Ауыл уттары
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡаҙ өмәһе – ауыл йәме

Ер өҫтөнә беренсе ҡар ятыу менән ауылдарҙа иң күңелле  мәшәҡәттәрҙең береһе – ҡаҙ өмәләре башлана. Эштәр гөрләп, күңелле итеп барһын өсөн өй хужалары туғандарын, күршеләрен, дуҫтарын саҡыра. Өмәгә бигерәк тә етеҙ, әрһеҙ ҡатын-ҡыҙҙар саҡырыла, сөнки ҡаҙ йолҡоу үҙенә күрә оҫталыҡ талап итә. Беҙҙең дә районыбыҙ ауылдарында халҡыбыҙҙың көҙгө муллыҡ һәм байлыҡ байрамы – ҡаҙ өмәләре башланып тора.

Ҡаҙ өмәһе  – ауыл йәме
Ҡаҙ өмәһе – ауыл йәме

Ҡаҙ өмәһе ул эш кенә түгел, ә матур итеп аралашыу, күңел асыу, үҙеңде күрһәтеү сараһы ла.  Хәҙерге ҡаҙ өмәһе элеккенән әллә ни айырылмай. Бары йылғаға төшөү ғәҙәте генә онотола бара. Ә ҡалғандары барыһы ла тейешенсә үтәлеп килә.

Барлыҡ ғөрөф-ғәҙәттәр буйынса өмәгә йыйылыусылар бар эштәрҙе лә бергәләп башҡара: ҡатын-ҡыҙҙар ҡаҙҙарҙы йолҡҡан арала ир-егеттәр ҙә тик тормай, ҡоштарҙың башын, тәпәйҙәрен таҙартырға ярҙам итешә. Бергәләп башҡарғас, өмә күңелле лә була, оҙаҡҡа ла һуҙылмай. Ә эш бөтөүгә уңған хужабикә өмәселәргә аш бешереп, тәмле-татлы  ризыҡтарҙан һығылып торған табын әҙерләй, күстәнәстәр һалып, рәхмәттәр әйтеп оҙатып ҡала.

Бына шундай күңелле мәлдәр йыл да булып торһон, бергәләп эшләүе лә, ял итеүе лә рәхәт бит!

Автор:Айсылу Тулябаева
Читайте нас: