарап, халҡыбыҙҙың матур, етеш тормошҡа ынтылышын күреп, күңел шатлана. Шундай һоҡландырғыс ғаиләләрҙең береһе хаҡында бөгөн һеҙгә бәйән итмәксебеҙ.Өлгө... эйе тап ошо һүҙҙән башлап яҙғы килә лә инде был матур ғаилә тураһында. Сөнки бәләкәй генә Сәлим ауылында ғүмер кисергән Мәҡсүтовтар күптәргә үрнәк.

Иманлы ғаилә – милләттең нигеҙе!
Иманлы ғаилә – милләттең нигеҙе!

Ғаилә ныҡ һәм татыу икән, уны уратып алған кешеләр ҙә бәхетле була. Ә бына намыҫлы хеҙмәттәре, йәшәйештәре менән абруй ҡаҙанған ғаиләләр күптәргә өлгө булырлыҡ ...
Бөгөнгө көндә ауыл мәшәҡәттәренә сумып, эш, донъя тип йүгереп йөрөгән Сынбулат Тимерғәле улы Мәҡсүтов Сәлим ауылында тыуып үҫкән аҡыллы ир-уҙаман.
Матрай урта мәктәбен тамамлағандан һуң Юлдыбай һөнәрселек училищеһында тракторсы һөнәрен үҙләштерә ул. Техника нескәлектәрен өйрәнеп алғандан һуң әрмелә хеҙмәт итеп ҡайта. Һуңынан совхозда эшләй, бик күп йылдар Себер тарафтарында ла йөрөргә тура килә уға. Әле ул тырышып «БашЗолото» кампанияһында эшләп йөрөй. Сынбулат Тимерғәле улы эшен бик ярата һәм уға яуаплы ҡарай.
Бәхетле ғаиләнең йөҙө, уңған хужабикә Айһылыу Рамаҙан ҡыҙы йорт тирәһенә йәм өҫтәүсе, тыныс һәм итәғәтле ханым. Уның ҡулдарынан килмәгән эше юҡ, бар яҡлап та ғаиләһе өсөн өҙөлөп торған апай тәмле аштары, яҡты йөҙө менән килгән-киткәндәргә изгелек һибеп тора.
Сынбулат һәм Айһылыу Мәҡсүтовтар сәскәләй ике ҡыҙға, баһадирҙай тырыш бер улға ғүмер бүләк иткән. Уҡытыусы һөнәрен һайлаған оло ҡыҙҙары Гөлсөм бөгөнгө көндә Матрай урта мәктәбендә география уҡытыусыһы булып уңышлы эшләп йөрөй. Педагогия өлкәһен һайлаған һылыу ҡыҙ бар тырышлығын һалып балаларға белем бирә, уҡыусылар менән эшләү уға бик оҡшай һәм был һөнәрҙе һайлағанына бер ҙә үкенмәй.
Ильяс – Мәҡсүтовтарҙың берҙән-бер улы. Быуындар ебен таратыусы, ата-әсәһенең уң ҡулы һәм кәңәшсеһе булып буй еткергән егет әле «БашМедь» ойошмаһында электрик булып эшләп йөрөй. Ильястың бөгөн үҙ ғаиләһе бар. Ир-егет ҡорона баҫҡан егеттең уңған һәм ихтирамлы, яҡындары, дуҫтары һәм туғандары араһында алсаҡ һәм ярҙамсыл булыуы ата-әсә тәрбиәһенән килә.
Мәҡсүтовтарҙың кесе ҡыҙҙары Гөлназ да тыуған йорт тупһаһынан бына-бына осоп сығырға тора. Ул Сибай медицина колледжында белем алып йөрөй. Киләсәктә үҙенең яҙмышын бик кәрәкле һөнәргә бәйләргә ҡарар иткән ҡыҙ, әле уның нескәлектәрен һәм заманаға ярашлы булған ауырлыҡтарын да, берсә ҡатмарлы мәлдәрен дә үҙләштерә.
Сынбулат һәм Айһылыу Мәҡсүтовтар балаларына ныҡлы тәрбиә биреп, ышаныслы һәм оло терәк булып йәшәйҙәр. Хәлдәренән килгән тиклем ҡолонсаҡтарына ярҙам итәләр. Үҙ кәңәштәренән, изгелектәренән һәм иғтибарҙарынан бер ҙә айырмайҙар. Балаларына үҙ-ара татыу, дуҫ булып йәшәргә, бер-береһенең ҡәҙерен белергә өйрәтә улар. «Өлгө» тигән һүҙгә бына ошонда уҡ ныҡлы нөктә ҡуйып, бәхетле ҡатын һәм ирҙең үҙ балаларына өлгө булыуҙарын дәлилләп үтке килә. Эйе, нәҡ ғаилә эсендә башланып киткән тәрбиә балалар яҙмышының бәхетле башланғысы булып тора ла инде.
Ауылда йәшәгән кеше барыһына ла өлгөр булырға тейеш, был элек-электән килгән бик мәғәнәле һүҙҙәр. Ҡура тултырып ҡош-ҡорт, мал-тыуар көткән Мәҡсүтовтар ғаиләһе лә барыһына өлгөрә. Шунһыҙ ауылда йәшәүе күңелһеҙ ҙә, ауыр ҙа булыр ине тигән фекерҙә улар. Көндәлек мәшәҡәттәргә ҡоролған ауылдағы йәшәйештең ни тиклем ҡатмарлы булыуына ҡарамай, тырышып донъя көтә улар.
Ауыл биләмәһендәге йәмәғәт эшетәренән дә ситтә ҡалмай улар. Ғаилә башлығы әйтеүенсә, ауылыбыҙҙың, унда йәшәгән халыҡтың киләсәге, милләтебеҙҙең барлығы беҙҙең үҙебеҙҙән генә тора.
– Нимә генә тиһәк тә, барыһы ла ауылдан башлана. Шуның өсөн дә барлыҡ йәмәғәт башланғыстарында ҡатнашырға тырышам һәм быны изге эштәрҙең береһе тип һанайым. Дөрөҫөрәге, берләшеп, ауылдаштар менән ауыл өсөн башҡарылған эштәр беҙгә этәргес көс бирә, былай ҙа халыҡ һаны кәмеүгә табан барған ауылдарыбыҙ яңынан төҫ ала.
Дин юлында булған ғаилә башлығы һәр бер кешенең күңелендә дини тәғлимәттәр йәшәй тип иҫәпләй. Сынбулат Тимерғәле улы дини йолаларҙы ла матур итеп үтәй, ауылдаштарына ауыр саҡтарҙа ла ярҙамға килә. Шулай уҡ йәштәргә бата уҡыу, сабыйҙарға исем ҡушыуҙа ла ҡатнаша.
– Күп нәмәләргә ололарҙан өйрәнәбеҙ инде. Изге юлға баҫыу күптән килгән маҡсаттарымдың береһе булып тора ине. Ҡартатайым да заманында имам булды, уның нигеҙендә йәшәп тә, уның юлына баҫмаһам яҙыҡ булыр ине тип уйлап ҡуям... Ваҡыт үтә, ауылыбыҙҙа йәштәрҙең күпләп ҡырылыуы күңелде өйкәй, бына шундай хәлдәрҙән һуң ауылдаштарым менән күп йылдар буйына ниәтләгән эште, 2018 йылда ауылыбыҙға мәсет төҙөп ултыртыуҙы атҡарып ҡуйҙыҡ бит инде, – тип һөйләй ғаилә башлығы.
Күмәкләгән – яу ҡайтарған тигәндәй, был изгелекте ауылдаштарым, ситтә йәшәгән яҡташтарым ярҙамы менән башҡарҙыҡ, тип ҡыуана ул хәҙер. Бөгөнгө көндә гөрләп эшләп торған мәсет булыуы Сәлим ауылында йәшәгән халыҡ өсөн бик мөһим. Уны асыуҙа ла бик мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашыуы тураһында һөйләй Сынбулат ағай. Ә бына Нурмөхәмәт хәҙрәттең нәҡ үҙе ҡатнашып, тантана ваҡытында яңы ҡалҡып сыҡҡан Иман йортоноң хужаһы – имамы итеп тап Сынбулат Мәҡсүтовты билдәләүе үҙе ни тора!
Бына шул көндән алып уның дини юлға ныҡлы баҫыуы, кешелекте, яҡындарын тик иманлы булырға өндәүе башланған да инде.
Ә тормош иптәше Айһылыу апайҙың ярҙамы менән уның донъяһы теүәл, таҙа, бөхтә... Мәҡсүтовтар балаларына ысын шәхси өлгө тип әйтергә була. Бәхетле ата һәм әсә уларҙы тәртипле, итәғәтле, ололарҙы ихтирам итеп йәшәргә өйрәтә .
Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа Мәҡсүтовтарҙың матур ғаиләһенә именлек, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ! Сәлим ауылында ошондай иманлы ла, изге күңелле лә ғаилә булыуы менән һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ!

Фото ғаилә архивынан алынды.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: