Бөтә яңылыҡтар

Бәхетте яратҡан һөнәрендә, ғаиләһендә тапҡан.

Йылайыр ауылында йәшәүсе Фәриҙә Кинйәбулат ҡыҙы Ишембәтова бар ғүмерен мәктәпкәсә белем биреүгә бағышлаған. Уның дөйөм педагогик стажы утыҙ һигеҙ йыл, шуның егерме дүрт йылы балалар баҡсаһы мөдире вазифаһында үткән. Бөгөн ул хаҡлы ялда.

Бәхетте яратҡан һөнәрендә, ғаиләһендә тапҡан.
Бәхетте яратҡан һөнәрендә, ғаиләһендә тапҡан.

Фәриҙә апай  ҡуйы урман, ҡаялы тауҙарға һыйынып ҡына ултырған  гүзәл тәбиғәтле Һаҡтау ауылынан. Ырыҫлы нигеҙҙә, күп балалы ғаиләлә тыуып, ата-әсәһенең аҡыллы кәңәштәрен тотоп үҫкәнгәме, Фәриҙә Кинйәбулат ҡыҙын кескәй саҡтан ғилем, рух-иман донъяһы үҙенә ылыҡтыра. Әхирәттәре менән уйнағанда ла һәр саҡ ул – “уҡытыусы апай”, ә дуҫтары уның “уҡыусылары” була. Үҙенең зирәклеге, уҡыуға һәләте һәм күркәм холҡо менән айырылып тора.  Совхозда балта оҫтаһы булып эшләгән атаһы Кинйәбулат Мырҙағәле улы менән әсәһе Нуриҙә Хөснөлхаҡ ҡыҙы ете балаһына матур тәрбиә биреп үҫтерә.

Фәриҙә апай Йомағужа һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, 1979 йылда Сибай  педагогия училищеһына уҡырға инә. Педагогик эшмәкәрлеген Васильевка мәктәбендә география һәм черчение уҡытыусыһы булып башлай. Һуңынан Йылайыр ауылындағы “Ҡайынҡай”, “Ҡояшҡай”  балалар баҡсаларында тәрбиәсе булып эшләй. Күп тә тормай  үҙен оҫта ойоштороусы, талантлы педагог итеп танытҡан  йәш белгескә баҡса мөдире вазифаһын ышанып тапшыралар. Шулай итеп Фәриҙә Кинйәбулат ҡыҙы 1994  йылдан хаҡлы ялға киткәнсе район үҙәгенең “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһын етәкләй.  Балалар баҡсаһында эшләү осоронда  ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй Фәриҙә Кинйәбулат ҡыҙы , бар күңелен яратҡан эшенә  һала. Ябай әммә шул уҡ ваҡытта талапсан һәм ғәҙел  етәксене  коллегалары ла, ата-әсәләр ҙә ихтирам итә. Ул етәкселек иткән осорҙа  балалар баҡсаһы күҙгә күренеп үҙгәрә, педагогик коллектив бик күп ҡаҙаныштарға ирешә. 2009 йылда “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы  “Иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы” республика конкурсында ҡатнашып Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының дипломы менән бүләкләнә.  Шулай уҡ етәксенең,  коллективтың эшен баһалап биргән күп һанлы район, зона һәм республика кимәлендәге Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары баҡсала үҙ һөнәрен яҡшы белгән, уны яратып башҡарған үҙ эшенең оҫталары эшләүе хаҡында һөйләй.    

Фәриҙә Кинйәбулат ҡыҙының  балаларға бағышланған намыҫлы хеҙмәте  Хөкүмәтебеҙ тарафынан юғары баһаланған. “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличныгы",  "Рәсәй Федерацияһының Почетлы  дөйөм белем биреү  хеҙмәткәре" исемдәрен лайыҡлы йөрөтә ул. Тормош иптәше Рәмил Хөрмәт  улы менән ике ҡыҙ үҫтереп оло юлға сығарғандар. Бөгөн иһә Фәриҙә Кинйәбулат ҡыҙы ҡыҙҙарының матур тормошона шатланып йәшәй. Балалары икеһе лә юғары белемле. Олоһы Лилиә табип һөнәрен һайлаһа, кеселәре Юлиә – иҡтисадсы.  Үҙҙәре лә күптән әсәй. Ғаиләләре менән  Өфөлә төпләнгәндәр, һәр береһе һөнәре буйынса уңышлы эшләп йөрөй.

 Күп балалы ғаиләлә үҫкән  ханым бар туғандарына ла терәк-таяныс бөгөнгө көндә – һәр кеменә кәңәштәрен биреп, ярҙамынан айырмай.  Әлеге ваҡытта хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ул һаман сафта. Ҡыҙҙары Юлиәнең район үҙәгендә урынлашҡан сауҙа нөктәһендә  һатыу итә, йәйен гөрләтеп  баҡса, гөл -сәскәләр үҫтерә, ҡош –ҡорт аҫрай.  Көҙ еткәс, баҡсалағы уңышты эшкәртеп, банкаларға тултыра уңған хужабикә. Ҡыш көнө үҙҙәренең баҡсаһында үҫкән ҡайнатмалар, салаттар менән һыйлай ул ғаиләһен. Иртә яҙҙан тағы ла баҡса эше, үҫентеләр ултыртыу, өлгөртөү менән мәшғүл мәҡәләм геройы.

Фәриҙә Кинйәбулат  ҡыҙына ҡарайһың да, ни тиклем уның асыҡ, мөләйем, изге күңелле, оло йөрәкле кеше икәненә инанаһың. Бәхетте яратҡан һөнәрендә, һөйөклө ғаиләһендә, ауыл ерендә тапҡан мәҡәләм геройы  бөгөн намыҫлы хеҙмәте менән абруй яулаған, тырышлығы менән күп нәмәгә ирешкән хөрмәтле ханым.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас