Хеҙмәткә һөйөү, ололарҙы хөрмәтләү һәм һәр кешегә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыу кеүек әхлаҡ принциптарына ҡоролған ғәҙәти ауыл тәрбиәһе алған егетебеҙ бик әҙәпле, ғәҙел, һәр ҡылған ғәмәленә яуаплы булып буй еткерә.
– Йәш саҡта, күп кенә тиҫтерҙәрем кеүек, Себер тарафтарына йә иһә берәй грандиоз төҙөлөшкә сығып китергә тигән уй бар ине, – тип иҫләй бөгөн Ислам Айрат улы. – Әммә тыуған ер барыбер ҙә нығыраҡ тарта ине. Шуға ла агроном һөнәренә уҡырға индем.
Бына ошо мөһим ҡарар уның алдағы тормош юлын билдәләй ҙә инде: бар ғүмерен мәҡәләбеҙ геройы тыуған ауылына һәм уның тирәләй диңгеҙҙәй тулҡынланып ятҡан икһеҙ-сикһеҙ сәсеү яландарына бағышлай. Хеҙмәт биографияһының төп өлөшөн игенселек тармағына арнай, һигеҙ йыл совхозда баш агроном булып эшләй. Һәр кеше менән еңел генә уртаҡ тел таба белеүе, ниндәй ҙә булһа осопҡта килеп тыуған ҡатмарлы мәсьәләне лә еңел генә хәл итә белгән йәш белгес тиҙ арала үҙе эшләгән коллективта ла, ауыл халҡы араһында ла абруй ҡаҙана. Тап шуға ла теүәл 15 йыл элек Яманһаҙ ауыл советы депутаттары Ислам Айрат улын бер тауыштан ауыл биләмәһе башлығы итеп һайлай.
Ул ваҡыттарҙа ауылдың хәл-торошо ҡырҡа үҙгәргән була һәм, әйтергә кәрәк, яҡшы яҡҡа түгел. Быға тиклем күп кенә хужалыҡ мәсьәләләрен ҡеүәтле техникаһы, белгестәре булған совхоз хәл итһә, уның тарҡалыуы менән бөтә мәшәҡәттәр урындағы ауыл хакимиәте иңенә ята.
Әммә Ислам Айрат улы юғалып ҡалғандарҙан түгел. Хәҙер инде тәжрибәле етәксе булған мөмкинселектәрҙе файҙаланып, эш процесын шундуҡ яйға һалып ала һәм күп кенә проблемалы һорауҙарҙы хәл итеүгә ирешә. Төп иғтибар, әлбиттә, биләмә эсенә ингән ауылдарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтелә. Ун йыл буйына бойомға ашырылған Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында һигеҙ тапҡыр еңеүгә өлгәшкән яманһаҙҙар һәм һултантимерҙәр был йәһәттән бик күп матур эштәр башҡара.
Рухи тамырҙарҙан көс алып, иман юлына ла баҫа ла мәҡәләбеҙ геройы. Аҙаҡҡы бер нисә йыл Ислам Айрат улы урындағы мәсеттең имам- хатибы.
– Быйыл беҙ хәләл ефетем менән Мәккәгә хаж ҡылып ҡайттыҡ, – тип һөйләй Ислам Айрат улы. – Бүтән илдәрҙәге мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең тормошон күреп, күп нәмәгә донъяуи ҡарашыбыҙ үҙгәреп ҡайттыҡ. Һаман да бик ҙур тәьҫир аҫтында йөрөйбөҙ.
Әйткәндәй, Ислам Айрат улы ғаиләһендә лә ышаныслы тормош иптәше, хәстәрлекле атай, яратҡан ҡартатай. Хәләл ефете Фәимә апай менән өс балаға ғүмер биреп, лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ояһында ни күрһә, осҡанда ла шул булыр, тигәндәй барыһы ла юғары белемле, төрлө яуаплы вазифаларҙа уңышлы эшләп йөрөйҙәр, һәр береһе бәхетле ҡартатай менән ҡартәсәйгә өсәр ейән-ейәнсәр бүләк иткәндәр.
– Балаларыбыҙ, шөкөр, беҙҙең өсөн өҙөлөп торалар, йәш ҡайтып, хәлебеҙҙе белеп китәләр. Һәр ял һайын тиерлек йортобоҙ кескәйҙәрҙең шат тауышына күмелә. Ошо инде бәхет тигәндәре, – тип йылмая мәҡәләбеҙ геройы.
Уҙған айҙа Ислам Айрат улы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһынан үҙ теләге менән китте. Уның фекеренсә, һәр нәмәнең үҙ мәле бар, ваҡытында йәштәргә юл бирергә лә кәрәк. Әлбиттә, нисәмә йылдар иңгә-иң терәшеп эшләгән ауыл Советы депутаттары был ҡарарҙы теләкһеҙ генә ҡабул итте. Ултырыш эшендә ҡатнашҡан район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов Ислам Айрат улының күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәтенә юғары баһа бирҙе һәм абруйли ир-уҙаманға уның дини эшмәкәрлегендә ҙур уңыштар, ныҡлы һаулыҡ һәм ғаилә именлеге теләне. Беҙ ҙә ошо изге теләктәргә ихлас ҡушылабыҙ!
Евгений Гордов фотоһы.