Бөтә яңылыҡтар

Нурияның нурлы донъяһы

Ошо көндәрҙә Нурия Камалетдин ҡыҙы Үтәева барлыҡ туғандары, дуҫтары менән үҙенең 70 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй.

Нурияның нурлы донъяһы
Нурияның нурлы донъяһы

Гүзәл Өфө тураһында күпме матур йырҙар ижад ителгән дә, күпме сихри шиғыр юлдары яҙылған. Баш йортобоҙ хаҡында күңел торошона яҡты нур өҫтәр, изге хис-хәтирәләр уятыр һүҙҙәр әле әйтелеп бөтмәгән әле. Башҡортостаныбыҙҙың  төп ҡалаһынан дүрт йөҙ саҡрым аралыҡта ятҡан Йылайыр районы үҙәгендә ғүмер кисереүсе  хеҙмәт ветерандары Үтәевтар Өфө тураһында һүҙ сыҡһа, ҡайҙа ғына йөрөһәк тә һин булырһың уйымда, тигән билдәле йыр һүҙҙәрен ҡабатларға яраталар. Эйе, ошо гүзәл ҡала уларҙың яҙмышында онотолмаҫ урын алып тора...

Бынан ярты быуат элек ике йәш йөрәк Өфөнөң Салауат Юлаев һәйкәле янында бер-береһен осрата һәм ошонда егет менән ҡыҙ араһында мөхәббәт уты тоҡана. Йылайыр районының Һултантимер ауылы егете Ислам, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында агрономия бүлеген тамамлағандан һуң өс йыл  әрме хеҙмәтен үтеп, юғары белем алыу ниәте менән Өфөгә килгән була, ә Ғафури районы Мәндем ауылы ҡыҙы Нурияның Салауат ҡалаһында профтехучилищела төҙөүсе һөнәрен үҙләштереп,  баш ҡаланың  төҙөлөш ойошмаһында диспетчер булып эшләп йөрөгән мәле. Имтихандар араһында Ислам милли батырыбыҙ һәйкәле янына ял итергә килә һәм китап уҡып ултырған бөҙрәләнеп торған ҡара сәсле сибәр ҡыҙға иғтибар итә, бар батырлығын туплап, егет уның менән танышыуға ирешә. Һуңынан инде бер йыл ике арала хат алышыуҙар, һағынышып осрашыуҙар дауам итә. Ислам район үҙәгендә эшләп, ситтән тороп ауыл хужалығы институтында уҡып йөрөй һәм шәхси тормошон да көйләп ҡуйырға ҡарар итә. Атаһы Фәйзулла ағай менән ул йыраҡтағы Ғафури төбәгенә юл тота, һөйгәненең ата-әсәһенең ризалығын ала. Күп тә үтмәй йәштәр, Йылайырҙа ғаилә ҡороп, парлы тормош юлын башлайҙар. Ошо мөһим ваҡиғаға август айында 50 йыл була. Ә ошо көндәрҙә Нурия Камалетдин ҡыҙы барлыҡ туғандары, дуҫтары менән үҙенең 70 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй.

Нурия данлы Сәйетбаба ауылында ғаиләлә тәүге сабый булып донъяға килә. Тиҙҙән оҫта һунарсы, умартасы, мал белгесе булып яҡын тирәлә билдәлелек яулаған Камалетдин ағай ғаиләһен Мәндем йылғаһы буйындағы күрше ауылға күсерә. Ғаилә ишәйә бара. Уңған Камалетдин  менән Миңлегөл Кәлимуллиндар барлығы 10 балаға ғүмер бүләк итәләр. Баш бала булараҡ Нурия ҡусты-һеңлеләренә матур өлгө булып буй еткерә, инәһенең (ул яҡтарҙа әсәйҙе шулай тиҙәр) уң ҡулы була, унан бик күп һөнәр үҙләштерә. Ауылда мәктәпте уңышлы тамамлағас, үҫмер ҡыҙ әхирәттәре менән Салауат ҡалаһына юллана, училищела уҡый. Һуңынан баш ҡала Өфөгә эшкә килә. Һәм ошонда мөхәббәтен таба.

Йылайырҙа Нурия Камалетдин ҡыҙы 27 йыл район хакимиәтендә секретарь-машинистка булып эшләй, һуңынан урындағы коррекция мәктәбендә хеҙмәт юлын дауам итеп, хаҡлы ялға сыға. Һәр эштә ул үҙен тырыш, намыҫлы хеҙмәткәр итеп таныта, бик күп Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Тормош иптәше Ислам Фәйзулла улы ла районда бик яуаплы вазифаларҙа маҡтаулы эшләй. Улар өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр, барыһына ла юғары белем алырға, ғаилә ҡорорға ярҙам итәләр. Әле улар Өфөлә, Свердловск өлкәһендә төпләнгәндәр. Балаларының тормоштарына, уларҙың хеҙмәт уңыштарына, ейән-ейәнсәрҙәренең ихтирамына төрөнөп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә бөгөн Үтәевтәр. Уларҙың йорт биләмәһе гөл-баҡсаны хәтерләтә. Унда ниндәй генә сәскә үҫмәй ҙә ниндәй генә йәшелсә-емеш уңышы менән һөйөндөрмәй хужаларын. Оҫта ҡуллы хужабикәнең өҫтәле ҡунаҡтар өсөн һәр төрлө тәмле, хәләл ризыҡтар менән тулы була. Көләс йөҙлө, киң күңелле, йор һүҙле, ярҙамсыл ханымға ауылдаштары оло хөрмәт күрһәтәләр, дин тәғлимәттәрен теүәл, тоғро үтәгән был ағинәйҙең абруйы ла яҡташтары араһында бик юғары. Ғаилә башлығы ла хаҡ дин юлына баҫҡан.

Үтәевтәр үҙҙәренең еңел автомашиналарында Өфө ҡалаһына барып ҡайтырға ла форсат бүләләр. Беренсенән, унда ҡәҙерле балалары – бер улы һәм ҡыҙы ғаиләләре менән йәшәй, яратҡан ейән-ейәнсәрҙәре өҙөлөп көтә, икенсенән, уларҙы ҡасандыр ярты быуат элек, осраштырған, онотолмаҫ йәшлек мәлдәрен бүләк иткән баш ҡала урамдары саҡыра.  Ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, нисә йылдар үтһә лә Өфө уларҙың күңел түрендә яҡты хәтирәләр уята, йәнгә нур өҫтәй, йыр булып яңғырай...

Т.Исмәғилев.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас