Тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә татып өлгөргән Сәрүәр Солтанғәле ҡыҙы бөгөн бер нәмәгә лә зарланмай. Балалары, туғандары һәм яҡындары уның фәһемле кәңәштәренә, ярҙамына әле булһа ла мохтаж.
Уның күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте лә юғары баһаланған – «Сауҙа Отличнигы», «Коммунистик хеҙмәт ударнигы» һәм «Хеҙмәт ветераны» кеүек маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була ул. Шулай уҡ «Еңеү көнө» юбилей даталарына ҡарата булған почет грамоталары һәм күп һанлы миҙалдар менән бүләкләнә.
Әлеге көндә юбилярҙың иң оло бәхете ул – балалары. Биш балаға ғүмер бүләк итеп, ун бер ейән-ейәнсәренә һәм егерме дүрт бүләсәренә һөйөнөп йәшәй Сәрүәр Солтанғәле ҡыҙы. Уларҙың уңыштарына ҡыуанып, уларға именлек теләп тора ул.
Оло хөрмәткә эйә булған ағинәйҙе күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Яңы атҡан һәр көнөнә шатланып тағы ла оҙаҡ йылдар һаулыҡта, именлектә йәшәүен теләп ҡалабыҙ!
Фото район хакимиәтенең «Бәйләнештә»ге төркөмөнән алынды.