Бөтә яңылыҡтар

60 йыл бергә

Май айында Һабыр ауылының абруйлы ғаиләләренең береһе – Ҡәһәрмән Мостафа улы  менән Хәбирә Ғүмәр  ҡыҙы Солтановтар иңгә-иң терәп, тормош һуҡмаҡтары буйлап парлы ғүмер үтеүҙәренә 60 йыл тулыу айҡанлы  гәүһәр туйҙарын билдәләне.

60 йыл бергә
60 йыл бергә

Тап бөгөнгөләй  алмағастар күкрәп сәскә атҡан, тәбиғәт йәшеллеккә күмелгән мәлдә, бынан 60 йыл элек табышып ҡауыша Солтановтар. Сығышы менән Хәйбулла районы Ибраһим ауылы ҡыҙы, 16 йәшлек кенә  Хәбирәне Шәмсетдин ауылы егете Ҡәһәрмәнгә димләп  бирәләр.  Егет –ҡыҙҙы, ҡыҙ – егетте күрмәгән көйө Ҡәһәрмән ағайҙың туғандары аша ике яҡлап килешеп, уларға никах уҡыталар.  Шулай итеп бер ғаилә булып йәшәп китә улар.

- Бер –беребеҙҙе алдан белмәнек, осрашып, дуҫлашып та йөрөмәнек. Яҙмыш шулай ҡушҡандыр инде. Ҡайны-ҡәйнә йортона килен булып төшкәндә миңә ни бары ун алты ғына ине. Ҡалын туй яһап өйләнештек. Туй бер аҙанала беҙҙең яҡта, икенсе аҙнаһында Шәмсетдиндә булды. Ҡәһәрмәндең ата-әсәһе мине йылы ҡабул итте, үҙ-ара татыу йәшәнек, һүҙгә килешмәнек. Шәмсетдиндә бер аҙ торғас Һабырға үҙ йортобоҙға күсендек, – тип хәтирәләргә бирелә Хәбирә апай.

Күп балалы ғаиләлә үҫкәнгәме, Хәбирә бәләкәйҙән яуаплы, тырыш, ҡара эшкә әрһеҙ була. Тыуған ауылында 8 класты тамамлай. Уҡыу менән бер рәттән колхоз эштәрендә лә ҡатнаша, ул арала ата-әсәһенә йорт тирәһендә булыша, үҙенән кесе туғандарын ҡараша. Килен булып төшкәс фермала һауынсы, быҙау ҡараусы булып эшләй.

Ҡәһәрмән ағай ҙа күп балалы,  ябай крәҫтиән ғаиләһендә буй еткергән. Мәктәпте тамамлағас Самарскиҙа комбайнерҙар курсында уҡып ҡайта һәм  колхозда прицепщик булып эш башлай. Әммә оҙаҡ эшләргә тура килмәй уға, эш урынында ҡазаға тарып бер аяҡһыҙ ҡала йәш егет. Бик оҙаҡ больница юлын тапарға, дауаланырға тура килә уға. Төшөнкөлөккә бирелмәй егет, бер аҙ нығынып алғандан һуң  Благовещенск ҡалаһында бухгалтерҙар курсы үтеп ҡайта һәм Һабыр ауылында яңы  һөнәре буйынса эш башлай. Һабырҙа бер аҙ эшләгәс, Ҡәһәрмән ағайҙы Байғужа ауылына ебәләр. Унда  бер аҙ йәшәп алғандан һуң йәш ғаилә район үҙәге Йылайырға күсенә. Яҡшы булһа ла торған ер, һағын­дыра тыуған ер тигәндәй, Солтановтар  балалары мәктәпте тамамлағас 1985 йылда ҡабаттан Һабыр ауылына күсеп ҡайтырға ҡарар итә. Хәбирә апай Һабыр балалар баҡсаһында – кер йыуыусы, Ҡәһәрмән ағай ауыл советында бухгалтер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡандар.

Күрешмәй-белешмәй өйләнешһәләр ҙә, тормоштары үкенерлек булмай Солтановтарҙың: бына тигән өс бала – ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтереп тормош юлына сығара улар. Һәр береһе алған һөнәрҙәре буйынса намыҫлы хеҙмәт итеп, лайыҡлы донъя көтә, балалар үҫтерә, ата-әсәһенә ныҡлы терәк-таяныс булып тора. Оло улдары Йылайырҙа төпләнһә, ҡыҙҙары ата-әсә янында, Һабырҙа йәшәй. Һигеҙ  ейән-ейәнсәрҙәре, ун бер бүлә-бүләсәрҙәре йөрәгенә изгелек орлоҡтары сәсеүсе олатай, өләсәй булыуҙары менән дә бәхетлеләр Хәбирә апай менән Ҡәһәрмән ағай. “Балаларыбыҙ, шөкөр, ярҙамдарынан ташламайҙар. Хәлебеҙҙе белеп, килеп-китеп торалар”, – ти улар. Үкенескә күрә, бала ҡайғыһын да кисерергә тура килә уларға, кесе улдары ваҡытынан алда мәрхүм булып, ата-әсәһен оло ҡайғыға һала.

Ауылда йәшәгәс, мал-тыуар аҫрамай булмай, башҡа мәшәҡәттәр ҙә етерлек. Солтановтар ҙа һәр ваҡыт күпләп мал аҫрағандар, ҡош-ҡорт тотҡандар. Эре малды бөтөрөүҙәренә бер нисә йыл самаһы ғына. Әлеге көндә үҙ көндәрен үҙҙәре күреп, ҡош -ҡорт аҫрап, баҡсаларында йәшелсә-емеш үҫтереп, һәр балаһына, ейән-ейәнсәре өсөн һөйөнөп, күркәм, бөхтә йорттарында бына тигән итеп  донъя көтәләр.

 “60 йыл бергә бәхетле ғүмер итеүҙең сере нимәлә?” – тип һорайым мәҡәләм геройҙарынан.
  – Бер-береңде  хөрмәт итеп, ҡәҙер итеү иң мөһиме ул, балам! Мин минлегеңде бер аҙ тыйып,  кәңәш итеп йәшәргә кәрәк. Ҡайғы-шатлыҡтарҙы бергә кисергәндә генә бер-береңдең ҡәҙерен аңлайһың. Беҙҙең дә төрлө саҡтар булғандыр инде. Тормош бит ул. Сабыр була белергә кәрәк, – ти Ҡәһәрмән ағай.

-Ҡәһәрмән ағайығыҙ яҡшы кеше булды. Мин уның менән бер ауырлыҡ та күрмәнем. Беребеҙ ут булғанда, икенсебеҙ һыу булып, бер беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап йәшәнек, – тип һүҙгә ҡушыла Хәбирә апай, тормош иптәшенә яратып, наҙ тулы йылы ҡарашын төбәп.

Ә инде йәштәргә кәңәш итеп улар: “Бер-береһенең һүҙенән сыҡмаһындар”, – тигән теләктәрен еткерҙе.

Кешене  бер күреүҙән белеп була, тиҙәр бит. Солтановтар ғаиләһе лә тәү күреүҙән үк күңелгә ятты. Бер кемде лә яманлап һөйләмәҫ, уйҙары менән дә, ҡылған ғәмәлдәре менән дә яҡшы кешеләр икәнлеге әллә ҡайҙан уҡ күренеп тора. Бер бөтөн, бер йән булып ғүмер иткәнгәме, күңелдәренән дә тик изгелек кенә бөркөлгәндәй. Шуға ла ауылдаштары араһында ла абруйлы ғаилә булып иҫәпләнәләр. Улар әле лә етеҙлектәрен, һөйкөмлөлөктәрен юғалтмағандар.  Ғүмерҙең бормалы һуҡмаҡтарына, ҡаршылыҡтарына бирешмәй, ҡартлыҡтарын тиң, имен ҡаршылаған Солтановтар ғаиләһенә, балалары, яҡындары теләгәнсә, артабан да Хоҙай ныҡлы һаулыҡ, тигеҙ ғүмер насип итһен!

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас