Бөтә яңылыҡтар

Мөхәббәт нигеҙе – ғаилә, ғаилә бәхете – балалар!

Матур, тырыш, бәхетле ғаилә генә йәмғиәтебеҙҙең мәртәбәһен күтәрә, килер быуынға үрнәк булып тора. Ә үҙ мөхитебеҙҙә, тыуған еренән айырылмаған, бәрәкәтле төйәге ҡотон арттырыр матур, тырыш, бәхетле, ишле башҡорт ғаиләләре күберәк булғанда йәшәүе лә күңеллерәк бит...Ана шундай ғаиләләр менән танышҡандан һуң күңелдә тик ыңғай һәм йылы тәъҫораттар ҡала. Парлы ғүмер итеүҙән, шат балалар тауышынан йәм табып, бер-береһен хөрмәт итеп, ҡәҙерен белеп йәшәгән Мозафаровтар тураһында булыр бөгөнгө мәҡәлә.

Мөхәббәт нигеҙе – ғаилә, ғаилә бәхете – балалар!
Мөхәббәт нигеҙе – ғаилә, ғаилә бәхете – балалар!

Ғаилә тураһында һүҙ барғанда, күҙ алдыбыҙға өй эсендәге шатлыҡлы йөҙҙәр, көлөү-шаярыуҙар, ышаныслы тормош иптәше, балалар менән геү килеп йөрөүсе атай һәм әсәй образы пәйҙә була. Тормошта төрлөсә булырға мөмкин, әммә һәр беребеҙ ғаиләнән, уның йылыһынан йәшәргә көс ала. Хәҙерге йәмғиәттә йәшәгән күп кеше өсөн иң мөһим тормош ҡиммәте лә ғаилә булып тора. Матур, тырыш, бәхетле ғаилә генә йәмғиәтебеҙҙең мәртәбәһен күтәрә, килер быуынға үрнәк булып тора. Ә үҙ мөхитебеҙҙә, тыуған еренән айырылмаған, бәрәкәтле төйәге ҡотон арттырыр матур, тырыш, бәхетле, ишле башҡорт ғаиләләре күберәк булғанда йәшәүе лә күңеллерәк бит...
Ана шундай ғаиләләр менән танышҡандан һуң күңелдә тик ыңғай һәм йылы тәъҫораттар ҡала. Парлы ғүмер итеүҙән, шат балалар тауышынан йәм табып, бер-береһен хөрмәт итеп, ҡәҙерен белеп йәшәгән Мозафаровтар тураһында булыр бөгөнгө мәҡәлә.
Әлеге мәлдә Юлдыбай ауылында матур йорт һалып, биш бала – ике ҡыҙ һәм өс малайға ғүмер бүләк иткән шәп ғаилә пары ул Рөстәм менән Рәүилә. Ғаилә башлығы Рөстәм Вәлиша улы Юлдыбай ауылында дүрт балалы матур ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. Туған мәктәбен тамамлағандан һуң Юлдыбай һөнәрселек училищеһында электрик һөнәрен үҙләштерә. Тырыш егет ҡулына диплом алғандан һуң Юлдыбай подстанцияһына электромонтер булып эшкә урынлаша. Бына инде 20 йылдан ашыу һөнәренә тоғро ҡалып, уңышлы эшләп йөрөй ул.
Рәүилә Фәрит ҡыҙы Һаҡтау ауылынан. Башланғыс кластарҙы үҙ ауылында уҡыһа, ун беренсе класты күрше Йомағужа ауылында тамамлай. Уңған, булдыҡлы ҡатын ишле ғаиләлә тәүге бала булып үҫә. Ике һеңлеһенә һәм ике ҡустыһына терәк-таяныс, ҙур ярҙамсы була. Уҡыуын Магнитогорск дәүләт университетында дауам иткән Рәүилә Вәскир урта мәктәбенә уҡытыусы булып эшкә урынлаша. Тәүге хеҙмәт юлын ул математика уҡытыусыһы булып башлай. 2017 йылдан башлап Юлдыбай ауылының «Ләйсән» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Әлеге ваҡытта иң бәләкәс ҡыҙы менән декрет ялында ултыра. Тәрбиәсе булып эш башлағас, Рәүилә тағы ла мәктәпкәсә белем биреү йүнәлешендә тәрбиәсе һөнәре буйынса диплом ала.
Ике уңған йәрәшкән, тиҙәр Мозафаровтар кеүек парҙар тураһында... Ысынлап та, икеһе лә уңған, эшһөйәр булған Рөстәм менән Рәүилә бер-береһенә тап килеп кенә тора. Кешене яҙмыш йөрөтә тигән кеүек, тап ана шул яҙмыш ҡушыуы буйынсалыр инде, улар 2006 йылда дуҫтарының туйында таныша һәм 2008 йылда өйләнешә. Бөгөнгәсә бер бөтөн булып, мөхәббәт емештәре – биш балаға матур тәрбиә биреп, ғүмер итәләр.
Бәхетле ғаилә – татыу ғаилә. Бында һәр кемгә рәхәт һәм күңелле. Шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, бер-береһенә кәрәк булып йәшәүҙәренә һоҡланырға ғына ҡала. Ауыл тормошон үҙ иткән йәштәр бөгөн мал-тыуар көтә, йәй айҙарында ҡура тултырып ҡошон да үҫтерә. Баҡса сәсеп үҙ ҡулдары менән үҫтергән йәшелсәләрен дә ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуя.
– Балаларыбыҙ өсөн барыһын да булдырырға тырышабыҙ, үҙебеҙ ҙә ишле, дуҫ һәм татыу ғаиләлә тыуып үҫкәнгәлер, бәләкәстәребеҙҙе лә шундай булырға өйрәтәбеҙ. Уларҙың уңыштарына ҡыуанып ҡына торабыҙ. Иң мөһиме – үҙебеҙ һәм балалар, яҡындар имен-һау булһын да, үҙебеҙҙең хәләл көс менән тапҡан малыбыҙҙың, хеҙмәте¬беҙ¬ҙең емештәрен артабан да күрергә, шатланып ҡулланырға яҙһын. Әлбиттә, балалар белем алһын, күңелдәренә ятҡан һөнәр һай¬лаһын, киләсәктә татыу ғаилә ҡороп, бәхетле йә¬шәһен, тип теләйбеҙ. Һәммәһен эш¬кә өйрәтеп үҫтерәбеҙ. Нимәгә тотонһалар ҙа, рәт белһендәр, тормош ауыр¬лыҡтары алдында албырғап ҡалмаһындар, аҡса эшләргә һәм уны дөрөҫ итеп тотона белергә өйрәнһендәр ине, тип теләйбеҙ. Улар менән ғаилә байрамдарын бергә үткәрәбеҙ. Ял ваҡыттарын да күберәк бергә үткәрергә тырышабыҙ. Башҡортостаныбыҙҙың матур урындарында ял итергә яратабыҙ, – ти Мозафаровтар.
Тормош ауырлыҡтарына һылтанмай, балаларының бәхетле киләсәген булдырыуҙы маҡсат итеп алған Мозафаровтарҙың оло улы Рәфил Өфөләге урман хужалығы техникумының беренсе курсы студенты. Тағы ла ике улдары Искәндәр менән Марсель һәм ҡыҙҙары София Юлдыбай урта мәктәбендә белем алып йөрөй. Кескәй Латифаға әле ике генә йәш.
Фәҡәт Мозафаровтар кеүек ғаиләләр ауыл ҡотон һаҡлай, уның йәшәйешенә йәм һәм йән өрә. Туған йәнле был ғаилә туғандары менән ныҡлы бәйләнеш тота, бер ҡаҙанда ҡайнап, үҙ-ара ярҙам итешеп, балаларына уңғанлыҡ, ты¬рыш¬лыҡ өлгөһө күрһәтеп, гөрләтеп донъя көтә. Уңыш нигеҙе, һис шикһеҙ, берҙәмлектә, татыулыҡта һәм мөхәббәттә икәнен улар бер ҡасан да онотмай. Йәшәү девизын да улар уңышлы һайлаған – бер төптән егелеп, бер һүҙле булып, донъя йөгөн бергә тартҡанда ғына бәрәкәтле тормошҡа өлгәшеп була. Ошо һүҙҙәргә таянып тик алға ғына барырға ҡала, ти улар.

 

Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас