- Баймаҡ районы Аҡтау ауылында тыуһам да, бала сағым Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы булған Темәс ауылында үтте. Ишле, татыу ғаиләлә дүрт малай һәм өс ҡыҙ үҫтек. Малайҙар атайға ярҙамсы булһа, беҙ ҡыҙҙар, әсәй янында аш-һыу , тегеү, бәйләм бәйләү серҙәренә төшөндөк. Бәләкәйҙән әсәйгә эйәреп энә, еп тотоп тегеп ултырғанымды хәтерләйем. Ғөмүмән, әсәйем, уның яҡлап нәҫел-нәсәбем тегеүгә маһир ине. Шуғалыр ҙа ҡул эшенә һөйөүем тап уларҙан күскәндер тип иҫәпләйем. Мәктәпте тамамлағас минең алда кем булайым, ҡайҙа барайым тигән һорау торманы, Баймаҡ ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһына тегенсе һөнәренә уҡырға индем, – тип һүҙ башланы үҙе тураһында Флүрә апай.
Ҡулына диплом алған ҡыҙ 1970 йылда йүнәлтмә буйынса Йылайыр районы Матрай ауылындағы тегеүселәр цехына эшкә ебәрелә. Яңы ерҙә йәш белгесте ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар. Булдыҡлы, эшен еренә еткереп башҡарырға өйрәнгән ҡыҙ һынатмай, яңы коллективта ең һыҙғанып башкөллө эшкә сума. Тырыш хеҙмәт емеше оҙаҡ көттөрмәй, уңған ҡыҙ коллегаларының ышанысын аҡлай, алдынғы тегенселәрҙең береһе булып китә. Шул йылдарҙа Аралбай егете Рәхимйән Баймырҙа улы Ҡотоев менән тормош ҡороп ебәрәләр. Иптәшен яңы эшкә күсеү сәбәпле, йәш ғаилә район үҙәге Йылайырға күсенә. Шулай итеп Флүрә апайҙың да хеҙмәт кенәгәһендә яңы яҙыу барлыҡҡа килә – 1975 йылда Йылайырҙағы көнкүреш комбинатына тегенсе булып эшкә урынлаша һәм шул көндән, хаҡлы ялға сыҡҡансы үҙ һөнәренә тоғро ҡала. Яңы урында ла һынатмай оҫта ҡуллы ханым, бирелгән йөкләмәләрҙе теүәл, ваҡытында үтәп, иптәштәре араһында ихтирам ҡаҙана. Был турала тырыш, тернәксел апайҙың күп йылдар почет таҡтаһынан төшмәгән фотоһүрәте, хеҙмәтен баһалап республика, район етәкселеге тарафынан бирелгән күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары һөйләй.
Флүрә апай кескәйҙәр өсөн кейем һалымдан алып тунға тиклем теккән оҫта ханым. Балалар баҡсаларына ҡурсаҡтар өсөн милли кейем, яңы йыл костюмдары, яҡындары, күрше-тирә заказы буйынса ҡорған-япмалар, күлдәк, салбарҙар булһынмы – былар барыһы ла күңел йылыһы һалынып, бар йөрәктән тегелгән әйберҙәр. Шулай уҡ, тегеүҙән тыш, оҫтабикә матур бәйләй ҙә. Яҡындары, туған-тыумасаһы, таныштары өсөн бәйләп кейҙергән йылы ойоҡбаштары, бейәләй, кофта һәм тағы әллә күпме әйберҙәрҙең иҫәбе һаны ла юҡ.
Бер уйлаһаң, хәҙер кибеттәрҙә йәнең ни теләй, шул тулып ята. Нимәгә күҙ нурҙарыңды түгергә, ти? Әммә ҡул эштәре менән ултырыу Флүрә апай өсөн ниндәйҙер әйберҙәрҙең етешмәүенән түгел, ә күңел талабы.
- Яратҡан шөғөлөм йән тыныслығы бирә, уйҙарҙы тәртипкә һалырға ярҙам итә, һәр теккән, бәйләгән әйберемдән йәм табам, -ти әңгәмәсем.
Флүрә Мөжәүир ҡыҙы ғаиләһе менән дә бәхетле. Тормош иптәше Рәхимйән ағай менән бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бөгөн инде биш ейән-ейәнсәргә бәхетле олатай менән өләсәй улар. Әсәнән күргән – тун бескән тигәндәй, ҡыҙҙары Әлфиә лә әсәһенә оҡшап оҫта тегенсе. Заказ буйынса кейем-һалым, тормош кәрәк яраҡтары тегә.
Йәйен баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә, ҡура тултырып ҡош-ҡорт та тота өлгөр хужабикә. Әле лә хаҡлы ялда булған ханым тик кенә ултырмай. Ҡатын-ҡыҙҙың тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ өй эштәренән тыш, “Преображенск” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә махсус хәрби операция зонаһында йөрөгән егеттәребеҙгә эске кейемдәр тегеүҙә ярҙамлаша. Ил яҙмышына битараф ҡалмай, ваҡыт табып, изге эшкә ҡушылыуы тик хөрмәт кенә уята был апайҙа.
Розалия Такалова