Гөлниса Ғиса ҡыҙы бала саҡтан үҙ тормошон медицина менән бәйләргә хыяллана. Был теләген тормошҡа ашырыу маҡсатда Һабыр урта мәктәбен тамамлаған ҡыҙ Сибай медицина училищеһына уҡырға инә һәм бына 38 йыл һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә тырышып хеҙмәт итә. Училищены тамамлап бер йыл Ашҡаҙар ауылында декрет урынында фельдшер булып эшләгәндән һуң, эшен Йомағужа ауылында дауам итә . Ошо ауылда ғүмерлек йәре Вильдан Рахманғолов менән табышып ғаилә ҡороп ебәрәләр. Мөхәббәт емештәре булып бер ул һәм бер ҡыҙ донъяға килә. Рахманғоловтарҙың ҡыҙҙары Гөлназ да әсәһе юлын һайлаған- медицина хеҙмәткәре.
Медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән һәр кем менән Гөлниса Ғиса ҡыҙы уртаҡ телде тиҙ таба. Ауыл кешеһе ҡан баҫымы күтәрелһә лә, бармағына сүп керһә лә, йығылып аяҡ-ҡулын имгәтһә лә бында йүгерә. Тәжрибәле фельдшер уларҙың һәр береһен иғтибар менән тыңлап, беренсе ярҙам күрһәтә, кәңәштәрен бирә. Мөләйем ханым изге күңелле, хәстәрлекле һәм яуаплы булыуы менән ауылдаштарының хөрмәтен яулаған. Сабыйҙарҙы һәм ауыр сирлеләрҙе өй һайын йөрөп ҡарап сығыу, профилактик тикшереүҙәр һәм медицина процедуралары – быларҙың барыһы ла һөнәри оҫталыҡ, сабырлыҡ һәм мәрхәмәтлелек талап итә. Гөлниса Ғиса ҡыҙының төп бурысы – халыҡ һаулығы өсөн көрәшеү. Бында, әлбиттә, профилактика ҙур роль уйнай. Фельдшер урындағы халыҡ менән диспанцеризация, вакцинация, ваҡытында табипҡа куренеп тороу, яман ғәҙәттәрҙән баш тартыу тураһында әңгәмәләр уҙғара. - Эш башлаған йылдар менән сағыштырһаң, хәзер аллаға шөкөр, эшләүе күпкә еңелерәк. Район үҙәгенән табиптар килеп тора. Йәнә, Йылайыр ғаилә хеҙмәте үҙәге белгестәре тарафынан ебәрелгән автобустарҙа халыҡты график буйынса маҡсатлы диспанцеризация үткәреү өсөн ташыу булдырылған. Был ауырыуҙарҙы иртә һәм ваҡытында асыҡлап, теге йәки был табип тарафынан дауалау ала башлау өсөн бик тә уңайлы. Эле миҙгел ауырыуы- грипҡа (киҙеү) ҡаршы вакцинацияны мәғариф өлкәһендә эшләүселәр, балалар үтте лә инде, вакцинаның икенсе партияһын көтәбеҙ. Ауылда башлыса йәше ҡырҡты үткән ғаиләләр һәм ололар йәшәй. Күңелде ҡырғаны йәштәрҙең ауылдан ситкә китеүе, яңы тыуған сабыйҙар һаны йылдан йыл кәмеүе,- тип әсенә фельдшер.
Ауыл фельдшеры тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында, һауа шарттарына ҡарамай халыҡҡа ярҙамға ашыға. Сөнки, ҡайһы берҙә кемдеңдер ғүмере тап уның ҡулында булыуы бар. - Күп йылдар үтһә лә, һаман бер ваҡиға хәтеремдән сыҡмай. 1988 йылдың март айы. Күҙ асҡыһыҙ буран. Бер ҡатын тулғағы тотоп ауырый башлаған. Йәһәт кенә кейендем дә йүгерҙем йөклө әсә янына. Район үҙәгенә ебәрергә юл юк. Тимәк, үҙемә атҡарып сығырға тигән һүҙ. Уҙем ҡурҡам, сөнки өй шарттарында быға тиклем кендек инәһе булырға яҙмаған ине әле. Белгән доғаларымды уҡып, студент саҡтағы теорияларҙы барлап, практиканы күҙ алдынан үткәрәм, шул арала буласаҡ әсәне йыуатам. Хоҙайға тапшырып эшемде башланым, һәм оҙаҡ көттөрмәй ағзалары теүәл, туп - тумалаҡ ҡыҙсыҡ донъяға беренсе ауазын һалды. Шул ваҡыттағы кисерештәремде әйтеп аңлатырлыҡ тугел, әле һаман иҫемә төшһә күңелемә йылылыҡ йүгерә. Ошонан һуң тағыла ла биш балаға кендек инәһе булырға насип булды, -тип хәтирәләргә бирелә Гөлниса Ғиса ҡыҙы.
Бына шулай, ауыл фельдшерына күп яҡлы табиб та, психолог та була белер кәрәк. Гөлниса ханым да ауырыуҙарҙы фельдшер булараҡ ҡына түгел, ә йылмайыулы ҡарашы, тәмле һүҙе менән дауалай, һәр береһен тыңлап төплө кәңәштәрен бирә. Эш сәғәте тамаланһа ла, Гөлниса Ғиса ҡыҙының ялы юҡ һәм ҡапҡаһы ла бикләнмәй. Сөнки теләһә ҡасан инеп ярҙам һорарға, шылтыратып саҡыртырға мөмкиндәр. Йомағужаларҙың был яҡтан күңеле тыныс, ни өсөн тигәндә уларҙың ваҡыты менән иҫәпләшмәй һәр ваҡыт ярҙамға килер Гөлнисалары бар.