Бөтә яңылыҡтар

Биш тиҫтә йыл иңгә-иң терәп

Ғүмер көҙөн пар ҡанаты менән ҡаршылаған, балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре игелеген, изгелеген бергәләп татығандар – икеләтә бәхетле. Сәләх ауылында йәшәүсе Таймасовтар ҙа теүәл илле йыл элек  сәстәрен сәскә бәйләгәндәр һәм ярты быуат бер-береһенә булған һөйөү тойғоһон һаҡлап, бер-береһен ихтирам итеп, башҡаларға өлгө булып матур ғүмер кисерә. Ғаилә башлығы Әнүр Әхмәтхан улы Сәләх ауылында Әхмәтхан Сиражитдин улы менән Мәүәзиә Әхмәтшәкир ҡыҙы  Таймасовтарҙың эшһөйәр, тырыш ғаиләһендә тыуған. Уға 11 ай булғанда атаһы мәрхүм була. Ғаиләлә бер бөртөк ир бала булғанғамы Әнүр Әхмәтхан улы бәләкәстән өләсәһенең һәм әсәһенең уң ҡулы, ҙур ярҙамсыһы булып үҫә.

Биш тиҫтә йыл иңгә-иң терәп
Биш тиҫтә йыл иңгә-иң терәп

Башланғыс мәктәпте тыуған ауылында тамамлағас, артабан уҡыуын ауылдан биш километр йыраҡлыҡта ятҡан Йомағужа урта мәктәбендә дауам итә. Көҙ, яҙ айҙарында ауыл балалары менән бергә йәйәү йөрөп, һалҡындар төшөп, ҡар ҡатламы ятҡас, мәктәп интернатында ятып уҡыйҙар. Унда 8 класс белем алғандан һуң  йәш егетте Юлдыбайҙағы 80-се һөнәрселек училищеһына тракторҙар курсына ебәрәләр. Училищены  тамамлап «Ҡыпсаҡ» отделениеһында тракторист булып эш башлаған егеткә хәрби хеҙмәткә  китергә лә ваҡыт етә. Әрме хеҙмәтен Амур өлкәһендә, Тымыҡ океан флотында үтә. Ике йыл моряк булып хеҙмәт итә, 1-се статья старшинаһы дәрәжәһенә тиклем  етә. Ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас ҡабаттан «ҡорос аты»на ултырып «Башҡорт» совхозында ең һыҙғанып эш башлай. Яҙын иген һәм майлы культуралар сәсә, йәйен бесән саба һәм йыя, ҡышҡы осорҙа  фермаға мал аҙығы ташый. Аҙаҡ тимерсе, «Балаҡар» фермаһында механизатор, моторист, кательщик, тимерсе  булып хеҙмәт юлын дауам итә.  Үҙ эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәр артабан  бригадир булып тәғәйенләнеп, «Һабыр» совхозының Сәләх бүлексәһе идарасыһы дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Совхоз тарҡалыу сәбәпле Әнүр Әхмәтхан улы һуңынан төрлө эштәрҙә эшләп хаҡлы ялға сыға.  Уның бөгөн дөйөм хеҙмәт стажы  40 йылдан ашыу.  

 Әнүр Әхмәтхан улының хәләле Роза Зәйнулла ҡыҙы ла Сәләх ауылында донъяға килгән. Йомағужа, Матрай урта мәктәптәрендә уҡый.  Хеҙмәт юлын күрше Хәйбулла районы Өфө ауылында төҙөлөш бригадаһында башлай, ауылда ике ҡатлы йорттар төҙөүҙә ҡатнаша. Һуңынан Йылайырҙа урынлашҡан һөнәрселек училищеһында һатыусы һөнәрен үҙләштереп  Бикйән, Сәләх ауылдарында һатыусы булып эшләй. Артабан  «Башҡорт» совхозының Ҡыпсаҡ бүлексәһендә төрлө эштәрҙә, 1985 йылдан 2000 йылға тиклем «Һабыр» совхозының Балаҡар фермаһында һауынсы, һөт йыйыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыға.  Роза Зәйнулла ҡыҙының күп йыллыҡ тырыш, намыҫлы хеҙмәте бик күп Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән.

Әнүр ағай менән Роза апай Таймасовтар 1975 йылдың  ноябрь айында  ҡауышып, ғаилә ҡора. Башта икәүҙән-икәү генә булһалар, хәҙер улар – 9 кеше, ҙур татыу ғаилә. Өс балаға ғүмер бүләк иткән Таймасовтар өс ейән менән бер ейәнсәргә бәхетле олатай менән өләсәй ҙә. Оло улдары Фәнүр ветеринар һөнәрен үҙләштереп, ауылда ата-әсәһе янында йәшәй. Ҡыҙҙары Гөлсөм Сибай ҡалаһында төпләнгән. БДУ-ның Сибай институтында биология һәм химия уҡытыусыһы һөнәрен алып сыҡҡан белгес хеҙмәт юлын  «Башҡорт баҡыры» ойошмаһында дауам итә – Үҙәк химия лабораторияһында инженер-химик. Бәхетле ҡатын, хәстәрлекле әсәй, тормош иптәше менән ике ул үҫтерәләр. Кесе улдары Рәфис тә химик белемле, Коми Республикаһында вахта ысулы менән эшләй. Өйләнгән, кәләше менән бер ул һәм ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Ялдарҙа, байрамдарҙа әсәйҙәренең тәмле аштарын, оло йөрәкле атайҙарының наҙлы ҡарашын һағынып ҡайта улар, изгелекле ата-әсәгә үҙҙәре лә ныҡлы терәк, күңел йыуанысы булып йәшәйҙәр.

Ерҙә яҙмыштар бәйләнгәндә күктә йондоҙ ҡабына, тиҙәр. Әнүр Әхмәтхан улы менән Роза Зәйнулла ҡыҙы Таймасовтарҙың яҡты йондоҙо бына биш тиҫтә йыл инде һүнмәй яна, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә юл күрһәткес булып балҡый.  Киләсәктә лә был күркәм ғаиләгә эргә-тирәләгеләргә үрнәк булып, тиң-тигеҙ, матур йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Фото: Йылайыр районы хакимиәте сайтынан

 

Автор: Розалия Такалова
Читайте нас