Ғаилә башлығы Нурғәле Ҡорманғәле улы 1942 йылдың 18 июнендә элекке Матрай районы Ҡаҙырша ауылында тыуып үҫә. Ғәиләлә бер бөртөк кенә бала була, сөнки уның ата-әсәһенә бәхет-шатлыҡтарға төрөнөп, тулы ғаилә булып, рәхәт тормошта йәшәргә яҙмай шул…
– Атайым һуғышта сағында донъяға тыуғанмын. Ҡыҙғанысҡа күрә «атай» һүҙен әйтергә лә, «атайҙың» үҙен күрергә лә насип булманы. Бөйөк Ватан һуғышы башланып атайым яуға китә һәм шунда хәбәрһеҙ юғала. Эх... ныҡ ҡыйын була торғайны миңә, башҡа малайҙарҙың атайлы булыуҙарын аңлай башлағас, йөрәк телеп-телеп һыҡрап ала торғайны, – ти тормош юлының ауыр мәлдәрен хәтерләп Нурғәле олатай.
Ҡәһәрле һуғыш күпме баланың яҙмышына үтеп инеп, өмөт-хыялдарын селпәрәмә килтергән, балалыҡ бәхетенән мәхрүм иткән. Бала һәм һуғыш төшөнсәләре бер-береһе менән ярашырға тейеш булмаһа ла, иң әсе һуғыш яҙмышына тап улар – һуғыш осоро балалары дусар була. - Тол ҡалған әсәйем ғүмере буйы тормош йөгөн тартҡан, яҡты юлдар ярған изге рухлы кеше ине. Ул, бик уңған, бөтмөр кеше булды. Минең өсөн бар күңел йылыһын биреп, ел-ямғыр тейҙермәй яңғыҙы ҡарап үҫтерҙе. Бәләкәйҙән ғәҙел, намыҫлы, эшһөйәр булырға өйрәтте. Бының өсөн уға ныҡ рəхмəтлемен, – ти олатай һөйөү менән иҫкә алып әсәйле бала сағын.
Бәләкәйҙән барлыҡ ауыр эште эшләй белеп буй еткерә Нурғәле олатай.
– Алты йәшемдә тиҫтерҙәрем Вәлиша, Иҙрис менән ҡуша бесән сабып, күбә һалыу, тарттырыу эштәрен башҡара инек. Ун ике йәшемдә йәйге ял мәленә почтаға гәзит таратыусы булып эшкә төштөм. Аҙнаһына биш тапҡыр йәйәүләп Һабыр-Ашҡаҙар юлын үтеп, халыҡҡа гәзит ташыным. Мәктәпте тамамлағандан һуң Юлдыбай һөнәрселек училищеһында шофер һөнәрен үҙләштерҙем. Бер аҙ эшләгәндән һуң, әсәйем ауырып китеү сәбәпле уның янына ҡайтырға тура килде. Арыуыҡ йылдар уның янында булып, ҡарағандан һуң, тағыла шул уҡ Юлдыбайҙа тракторист һөнәренә уҡып алып, шул йүнәлештә эшләй башланым. Тракторсы, комбайнсы булып эшләп, иртәнән ҡара төнгә тиклем баҫыуҙан ҡайтмай торған мәлдәр әле булһа ла хәтерҙә. Эш урынында бригадир, механик, идара итеү вазифаларында белеп, ышаныслы итеп башҡарҙым, – тип тормошона байҡау яһап үтте хеҙмәт һөйөүсән олатай.
Артабан инде әсәйенең хәле мөшкөлләнә төшкәс, уны ҡарау маҡсатынан, уның янына ҡайта. Эшһеҙ ултырырға күнекмәгән кешегә эше һәр ваҡыт табылып тора тигәндәй, олатайҙың бала саҡтағы «почтальон» һөнәре артабанғы хеҙмәт урыны була. Ошо урында лайыҡлы эшләп хаҡлы ялға сыға Нурғәле Ҡорманғәле улы.
Ҡайғы елдәре лә урап үтмәй уны... Ғаилә ҡороп, бәхетле, парлы йәшәп ятҡанда, ете баланы етем итеп, һөйөклө ҡатыны вафат була. Тормош елдәре нисек кенә ҡаҡмаһын, һынамаһын Нурғәле олатай бөгөлөп төшмәй, балалары хаҡына артабан йәшәй башлай.
Ғүмер һөйөнөп йәшәү өсөн дә, һынау һәм һөйөү билдәһе итеп тә бәндәгә Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән, тип әйтеүҙәренсә артабанғы тормош юлын ул Фәниә Зөдөлхаҡ ҡыҙын менән бәйләй. Фәниә инәй бик ҡунаҡсыл, уңған хужабикə! Уларҙың өйөндə бар ерҙә лә тәртип һəм ниндəйҙер бер йылылыҡ бөркөлөп тора. – Беҙҙең өсөн иң мөһиме балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ һау-сәләмәт булып, бәхетле, матур тормошта йәшәһендәр, донъялар тыныс, имен булһын, – ти бер тауыштан Ҡадаевтар.
– Эй, ғүмер тигәнең аҡҡан һыу шикелле үтә, хәҙер бергә татыу йәшәүебеҙгә – 25 йыл. «Ҙур йөрәкле» Фәниәгә рәхмәтлемен, сөнки 7 баламды ла үҙенекеләй тиң күреп тәрбиәләп, барыһына ла тормошта үҙ юлдарын табырға ярҙам итте. Уның балалары ла миңә шулай уҡ берҙәй яҡын һәм ҡәҙерле, – тип рәхмәт һүҙҙәрен, изге теләктәрен еткерергә ашыҡты олатай.
Татыулыҡта, матур ғүмер кисергән Нурғәле һәм Фәниә Ҡадаевтар бөгөнгө матур тормоштарында балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп, ауылда ҡош-ҡорт ҡарап, йәшелсә-емеш, сәскә-гөлдәр үҫтереп, донъянан ҡәнәғәт булып көн күрәләр. Бер-береһенә булған йылы хистәрен олоғайған көндәренә тиклем юғалтмаған ғаилә парына алдағы көндәрендә лә балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр изгелеген күреп, оҙаҡ йылдар ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ.