Ауылдың йәме булған Айбулат менән Зилиә Тулыбаевтарҙың ғаилә бәхетенә күҙҙәр генә теймәһен. Эшһөйәр, үҙ-ара татыу йәштәр бынамын итеп донъя ҡорорға ла, биш балаға атай менән әсәй булырға ла өлгөрә. Ишле ғаилә сәскәләй өс ҡыҙға, баһадирҙай ике улына ғүмер бүләк иткән. Улдары әлеге ваҡытта Хәйбулла районында урынлашҡан Аҡъяр тау колледжында уҡып йөрөй. Өлкәне Айназ быйыл дүртенсе курста, шахтер һөнәре буйынса белем ала, бер үк ваҡытта «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты»нда уңышлы эшләп йөрөй. Кесе улдары Алмас машиналар ремонтлау һөнәрен үҙләштерә, әле ул беренсе курста уҡый.
Йорт биҙәге, ғаилә йәме булған ҡыҙҙар иһә әсәйҙәренең уң ҡулы, ярҙамсыһы. Уҡыуҙа ла һанатмай улар, тик яҡшы билдәләргә генә уҡыйҙар. Ҡыҙҙары Зөлхизә Аҡъяр ауылындағы 3-сө полилингваль мәктәптең туғыҙынсы класында белем ала. Гөлиә исемле ҡыҙ Һабыр урта мәктәбенең өсөнсө класс уҡыусыһы. Мәктәптә үткәрелгән конкурстарҙа бик әүҙем ҡатнаша, урындар яулап ата-әсәһен ҡыуандырып ҡына тора. Үткән йыл район буйынса үткәрелгән «Урал батыр» конкурсында беренсе урын яулаған ул. Шундай тырыш, аҡыллы ҡыҙ балаға киләсәктә лә башҡорт рухлы булып ҡалыуын теләйбеҙ. Тулыбаевтарҙың иң бәләкәс ҡыҙҙары Яҙгөл, ул ғаиләлә иң наҙлыһы, иң татлыһы... Ата-әсәһе һәм апай-ағайҙары араһында иркәләнеп кенә үҫеп килгән Яҙгөл Һабыр урта мәктәбендә беренсе класта белем ала.
Ғаилә башлығы Айбулат Ғиниәт улы әлеге көндә Ҡаҙырша ауылы мәҙәниәт йортонда котельный операторы булып эшләһә, Зилиә Саяф ҡыҙы шунда уҡ мәҙәни ойоштороусы булып хеҙмәт итә. Төп эшенә, донъя мәшәҡәттәренә лә өлгөр булған Тулыбаевтар балалары менән аралашырға, уларға тейешле тәрбиә бирергә лә ваҡыт таба.
Тулыбаевтар күпләп мал, ҡош-ҡорт көтә, баҡса үҫтерә, донъялары ла гөрләп тора. Барлыҡ йорт эштәрендә лә ата-әсәгә балалары ярҙам итә, һәр эшкә өйрәнеп үҫә.
– Ҡыҙҙарым менән бергәләп баҡса үҫтерәбеҙ. Көҙ айҙарында иһә йыйып алған йәшелсәләрҙән төрлө салаттар, емеш-еләктәрҙән ҡайнатмалар, компоттар эшләйбеҙ. Ҡыш буйына етәрлек итеп әҙерләп алабыҙ. Йорт эсендә лә эштәрҙе ҡыҙҙарым бүлешеп, татыу ғына башҡара. Береһе урын йыйһа, икенсеһе иҙән, өсөнсөһө ҡашыяҡ йыуа. Улдарыбыҙ ҙа бик шәп беҙҙең! Улар йорт тирәһендә барлыҡ ауыр эштәрҙе аталары менән берлектә башҡара. Утын, бесән эшләү, мал ҡарау эштәрен һәр саҡ бергәләп, күҙ асып йомғансы эшләп тә ҡуялар. Атай, тағын нимәләр эшләргә кәрәк, тип аталарының күҙҙәренә ҡарап ҡына торалар. Балаларыбыҙҙы эшһөйәр итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ, – ти мәҡәләм геройҙары.
Зилиә Саяф ҡыҙының әйтеүенсә, балаларының тыуған көндәрен, яңы йыл, 23 февраль, 8 март кеүек байрамдарҙы ғаилә менән бергәләшеп күңелле итеп билдәләйҙәр икән. Үҙ-ара бүләктәр бирешеп байрам кәйефен булдыралар.
– Тыуған көндәрҙе һәм иҫтәлекле даталарға арналған байрамдарҙы ғаилә менән генә билдәләргә яратабыҙ. Барлыҡ иғтибарыбыҙҙы ҡунаҡтарға түгел, ә балаларыбыҙға бүлеү өсөн шулай өйрәнгәнбеҙ. Йәйгеһен ҡунаҡҡа туғандарыбыҙ килһә сәйәхәт итәбеҙ, ғаиләбеҙ менән тәбиғәт ҡосағында ял итәбеҙ, – ти әсә.
Тулыбаевтарҙың йорто шат балалар тауышынан гөр килеп тора. Балаларҙың бәхетле булыуы, ата-әсәйҙең татыу йәшәүенән дә тора ти улар.
– Балаларым бер-береһенә терәк булһындар тип, бишәү итергә ҡарар иттем һәм бер ҙә үкенмәйем, һәр бер бала үҙ ризығы менән тыуа... Ишле ғаиләлә балалар ярҙамсыл, бер-береһенә иғтибарлы, дуҫ, эшһөйәр булып үҫәләр. Балаларымдың һау-сәләмәт, эргәмдә булыуы, уларҙың шат-көләс йөҙҙәрен күреү минең өсөн ҙур бәхет. Киләсәктә улар тәрбиәле шәхес, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булыуҙарын, ныҡлы ғаилә ҡороуҙарын, ҡартайған көнөбөҙҙә беҙгә терәк-таяныс булыуҙарын теләп кенә торабыҙ. Ғөмүмән әйткәндә, барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға ла ғаилә бәхете, балалар ҡыуанысы теләйем. Барығыҙға ла изге теләктәрҙе юллайым, илебеҙҙә барған махсус хәрби операцияһы тиҙерәк тамамланһын, күгебеҙ аяҙ, илебеҙҙә тыныслыҡ булыуын теләйем, – тип һүҙен тамамланы Зилиә Саяф ҡыҙы.
Үҙ көстәре менән гөрләтеп донъя көткән, өй йылыһы, ҡот бөркөлөп торған йортта бәхеткә урын бар. Шуны күҙ ҡараһындай һаҡлап, оҙаҡ йылдар шулай татыулыҡта йәшәргә яҙһын, Тулыбаевтарға! Уларға иҫәнлек-һаулыҡ, именлек, бәрәкәтле мул тормош теләйбеҙ!