Юғары технологиялар дәүерендә балаға хеҙмәт тәрбиәһе биреү, уны үҙ ҡулдары менән нимәлер ижад итергә, яһарға өйрәтеү – еңел бурыс түгел. Әммә ләкин, Раушания Мир ҡыҙының укыусылар менән йылы мөғәлләмәлә булыуы, уларға ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булыуы, һәр дәресенә ҡыҙыҡһындыра белеүе уның дәресенә һөйөү уята.
Раушания Мир ҡыҙы Мәҡсүт ауылында Фәнәзиә Исмәғзәм ҡыҙы һәм Мир Ғәниулла улы Такаловтарҙың ун балалалы ғаиләһендә, алтынсы бала булып донъяға килә.
– Ата-әсәйебеҙ беҙгә яҡшы тәрбиә һәм белем бирер өсөн барыһын да эшләнеләр. Әсәйебеҙ кешелекле, һәр саҡ ярҙамға әҙер булырға өйрәтһә, атайыбыҙ беҙҙә ғәҙеллек, егәрлелек, тырышлыҡ тәрбиәләне. Башланғыс мәктәпте тыуған ауылым мәктәбендә тамамланым, артабан белем алыуымды Баймаҡ лицей интернатында, һуңынан күрше Ҡашҡар ауылында дауам иттем. Был белем усаҡтарын мин һәр ваҡыт йылы хәтирәләр менән иҫкә алам, сөнки унда алған белемем, уҡытҡан уҡытыусыларым мине оло тормош юлына оҙатты, терәк-таяныс булырҙай дуҫтар табырға ярҙам итте, - тип хәтерләй бөгөн Раушания апай.
Юлдыбай һөнәрселек училищеһында һатыусы-кассир һөнәренә уҡып алғас, Сибай ҡалаһының педагогия училищеһына юл тота. Тиҙҙән тәрбиәсе һөнәренә эйә була. Тағыла ситтән тороп Магнитогорск дәүләт университетында технология уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Йәш белгес хеҙмәт юлын Ҡашҡар төп белем биреү мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. Артабан «Миләш» балалар баҡсаһында етәксе вазифаһын атҡара. - Балалар баҡсаһында 7 йыл эшләнем. Күпте башҡарырға тура килде. Етәксемен тип торманым, ниндәй генә эш булһала коллектив менән ҡуша йөрөнөм. Коллегаларым менән татыу булдыҡ. Эшемде ныҡ яратып, һәр ваҡыт еренә еткереп башҡарҙым. Тик уҡытыусы һөнәре күңелемә яҡын булып сыҡты, кире мәктәпкә эшкә килдем. Бар мөмкинселектәрҙе ҡулланып уҡыусылар менән бергә һөнәргә, эшкә, матурлыҡ тыуҙырырға өйрәнәбеҙ.
- Раушания Мир ҡыҙының эшенән бик ҡәнәғәтмен, сөнки ул хеҙмәтенә намыҫлы ҡарашы, иплелеге менән айырылып торған, коллективта ла абруй ҡаҙанған тынғыһыҙ педагог булараҡ билдәле. Үҙендә булған бар белемен, оҫталыҡтарын уҡыусылар менән ихлас уртаҡлаша, уларға белем биреп кенә ҡалмай, шәхес итеп тәрбиәләүгә лә ҙур иғтибар бүлә. Һәләтле уҡытыусының уҡыусылары уның предметы буйынса район олимпиадаларында йыл да еңеүгә ирешә, тик алдынғы урындар яулай. Хеҙмәт дәресенән тыш рәсем дәреслә уға йөкмәтелгән. Шулай уҡ алтынсы класс уҡыусыларының класс етәксеһе булараҡ эш алып бара. Уҡыусылары менән төрлө конкурстарҙа, мәктәптә үткәрелгән барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Улар менән бергә ял көндәрен, каникул ваҡыттарын файҙалы һәм күңелле итеп үткәрергә тырышып тора. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған уҡытыусы уҡыусыларын Бөрйән районына экскурсияға алып барып, уларҙа онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Мәктәп, район спорт сараларында йыш ҡатнашыусы Раушания Мир ҡыҙы уҡыусыларын да сәләмәт тормош алып барырға өндәй, мөмкинселек булғанда Йылайыр ауылындағы физкультура һауыҡтырыу комплексына алып йөрөй.
Күптән тугел мәктәбебеҙ коллективы менән көсө менән ярҙамында акттар залы булдырҙыҡ һәм Раушания Мир ҡыҙына залды биҙәү эшен ышанып тапшырҙыҡ, һөҙөмтәлә зал иҫ киткеҫ матур үҙгәреш алды. Уҡыусыларға концерт ҡуйыр өсөн башҡорт милли кейемдәрен, башлыҡтарҙы, биҙәүестәрҙе бар оҫталығын, күңел йылыһын биреп бер һүҙһеҙ эшләп бирҙе, уның өсөн уға мәктәп исеменән ҙур рәхмәттәремде еткерәм. Тағы ла шуны әйтеп үткем килә, уҡытыу менән бер рәттән мәктәп яны участкаһында баҡса үҫтереү эштәрен алып бара ул. «Хеҙмәткә таянған таймаҫ», - тигәндәй уҡыусыларға баҡса серҙәрен өйрәтеп кенә ҡалмай, баҡса тултырып йәшелсә-емеш, күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр үҫтереү эштәре менән булышалар улар.
Үрҙә әйтеп китеүемсә, Раушания Мир ҡыҙы мәктәп тормошонда ла, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙемлек күрһәтә, шуға күрә ул бик кәрәкле хеҙмәткәр. Уға артабанда эшендә үңыштар, аҡыллы-уңған уҡыусылар, һәр ваҡыт бөгөнгөләй йәш, талантлы, инициативалы уҡытыусы булып ҡалыуын теләйем, - тип изге теләктәрен юллап, маҡтап телгә алды мәктәп мөдире Илфат Сәмиғулла улы Алғошаев.
Бар яҡлап өлгөр булған Раушания Зөлҡәрнәева ғаиләһендә уңған хужабикә, һөйөклө ҡатын, яратҡан әсәй ҙә. Тормош иптәше Айнур Хөсәйен улы менән ауылда гөрләтеп донъя көтәләр. Улар баһадирҙай өс улға ғүмер бүләк иткәндәр. Өлкән улдары Айсыуаҡ ил алдындағы бурысын үтәп хәрби хеҙмәттә йөрөй. Икенсе улдары Искәндәр Сибай күп профилле һөнәри колледжының беренcе курс студенты. Иң кинйә улдары Самат Ҡашҡар мәктәбенең дүртенсе класс уҡыусыһы.
Әңгәмә һуңында Раушания Мир ҡыҙы үҙенең тормош юлында терәк-таяныс булған, һәр саҡ ярҙамға килергә ашҡынып торған бейеме Ғәбиҙә Ҡасим ҡыҙына, хөрмәтләп, ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткергә ашыҡты.
- Алсаҡ, итәғәтле бейемемә рәхмәтем сикһеҙ, уның аҡыллы, төплө кәңәштәре тормош көткәндә ныҡ ярҙам итә. Ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашырға, тәрбиәләшергә ваҡытын һис йәлләмәй, улар өсөн өҙөлөп тора. Балаларымда ҡартәсәйҙәрен яратып, һәр ваҡыт уның янына ашҡынып торалар.
Ғөмүмән әйткәндә, Зөлҡәрнәйевтар ғаиләһе ауылдаштары араһында ҙур хөрмәт, абруй ҡаҙанған. Уларҙың ҡорған донъялары ла ялтырап тора, таҙалыҡта, муллыҡта йәшәгән ғаилә йәштән хеҙмәттә сынығып үҫкән, уларҙың ҙур хужалығы ла бар, ишле итеп мал тыуарында көтәләр, баҡса ла үҫтерәләр.