Сираттағы эш яйы менән Йылайыр ауылының Башҡорт гимназияһында уҙғарылған күләмле сарала булырға тура килде. Был сарала ҡул эштәренән торған бик матур күргәҙмә ойошторолған ине. Иҫ китмәле матур, үҙенсәлекле, стилләштерелгән биҙәүестәрҙән торған ҡул эштәренә тап булдым һәм шунда уҡ был мөғжизәне тыуҙырыусы гүзәл зат менән яҡындан танышыу теләге тыуҙы.
Гөлназ Ҡадаева - Йылайыр ауылы ҡыҙы. Бик күп өлкәлә эшләнем, төрлөһөнә тотоноп ҡарап, ләкин ҡул эштәренә һөйөүем барыһынанда юғары булып сыҡты, стилләштерелгән милли биҙәүестәрҙе һайланым. Бала саҡтан ҡул эштәре менән шөғөлләнергә яратам. Бер нисә йыл элек халыҡта милли биҙәүестәргә ихтыяж тыуҙы. Күреп оҡшаттым да үҙемсә эшләп ҡарарға булдым. Шулай итеп, бына инде ике йыл яратҡан һөнәрем менән булышам», - ти уңған ҡыҙ.
Ҡул эше менән шөғөлләнеү миңә әсәйемдән бирелгән. Яратҡан шөғөлөм матурлыҡҡа әйҙәй, күңел күтәренкелеге, йән тыныслығы бирә, уйҙарҙы тәртипкә һалырға ярҙам итә. Күбеһенсә биҙәүестәрҙе үҙем булғанда эшләргә яратам, күптәр буш ваҡытын телевизор, телефонда уҙғарып ял итһә, минең өсөн ҡул эштәре менән булышыу үҙе бер ял булып тора, - ти әңгәмәсем.
Биҙәүестәрен һатып тапҡан килеме, үҙе әйтеүенсә, хужалыҡта ярап ҡала. Бөгөнгө көндәлә йәшәйешебеҙҙә ҡул эштәре һатып, килем алғандар артҡандан-арта бара, Гөлназ үҙенә бындай маҡсат ҡуймай ҡуйыуын, әммә уның әйберҙәрен күреп ҡалып, оҡшатып заказ биргәндәр юҡ түгел. Бигерәктә байрамдар алдынан бүләк алыусылар күбәйә. Гөлназ әйтеүенсә, стилләштерелгән милли биҙәүестәрҙе эшләү өсөн күп көс һәм түҙемлелек кәрәк, аҡса күләмендә һанаһаң, ҡайһы саҡ үҙен аҡлап та етмәй. Әммә эшләгән мәлдәге кисергән хис-тойғолар шуға торорлоҡ. Һәр биҙәүесенә йөрәк йылыһын һалып, изге теләктәрен ҡушып башҡара йүнсел ҡыҙ. Үҙенең ҡул эштәре менән төрлө конкурстарҙа, район кимәлендә уҙған сараларҙа, күргәҙмәләрҙә ҡатнаша оҫтабикә.
Уңғандың ҡулы унау, тигән һүҙҙәр ҙә тап минең әңгәмәсем хаҡында әйтелгән кеүек. Ул өлгөр һәм егәрле хужабикә лә. Тормош иптәше менән Йылайыр ауылында матур итеп донъя көтәләр. Гөлназ Ҡадаеваның маҡсаты ҙур – киләсәктә лә үҙ ҡулдары менән эшләгән матурлыҡ ярҙамында тирә-яҡтағыларҙы һоҡландырып, шул уҡ ваҡытта башҡорт халҡының тарихына, нәҫеленә һәм мәҙәниәтенә ылыҡтырыу. Уның кеүек оҫта ҡуллы гүзәл заттарыбыҙ барында ҡул эшенә маһирҙар рәте тулыланыр, был шөғөл киләсәк быуындарға мираҫ булып тапшырылыр.