Уҡытыусы тигән изге һөнәргә бар ғүмерен бағышлаған ул. Үҙ эшен һәр саҡ ҙур теләк менән башҡара, балаларға күңел йылыһын ихлас бүлә. 41 йылдан ашыу мәғариф өлкәһендә эшләгән, хәҙерге ваҡытта хаҡлы ялдағы ханым ял итергә яратмай.
Уның уңғанлығына һоҡланмау мөмкин түгел. Матурлыҡты үҙ иткән, уны халыҡҡа өләшеүсе булараҡ та билдәләп үтер инем уның турала әйткәндә.
Интернет селтәрҙәрендә бик күптән күҙәтеп барам Зөлфиә Рауил ҡыҙы әҙерләгән зефир гөлләмәләрен, торттарын... Ул килтереп сығарған сағыу төҫтәге тәмлекәстәр күҙҙең яуын алырлыҡ матур, ысын гөлләмә кеүек. Ашағанда ла телеңде йоторлоҡ тәмле, хатта ошондай матурлыҡты «ауыҙға һалыуы» ла йәл...
– 2021 йылда Анна Глебованың академияһында кондитер курсы үттем. Әле булһа ла ошондай йүнәлештәге курстарҙы, айырым дәрестәрҙе һатып алам. Интернет селтәрҙәрендәге кондитерҙарҙың видеоларын ҡулланмаҫҡа тырышам, сөнки ысын профессионалдың махсус дәрестәре күпкә ышаныслы тип уйлайым. Әле күптән түгел Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә ҡарата тағы ла бер уҡыу үттем. Хәҙер төрләндереп фиалкалар әҙерләйем.
Зефирҙан сәскәләр эшләү – бик мауыҡтырғыс эш. Бик күптәр кибеттә һатылған әҙер продукция менән эшләй тип аңлайҙар икән, улай түгел, әлбиттә, зефирҙы ла үҙем әҙерләйем. Уның өсөн күп нәмә кәрәкмәй. Алма пюроһы, шәкәр, йомортҡа ағы һәм бер төрлө күбертмә. Был матурлыҡтарҙы тәүҙәрәк үҙем өсөн, күңел өсөн, яҡындарыма күстәнәс итеп булдыра инем, бөгөн инде заказдар алам, кешенең үтенестәрен кире ҡаҡмай, бүләккә, шулай уҡ күстәнәскә лә әҙерләп бирәм. Был, әлбиттә, ниндәйҙер килем алыу маҡсаты ла түгел, миңә был шөғөл, хобби тип әйтәйемме икән, бик оҡшай.
Тәмле букеттарҙы ҡулдарына алғас һыулы вазаға ултыртыусылар ҙа табылды (йылмая). Зефир менән печенье-зефиросендвичтар иң уңайлы күстәнәс тип һанай һатып алыусыларым. Тыуған көндәргә, ғаилә байрамдарына торттар ҙа бешерәм. Коллегаларымдан заказдар күп булып тора. Бына инде ике йыл дауамында хатта Байконурҙа йәшәүсе райондаштарым Йылайырҙа йәшәгән әсәйҙәренә бүләккә заказдар эшләй. Был шөғөл миңә матурлыҡты күрә, тоя белергә өйрәтә. Шунан сығып, сәскәләрҙә, матурлыҡта донъя йәме тип бушҡа ғына әйтмәйҙәрҙер тип уйлайым.
Зөлфиә Рауил ҡыҙы бөгөн дә яратҡан һәм ғүмер буйына тоғро ҡалған һөнәре менән, гимназияһы, коллегалары һәм, әлбиттә, уҡыусылары менән бәйләнеште өҙмәй. Уны хөрмәт итеп, ҡул эштәре серҙәренә өйрәнеү маҡсаты менән ҡунаҡҡа саҡырып торалар. Шулай итеп ул балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре лә ойоштороп өлгөргән. Әле уны гимназия интернатына ла саҡырғандар. Бар булмышы менән мөғәлимә булған апай киләсәктә зефир эшләргә өйрәтеү дәрестәре лә алып барырға ниәтләй, уныһы хыял ғына әле ти ул.
Бына шундай тырыш та, оҫта ла ул Зөлфиә апай. Бөтә күңеле менән матурлыҡҡа сорналып, тәмлекәстәр менән райондаштарын ғына түгел республика халҡын да ҡыуандырған оҫтабикәгә уңыштар юлдаш булһын. Идеяларының ишелеп тороуын, заказдарының мул булыуын теләйбеҙ.
Фотолар ғаилә архивынан алынды.