Бөтә яңылыҡтар

Иманлы халыҡ – киләсәкле

Эйе, иман барҙа – әҙәп бар, тип юҡҡа ғына әйтелмәгәндер. Рухи ҡиммәттәрҙең баһаһын белеп, күңел түрендә иманды үҙ иткәндәр көн итә Ҡашҡар ауылында. Ғүмер юлын мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас оло сабырлыҡ, уңғанлыҡ менән үтеүсе ошо ауылда йәшәүсе ағинәйҙәргә һоҡланмау мөмкин түгелдер. Уларҙың йөҙҙәренән нур бөркөлөп, ғәжәйеп күңел йылылығы менән башҡаларҙы үҙҙәренә йәлеп итеп торалар. Шундайҙарҙың береһе Фәрзәнә Һибәтулла ҡыҙы Тусалина менән әңгәмәләшергә насип булды. 

Иманлы халыҡ – киләсәкле
Иманлы халыҡ – киләсәкле

– Дин юлында булыусылар кеше килгәнен ярата, улар менән ҡуша бәрәкәттә килә, – тип, ихлас күңелдән сәләмләп, төрлө ризыҡтарҙан һығылып торған мул өҫтәл менән ҡаршы алды Фәрзәнә инәй.

Ильяс Әхмәтша улы менән Фәрзәнә Һибәтулла ҡыҙы Тусалиндар маҡтаулы тормош юлы үткән ауылдың иң абруйлы ғаиләләренең береһе. Улар балалар үҫтереп, уларға матур тәрбиә биреп, уҡытып оло тормошҡа аяҡ баҫтырған. Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, һәр атҡан таңға, алышынған миҙгелдәргә ҡыуанып, балалары, ауылдаштарының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, бер-береһенә терәк-таяныс булып бәхетле ғүмер кисерәләр. Бөгөнгө көндә икеһе лә дин юлындалар. Ғаилә башлығы Ильяс Әхмәтша улы бөтә ғүмерен ауыл хужалығына бағышлаған. Хәҙерге ваҡытта Ҡашҡар ауылы мәсетенең имам-хатибы ярҙамсыһы имам вазифаһын башҡара. Фәрзәнә Һибәтулла ҡыҙы хаҡлы ялға тиклем ауыл хакимиәтендә эштәр идарасыһы вазифаһын башҡара. Ике уңған – бергә булған, тигәндәй, йәштәрҙән ҡалышмай гөрләтеп донъя көтә улар. Ихата тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, йәшелсә, емеш-еләк үҫтереп, мул уңыш алалар.

Ауыл, тыуған төйәк тормошона ерегеп йәшәгән ғаиләнең берҙәмлегенә, бөхтәлегенә, гөрләп торған күркәм донъяларына һоҡланмаусылар һирәктер. Һәр эште кәңәшләшеп, бер төптән башҡарырға күнеккән, егәрлелектәре менән айырылған Тусалиндарҙың йорттары ауылдың биҙәге булып, әллә ҡайҙан күҙгә ташланып, үҙенә саҡырып тора төҫлө. Һәр ерҙә бөхтәлек хөкөм һөргән йорттоң һәр бүлмәһенә береһенән-береһе матурыраҡ гөлдәр йәм өҫтәй, тәҙрә төптәрендә лә балҡып ултыралар.

Аҡ төҫтәге аҡ яулығың

Аҡлыҡ, сафлыҡ билгеһе.

Аҡ яулыҡлы ағинәйҙәр

Милләтебеҙ өлгөһө.

Аҡ яулыҡты ябыналар

Дин юлында булғандар,

Ҡөрьән уҡып, намаҙ уҡып

Изге диндә торғандар. – тигән шиғри юлдар менән дауам итер инем яҙмамды. Ихлас күңелле, йор һүҙле Фәрзәнә инәйҙән нисек дин юлына килеүе тураһында һөйләп биреүҙе һораным.

– Йәшереп тораһы юк, тормошта төрлө хәлдәр булды... Дин ҡушыуы буйынса йәшәмәгән саҡтар өсөн Аллаһ үҙе ғәфү итһен. Дингә килеү, диндә булыу ул һәр кемдең шәхсән эше. «Диндә – көсләү юҡ» тиҙәр, әммә ләкин үҙ белгәнеңде кешегә таратыу, халыҡты дөрөҫ юлға, Аллаһ ҡушҡанса йәшәүгә саҡырыу ул изге ғәмәлдәрҙең береһе. «Дөрөҫлөк изгелеккә, ә изгелек ожмахҡа илтә» тиелә бит бер хәҙистә лә!

Интернетта, социаль селтәрҙәрҙә һуңғы йылдарҙа динебеҙ тураһында «белем биреүселәр» күбәйеүе халыҡты ҙур хәүеф аҫтына ҡуйҙы. Әҙерлекһеҙ кеше мәғлүмәттәрҙең ҡайһыһы дөрөҫ икәнен нисек айырһын... Һөҙөмтәлә яман уйлыларҙың «ҡапҡан»ына ла эләгеп ҡуялар. Ошондай хәлдәргә тарымаҫ өсөн иң тәүҙә мәсеттәге имамдарға мөрәжәғәт итергә кәрәк, улар дөрөҫ юлды күрһәтәсәк. Һәр яңылыҡты тикшерергә кәрәк. Был хаҡта динебеҙҙә лә әйтелгән, «кемдән өйрәнгәнеңде бел» тиелгән унда. Мин дә тап шулай дингә тәүге аҙымдарымды ауылыбыҙ мәсетенән башланым. Ул осорҙа минең ныҡ мәсеткә барыу теләге булды шунлыҡтан мин Фәриғә, Фәриҙә апайҙар, инәйҙәр менән берлектә мәсеткә йөрөй башланым. Был йәһәттән халыҡты дингә, әҙәпкә, тәрбиәгә өндәгән ауылыбыҙ мәсетенең оло вазифаһын башҡарыусы имам-хатиб Хәйҙәр хәҙрәт Байморатовҡа ла рәхмәтлемен. Артабан дини ғилемемде камиллаштырыу маҡсатында Күгәрсен районы үҙәге Мораҡ ауылы мәсетендә районыбыҙ мөслимәләре менән бергә өс йыл рәттән уҡыу курстарын тамамланым. Унда аҡыда, фиҡһ, пәйғәмбәрҙәр тарихы фәндәре буйынса белем алдыҡ. Бынан тыш ғәрәп хәрефтәрен өйрәнеп Ҡөрьән уҡыныҡ, файҙалы доғалар һәм аяттарын ятланыҡ, – тине дингә килеү тарихы хаҡында бәйән иттеп Фәрзәнә инәй. – Дингә килеүемә һөйөнөп туя алмайым. Дини тәғлимәттәр нигеҙендә йәшәү күңелгә тыныслыҡ, рәхәтлек бирә. Тормошом да матурыраҡ, тынысыраҡ, бәрәкәтлерәк тойола. Диндә булыуым тормош иптәшемдең, һеңлем менән ҡустым да дингә килеүенә булышлыҡ итте. Дин юлын дауам итеп, әлеге быуынға күркәм өлгө күрһәтеп, уларҙы үҙ артымдан эйәртеү маҡсатында үткән йылдарҙа теләге булған бер-нисә ҡатын-ҡыҙға дини дәрестәр үткәрҙем. Насип булһа был изге эште дауам итергә ниәтләйем. Тыуған төйәгеңдә иман өләшеп йәшәү – Аллаһ Тәғәләнең оло бәрәкәте ул.  Мине иң ныҡ һөйөндөргәне, Әлхәмдүлилләһ, ауылыбыҙҙа һуңғы йылдарҙа дингә ылыҡҡан, дини белем алырға теләүселәр күбәйә бара. Дин тотҡан йәш ғаиләләр ҙә булыуы ҡыуаныслы. Уларҙың һәммәһе лә күмәк бала үҫтерә, ул-ҡыҙҙарына матур тәрбиә бирә. Башҡалар ҙа ошо күркәм өлгөгә эйәрә. Изге йортобоҙ – мәсетебеҙгә олоһо ла, кесеһе лә бик теләп йөрөй. Ислам диненең иң мөһим күренештәренең береһе булып торған – йома намаҙына йөрөүселәр ҙә ишәйә, – тип һөйөнә ағинәй.

Әңгәмә һуңында Фәрзәнә Һибәтулла ҡыҙы үҙенең изге теләктәрен теләп, өгөт-нәсихәттәрен еткерҙе. «Намаҙ уҡыу кәрәк, көнөнә ике рәҡәғәттән булһа ла – башлағыҙ. Күңелегеҙ тыныслыҡ табыр, Аллаһтан көс алырһығыҙ, артабан  йәшәргә ниәт, маҡсат тыуыр. Милләтебеҙҙең киләсәге яҡты булһын өсөн Динле һәм иманлы булыу мотлаҡ! Ил-йортҡа именлек, тыныслыҡ ҡайтһын, балаларыбыҙ оҙон ғүмерле-тәүфиҡлы булһын», - тип, изге теләктәрен теләп доға ҡылды инәй.

Автор: Айсылу Тулябаева
Читайте нас