Бөтә яңылыҡтар

Мөхәббәт һәм татыулыҡтың сағыу өлгөһө

Күңел йылылығы бөркөп торған, асыҡ йөҙлө, ихлас  кешеләр менән аралашыуҙан үҙеңә лә йәшәү дәрте өҫтәлгән һымаҡ була. Йөҙҙәренән, күңелдәренән генә түгел, йәшәгән йорттарынан да йылы нур бөркөп торған һымаҡ ундайҙарҙың. Матрай ауылынан Нурия һәм Басир Мәҡсүтовтар тап шундай күркәм ғаиләләрҙең береһе. Уларҙың татыу ғүмер итеүҙәренә быйыл 54 йыл да булып киткән.

Мөхәббәт һәм татыулыҡтың сағыу өлгөһө
Мөхәббәт һәм татыулыҡтың сағыу өлгөһө

Ҙур тормош тәжрибәһе туплаған ғаилә пары менән әңгәмәм йәшлек осоронан, күрешкән-танышҡан мәлдәренән башланып китте.

– Ҡыпсаҡта,  дуҫым Әмиргә төшкө ашҡа ингәндә осраттым Нурияны. Бәләкәй буйлы, сибек кенә ҡыҙсыҡ шунда уҡ күңелемә ятты. Ул ни минең яҡҡа әйләнеп тә ҡараманы, аш-һыу яраштырып бирҙе лә, ҡайҙалыр сығып китте. Нурияны  күҙләп ҡайтҡас, оҙаҡҡа һуҙмай ныҡлап танышыу ниәте менән ҡабат  киттем Йомағужаға. Дуҫтарымдан уның тураһында һорашмаҡсы булһам: “ҡайһы Нурия, беҙҙә улар өсәү. Һиңә кемеһе кәрәк бухгалтер Нуриямы, китапханасымы, әллә медичкамы? “– тиҙәр. Шулай ике күрештек тә, оҙатып алып та ҡайттым, – тип һөйләй үҙҙәренең танышыу тарихын Басир ағай. 

– Ҡунаҡ алып ҡайттым, өҫтәл ултыртып бир әле, тип эштән саҡырып ҡайтарҙы ағайым. Ул беҙҙең ауылға эш менән килгән Басир булған икән. Тәүге тапҡыр шунда күрештек.  Бер нисә көндән ҡабат килде һәм шунда тәҡдим дә яһаны. Атайым да, мин тере сағымда бар балам, тип фатихаһын биргәс, шул заманға хас ҡалын туй яһап, өйләнештек. Аллаға шөкөр, бына инде илле йылдан артыҡ бер уйлы, бер маҡсатлы булып тормош йөгөн бергә тартабыҙ, – тип өҫтәне Нурия апай.

Ғаилә башлығы Басир Сәйетбаттал улы сығышы менән Сәлим ауылынан. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң хәрби хеҙмәткә алына. Моряк булып хеҙмәт итә.  Әрменән ҡайтҡас хеҙмәт юлын тыуған совхозында  башлай. Районда алдынғыларҙан иҫәпләнгән «Башҡорт» совхозында тәүҙә тракторҙа, һуңынан профком председателе, Ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң кәнсәлә баш иҡтисадсы, артабан икенсе һөнәре буйынса агроном булып  эшләй. Шулай итеп Басир ағай  туған ере үҫешенә үҙенең 42 йыл ғүмерен арнай. Ҡайҙа эшләһә лә үҙен грамоталы белгес, намыҫлы хеҙмәткәр итеп таныта. Бының хаҡта уның хеҙмәтен баһалап биргән  дәүләт наградаһы – «Хеҙмәт даны» миҙалы, күп һанлы Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары һөйләй.

 

Нурия Зөдөлхаҡ ҡыҙы халыҡ телендә Ҡыпсаҡ тип йөрөтөлгән Йомағужа ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағандан һуң   Йылайырҙа ике йыллыҡ фельдшерҙар курсы үтеп,  тыуған ауылында шәфҡәт туташы булып эш башлай. Иртә әсәйһеҙ ҡала.  Ауыр ваҡыттарында яңғыҙ итмәй, үҙенән кесе туғандары менән  үҙ  ғаиләһенә һыйындырған ағаһы менән еңгәһен, уны яратып килен итеп ҡабул иткән ҡәйнәһен  бөгөн дә тик рәхмәттәр, йылы хәтирәләр менән генә иҫкә ала Нурия Зөдөлхаҡ ҡыҙы.

–   Иртә әсәйһеҙ ҡалғанғамы, ҡәйнәмде  әсәй урынына күрҙем. Ҡулынан килмәгән эше булманы, егәрле ине. Заманында уны хатта  хирург тип йөрөттөләр. Имгәнеп килгәндәрҙе, ҡазаланған  мал-тыуарҙы ҡарар ине. Яҡын тирә ауылдарҙағы балаларҙың  кендек инәһе  лә ул булды, – ти ул  ҡәйнәһе хаҡында.

Килен булып төшкәс бер йыл Сәлимдә фельдшер, 1972 йылдан  Матрай ауылы дауаханаһында  шәфҡәт туташы, һуңынан лаборант булып эшләй.  Шул уҡ ваҡытта ауылдың  йәмәғәт тормошонда ҡатнашырға ла өлгөрә – ҡатын-ҡыҙҙар советында актив  ағза булып тора, хаҡлы ялға сыҡҡас «Хазина» ағинәйҙәр төркөмөнә ҡушыла. Ауылдың, улай ғына ла түгел яҡын-тирәнең әллә күпме яңғыҙҙарын парлы иткән димсе лә ул бөгөн.

Матрай ауылының абруйлы ғаиләләренең береһе булған Мәҡсүтовтар бөгөн күп яҡтан йәштәргә үрнәк булып, үҙҙәренең матур йорттарында көңгөр-ҡаңғыр килеп, ихлас донъя көтә. Һуңғы йылдарҙа эре мал тотмаһалар ҙа, ҡош-ҡорт, кәзә-һарыҡ аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр.  Йәйен күпләп емеш-еләк, ҡомалаҡ йыйып  тәмле ҡайнатмалар, һуттар, ҡомалаҡ әсеткеһенән  бешкән икмәк менән һыйлай ҡунаҡҡа ҡайтҡан яҡындарын уңған хужабикә.
Донъя мәшәҡәттәренән тыш ауылдың мәҙәни тормошонда ла әүҙем Мәҡсүтовтар. Бына инде тиҫтә йылдар мәҙәниәт йортонда эшләп килгән «Илһам»  халыҡ театрында  шөғөлләнә улар, егерменән ашыу  спектаклдә ҡатнашып матур-матур сағыу образдар тыуҙырған, улар менән бергә илаған, көлгән.

  • Спектаклдәрҙә беҙгә һәр ваҡыт парлы образдарҙы бирҙеләр. Шуға күрә репетицияларҙан тыш, өйҙә саҡта ла ҡабатлауы уңай була торғайны. Һәр образды күңел аша үткәреп, еренә еткереп башҡарырға тырыштыҡ, – ти ирле-ҡатынлы Мәҡсүтовтар.

Шулай уҡ Басир ағай менән Нурия апай «Түңгәүер» фольклор ансамблендә лә  сығыш яһарға өлгөрә. Ансамбль  составында ике тапҡыр «Байыҡ» республика бейеү конкурсында ҡатнашып финалға үткәндәр, береһендә Гран-при яулағандар.

Мәҡсүтовтарҙың уңған, татыу ғаиләһендә өс малай буй  еткергән. Өсөһө лә юғары белемле, тормошта үҙ урындарын табып,  ата-әсә өлгөһөндә матур ғаилә ҡорғандар. Оло улдары      Васил Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында йәшәй, уртансылары Факил алыҫ Себерҙең  Норильск ҡалаһын үҙ иткән, кеселәре Наил район үҙәге Йылайырҙа төпләнгән. Барыһы ла шахтала эшләйҙәр. Ял, байрам, отпуск  ваҡыттарында ғаиләләре менән тыуған йорттарына, ҡәҙерлеләре янына ашҡынып ҡайта улар. Әле Мәҡсүтовтар ете ейән-ейәнсәргә бәхетле ҡартәсәй һәм олатай.

Бер-береһен ҡәҙер-хөрмәт итеп, йылы тойғоларын олоғайған көндәренә тиклем һаҡлаған, иңгә-иң терәп биш тиҫтә бергә йәшәгән был матур парҙың  алдағы көндәре лә гел шатлыҡ-ҡыуаныстар менән үтһен, пар ҡанаттары ҡайырылмаһын, балаларының изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын.

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас