Ауыл уттары
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Күңелдәре изгеләрҙең эштәре лә изге

Бөгөнгө көндә махсус  хәрби операция  зонаһындағы егеттәргә һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Ауыл биләмәләрендә халыҡ күпләп ҡорот, тиҙ әҙерләнә торған аштар өсөн йәшелсә, сохари киптереүе, селтәр үреүҙәре һәм егеттәребеҙ өсөн  әллә күпме башҡа изге эштәр башҡарыуы хаҡында уҡыусыларыбыҙҙы гәзит биттәрендә даими  таныштырып торабыҙ. Һәр ваҡыт ярҙамға килер, ил яҙмышына битараф булмаған райондаштарыбыҙҙың берҙәм булыуы һөйөндөрә. Тап шундайҙарҙың  береһе, һалдат әсәһе Йылайыр коррекция интернат-мәктәбендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларға тарих фәненән белеп биреүсе Гөлнара Рафаэл ҡыҙы Дәүләтҡолова тураһында булыр бөгөнгө яҙмабыҙ.

Күңелдәре изгеләрҙең эштәре лә изге
Күңелдәре изгеләрҙең эштәре лә изге

Гөлнара Рафаэл ҡыҙы  үҫеп килеүсе быуынға илһөйәрлек, ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләп кенә ҡалмай, бөгөнгө көндә махсус хәрби операция зонаһында булыусы егеттәребеҙгә, шул иҫәптән   мобилизация иғлан ителгән тәүге көндән  шул яҡтарға юлланған улына  бар яҡлап, хәленән килгәнсә ярҙам итергә тырышаӘлбиттә, улымдың мобилизацияланғандар исемлегендә булыу хәбәрен ишетеү бик ҡыйын булды. Әммә, Тыуған илде һаҡлау ир-егеттәребеҙҙең изге бурысы икәнен аңлап, үҙемде ҡулға алып, улыма өгөт-нәсихәттәремде, изге теләктәремде теләп оҙатып ҡалдым. Егеттәребеҙҙең барыһының да тыуған яҡтарына, ата-әсәһе, ғаиләләре янына еңеү менән, иҫән-имен әйләнеп ҡайтырҙарына  ышанысым ҙур, – тип һүҙен башланы әңгәмәсем.

Тынғыһыҙ,  ҡул ҡаушырып тик ултырырға күнекмәгән ханым, егеттәребеҙгә ярҙамды нимәнән, нисек башларға тигән уй менән яна  башлай. Хәрбиҙәребеҙгә почта аша адресатҡа 10 килограмға тиклем ауырлыҡта  түләүһеҙ посылка ебәреү мөмкинселеге бар тигән яңылыҡ Гөлнара Рафаэл ҡыҙы өсөн  ҙур ҡыуаныс була. Эште оҙаҡҡа һуҙмай, улы хеҙмәт иткән ергә ебәрергә тип, ҡумталарға ауыл күстәнәстәрен тултыра башлай. Ебәрелгән күстәнәстәрҙең боҙолмай ғына, теүәл барып етеүен теләгән әсә, аҙыҡтың оҙаҡ һаҡлана торғандарын һалырға тырыша. Киптерелгән ҡорот, ҡыҙыл эремсек, талҡан,  үҙ ҡулдары менән әҙерләгән быҡтырылған ит, һалма, ҡаҙы, тултырма, иретелгән өй майы, тыуған яҡтың хуш еҫле үләндәренән йыйып киптерелгән сәйҙәр, төрлө ҡайнатмалар, бал, бауырһаҡтарға ҡушып тағы әллә нисә төр һатып алынған әҙер продукцияларҙан торған  5-6 ҡумта посылка ике ай һайын  улы хеҙмәт иткән тарафтарға оҙатылып тора.

– Улым, улым менән бергә йөрөгән иптәштәре, ебәргән өй ризыҡтары аша әҙ булһа ла тыуған йорт йылыһын тойһон тип тырышам. Хеҙмәттәштәре, сит милләтле булһа ла, башҡорттоң һалма, ҡоротло һурпаһын бик үҙ итәләр икән. Хатта яратып үҙҙәренсә  «аҡ туҡмас» тип исемләгәндәр, – ти оло йөрәкле әсә, ҡәнәғәт йылмайып.

Гөлнара Рафаэл ҡыҙы гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы ла. Йыл һайын районкаға яҙыла, үҙе лә, күңеле килеп киткәндә, ҡәләм тибрәтә, мәҡәләләре гәзитебеҙ биттәрендә баҫылып тора. Быйыл да  «Ауыл уттары» гәзитенең ярты йыллығына яҙыла һәм редакция ойошторған конкурста еңеп һарыҡлы була, даланлы апай. Бүләккә бирелгән һарыҡты шартына килтереп ҡорбан итеп салдырып ҡуя һәм быҡтырылған ит банкаларын хәрбиҙәргә ебәрә. 

Шулай уҡ, махсус хәрби операция зонаһында булған егеттәребеҙгә почта аша посылка ебәрергә теләүсе  ата-әсәләре, тормош иптәштәре, туғандары өсөн адрес ҡалдырып үтеүебеҙҙе лә һораны, әңгәмәсем.

Индекс: 103400, город Москва – 400, в/ч …………………

хеҙмәт итеүсенең фамилияһы, исеме һәм атаһының исеме (ФИО).

Туғандарына ла сикһеҙ рәхмәтле Гөлнара апай.

– Тағы ҡасан посылка тултырыуым хаҡында белешеп, нимә кәрәк,  нисек ярҙам итәйек тип шылтыратып хәлемде белеп торалар, һәр кеме ярҙам итергә әҙер, – ти яҡындары хаҡында Гөлнара Рафаэл ҡыҙы.

Башҡарған изге эштәрегеҙ уң булһын, ярҙамығыҙҙы Хоҙай үҙе рәхмәтләһен Гөлнара Рафаэл ҡыҙы,  егеттәребеҙгә, алла бирһә, иҫән-имен әйләнеп ҡайтырға яҙһын.

Розалия ТАКАЛОВА.

Фото ғаилә архивынан алынды.

 

 

 

Күңелдәре изгеләрҙең эштәре лә изге
Күңелдәре изгеләрҙең эштәре лә изге
Күңелдәре изгеләрҙең эштәре лә изге
Автор:Розалия Такалова
Читайте нас: