Ҡотоева Миңзәлә – Йомағужа (Ҡыпсаҡ) ауылында Таңһылыу Ҡәһәрмән ҡыҙы менән Мәхийән Мөхәмитйән улының ишле ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Бала саҡтан уҡ бик теремек, тырыш бала булып үҫә. Ата-әсәһенең уң ҡулы, ярҙасыһы, туғандарына ҡарата иғтибарлы, мәрхәмәтле булып буй еткерә Миңзәлә апай. Мәктәп йылдарында ла һанатмаған ул, яҡшы уҡый, мәктәптең йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша, йырға, бейеүгә оҫта була, төрлө ярыштарҙа, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Йомағужа урта мәктәбен уңышлы тамамлап, Өфө ҡалаһының профессиональ-техник училищеһына моляр һөнәрен үҙләштерә. Студент йылдарында ла ҙур әүҙемлек күрһәтә. Уҡыу йортон тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын тыуған ауылындағы көнкүреш комбинатында - ҡабул итеүсе булып, артабан мәктәптә пеонервожатый булып эшләй.
Артабанғы яҙмышын буласаҡ тормош иптәше Шәһит Шәрифйән улы менән бәйләп, Сидеровка ауылында төпләнә улар. Ғаилә бәхетен ишәйтеп бер ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Ҡотоевтарҙың ғаиләһе ауылдаштарына үрнәк булып тора. Балаларына яҡшы тәрбиә биргән матур ғаилә бөгөн бәхетле алты ейән-ейәнсәргә һөйөклө өләсәй һәм ҡартатай. Ғаиләлә Миңзәлә Мәхийән ҡыҙы тормош иптәшенә ныҡлы терәк, яратҡан балалары өсөн ҡәҙерле әсәй. Балалары ла үҙ сиратында уңышы менән ата-әсәһен шатландырып, һөйөндөрөп кенә торалар.
“Егәрленең ҡулы етәү” – тигәндәй тынғы белмәҫ Миңзәлә апай бер ваҡытта ла эшһеҙ тормай, ҡайҙа ғына эшләмәһен уның тырышлығы, эшһөйәрлеге, ихтирам һәм хөрмәткә лайыҡ. Күп кенә йылдар ауыл советы биләмәһендә белгес булып эшләп хаҡлы ялға сыға, бер аҙ ял иткәндән һуң мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә ойоштороусы булып эшкә төшә. Үҙенә йөкмәтелгән бурысты еренә еткереп башҡарыусы, райондың ижтимағи-мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашыусы, республика, төбәк-ара конкурстарҙа һоҡландырғыс сығыштары менән барыһында әсир итеүсе Миңзәлә Мәхийән ҡыҙының эшенә һоҡланмау мөмкин тугел.
Миңзәлә Мәхийән ҡыҙы ойошторған һәр-бер сара, һәр-бер байрам үҙе бер матур тамаша кеүек уҙа. Үҙ эшенә етди ҡараған хеҙмәткәр ниндәй генә ауыр ваҡытта йәшәһәктә, йөрәк һыҙланыуҙарын тотҡарлап, кеше файҙалы ял итһен, тормошо йәмлерәк, күңеллерәк булһын өсөн бар тырышлығын һала. Бәләкәй генә сара үткәреү өсөн дә күпме эҙләнеү, ижад итеү, репетициялар үткәреү кәрәклеге икәнен был өлкәлә эшләгән кеше генә аңлай ала.
Әгәр ауылымдың мәҙәни мираҫын тергеҙеү, һаҡлау һәм арттырыу, рухи байлыҡты, тәжрибәне быуындан-быуынға тапшырыу буйынса мин ниндәйҙер кимәлдә үҙ өлөшөмдө индерә алам икән, тимәк мин шуның менән бәхетле һәм ихлас күңелемдән ғорурлана алам, - ти Миңзәлә Мәхийән ҡыҙы.