Дүрт улға ғүмер бүләк иткән, дәртләнеп донъя көткән Иҫәнгилдиндар тормоштоң йәмен тыуып үҫкән ерҙәрендә тапҡан. Ғаилә башлығы Ринат Сәйфулла улы һөнәре буйынса водитель, бына инде тиҫтә йылдан артыҡ мәктәп автобусында балалар алып йөрөй. Ә Зөлфиә Әхмәтзыя ҡыҙы Сибай медицина училищеһын тамамлаған. Һайлаған һөнәре буйынса эшләргә тура килмәһә лә, бер көн дә эшһеҙ ултырғаны юҡ уның. Бөгөнгө көндә урындағы почта бүлексәһендә ауылдаштарына гәзит-журналдар, хат, ут, һыу өсөн түләү ҡағыҙҙары ташый. Икеһе лә ябай, эшсән ғаиләләрҙә тыуып үҫкәнгәме бер эштән дә ҡурҡмай, тормоштоң әсе-сөсөһөнә бирешмәй татыу, лайыҡлы тормош көтә улар.
Иҫәнгилдиндарҙың иң ҙур байлығы – балалары. Өлкән улдары Линар Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған, табип анестезиолог - реаниматолог һөнәренә эйә. Бөгөнгө көндә баш ҡалабыҙҙың кардиология үҙәктәренең береһендә уңышлы эшләп йөрөй. Кәләше Гөлфинә менән Арина исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Икенсе улдары Радмир Башҡорт дәүләт медицина университетының быйыл һуңғы курсында, киләсәктә үҙен табип проктолог итеп күрә. Тырыш егет уҡыу менән бер рәттән, Өфөнөң тән бешеүҙе дауалау үҙәгендә медбрат булып эшләп тә өлгөрә. Иҫәнгилдиндарҙың өсөнсө улдары Рәмзил дә ағалары юлын һайлаған, Ырымбур дәүләт медицина университетының беренсе курс студенты. Төпсөктәре Фәнзил Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының 8 класында белем ала, уҡыу алдынғыһы. Ул да киләсәктә табип булырға хыяллана.
Атаһына ҡарап улын ҡос, әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, ти халыҡ. Ысынлап та, был һүҙҙәр Иҫәнгилдиндар ғаиләһенә лә хас кеүек. Ишле ғаиләлә бер-бер артлы буй еткергән малайҙар һәр береһе аҡыллы, ярҙамсыл, итәғәтле. Уҡыуҙа ла һынатмаған, спортҡа әүәҫ егеттәр мәктәп йылдарынан уҡ саңғы ярыштарында ҡатнашып район-ара бәйгеләрҙә үҙҙәре уҡыған гимназия данын яҡлап призлы урындар яуларға ирешә. Студент булғас та саңғы менән ныҡлап шөғөлләнеүен ташламаған Радмир, үҙе уҡыған университет йыйылма командаһы составында, Алтай крайы Барнаулда үткән саңғы ярышында республика данын яҡлай. Сос егет һынатмай, бөтә Рәсәйҙән йыйылған ҡатнашыусылар араһында 2- се урын алыуға өлгәшә. Шулай уҡ егеттәр шахмат, шашкала ла оҫта уйнайҙар. Ә инде каникулдар мәлендә бергәләшеп саф һауала, ҡышын саңғыла йөрөү, йәйен велосипедта елдереү уларҙың ғаилә традицияһына әйләнгән.
Эшһөйәр Иҫәнгилдиндар бәхеттең нигеҙе хеҙмәттә икәнен яҡшы белә һәм ауыл тормошонан йәм табып йәшәй. Ауыл кешеһенә хас булғанса улар күпләп баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт көтә. Зөлфиә Әхмәтзыя ҡыҙы уңған хужабикә, яҡындарын тәмле-татлы ризыҡтар бешереп һыйларға, сәскәләр үҫтерергә, бәйләм бәйләргә ярата. Өй хужаһы Ринат Сәйфулла улының да ҡулы ипле. Үҙ ҡулдары менән төҙөп сыҡҡан ике ҡатлы йорттоң проект авторы ла ул үҙе.
Бар эште лә берҙәм башҡарырға өйрәнгән Иҫәнгилдиндар, иш янына ҡуш тигәндәй, еләк-емеш осоронда бергәләп силәк-силәк еләк, көҙөн бәшмәк йыйып һатыуға сығарып аҡса эшләйҙәр. Әсәнең аш һыу бүлмәһендә лә ҙур ярҙамсылары тап улдары.
-Малайҙар һәр ваҡыт ҡул араһында, эш айырмай үҫтеләр. Эш ҡушҡанды көтөп ултырмайҙар, үҙҙәре белеп тотоналар. Эшләгәндәре беҙҙең өсөн булһа, өйрәнгәндәре үҙҙәре өсөн, – ти Ринат Сәйфулла улы.
Халҡыбыҙҙа борон-борондан атай абруйы, атай һүҙе көслө мәғәнәгә эйә булған. Был ғаиләлә лә ата һүҙе, ата абруйы ҙур булыуын, әсә кешенең улдарына һәр ваҡыт “Атайығыҙ менән кәңәшләшегеҙ”, “Атайығыҙ ни әйтер?” тип ғаилә башлығының мәртәбәһен юғары ҡуйыуында сағыла. Ошо рәүешле Зөлфиә һәм Ринат Иҫәнгилдиндарҙың ғаилә ағзалары араһында үҙ-ара ихтирамлы мөнәсәбәт булдырылған.
-Шөкөр, улдарыбыҙ йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтергәндәре юҡ. Беҙ ҙә уларҙың һәр башланғысын хуплап, дәртләндереп торорға тырышабыҙ, – ти бәхетле ата менән әсә.
Балаларға лайыҡлы тәрбиә биреп, оло юлға сығарыу – һәр ата-әсәнең изге бурысы. Ә тәрбиә – иң беренсе сиратта үҙең балаға үрнәк булыуҙан тора. Үҙ миҫалдарында улдарына өлгө булып, уларға хеҙмәт тәрбиәһе биреп үҫтергән Иҫәнгилдиндар ғаиләһе ҙур хөрмәткә лайыҡ.