Илфат һәм Нурания 13 йыл элек ғаилә ҡороп, үҙҙәренең тыуған ауылында төпләнәләр. Күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән Нурания ла, Илфат та киләсәктә ҙур татыу ғаилә булдырыу хаҡында хыялланғандар. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Нурания Нурғәле ҡыҙы Юлдыбай һөнәрселек училищеһында уҡып һатыусы һөнәрен үҙләштерә. Хеҙмәт юлын Ырымбур ҡалаһында вахта ысулы менән ашнаҡсы булып башлай. Тормош иптәше Илфат Юныс улы Йылайыр ауылының урта профессиональ-техник училищеһын тамамлай, тракторсы һөнәренә эйә була. Бер-береһен осратып, ғашиҡ булған ике йәш йөрәк, һөйөүҙәре көслө булыуын аңлап, ғаилә ҡоралар.
Батисовтар бер ҡыҙ һәм дүрт ул тәрбиәләй. Өлкән ҡыҙҙары Ралина Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында 3-сө Аҡъяр полилингваль мәктәбенең 6-сы класын тамамлаған, ул бик тырыш ҡыҙыҡай, тик яҡшы билдәләргә генә уҡый, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша. Уртансы балалары ағалы-ҡустылы Артур менән Илсур – Һабыр мәктәбе уҡыусылары, әлеге мәлдә йәйге каникул мәлендә рәхәтләнеп ял итәләр. Улар ҙа бик шуҡ, әрһеҙ малайҙар, спорт менән мауығалар, ата-әсәһенең төп ярҙамсылары. Ә бына иң бәләкәстәре Нурзил менән Рузил балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре. Әңгәмә барышында Нурания апай иң ҙур байлығы – балалары тураһында ихласлап, ысын күңелдән: өлкәндәре тураһында – ғорурланып, бәләкәйҙәре тураһында бер аҙ йылмайып, әммә бөтәһе тураһында ла наҙ һәм һөйөү менән һөйләп бирҙе.
Күптәр күп балалы әсәләр көн буйына тәгәрмәстә йүгергән тейен кеүек «әйләнә» һәм йыш ҡына арыған, йонсоған кеүек күренә, тейер. Беҙҙең мәҡәлә геройына ҡарап, был һүҙҙәрҙе әйтергә тел әйләнмәй – уның йөҙ-ҡиәфәте бик матур, үҙе аралашыусан һәм алсаҡ. Әммә шулай ҙа һорамайынса булдыра алманым:
– Ишле ғаиләне ҡарауы ауыр түгелме?
– Һәр баламды көтөп алдым, ҙур ҡыуаныс һәм ризалыҡ менән таптым. Тормош иптәшем менән беҙгә балаларыбыҙҙан да ҡәҙерле кеше юҡ. Улар өсөн йәшәйбеҙ. Эйе, бала тәрбиәләү еңел эш түгел. Әммә беҙ ауырлығын тоймайбыҙ. Киреһенсә, балалар бер-береһенә ярҙамлашып, бер-береһен ҡарашып, бергәләшеп уйнап үҫәләр, – тип яуап бирҙе бәхетле әсә.
Батисовтарҙың яҡты, нурлы, ҡот уйнап торған өйөндә йылы һәм уңайлы. Ғаилә башлығы Илфат Юныс улы ҡатынының, балаларының мул, етеш тормошта йәшәүҙәренә бар көсөн һала, әлеге ваҡытта «Башзолото» компанияһында вахта ысулы менән слесарь булып хеҙмәт итә. Тормош иптәше вахтала булғанда, барлыҡ хужалыҡ эштәре Нурания апайҙың иңенә төшә: балаларға ашарға бешерергә, кер йыуырға, уның араһында мал-тыуарҙы, йәйен ҡош-ҡортто, баҡсаны ла ҡарап өлгөрөргә кәрәк. Әммә Нурания Нурғәле ҡыҙы ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай, балаларына иғтибар, наҙ һәм һөйөү бүләк итә, кәрәк саҡта талапсан да була белә. Әйткәндәй, быйыл район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов ҡулынан «Әсәлек даны» миҙалы алып ҡыуанды күп балалы әсә.
Киләсәктә лә ғаиләгеҙ ныҡ, татыу булһын, балаларығыҙ уңыштары, ҡаҙаныштары менән ҡыуандырып торһон!