Ҡорбанғәлиевтар ғаиләһе тарихының тәүге битенә күҙ һалайыҡ...
Ғаилә башлығы 1984 йылда Юлдыбай ауылында Илшат һәм Шәүрә Ҡорбанғәлиевтарҙың матур ғаиләһендә тыуып үҫә. Алтынсы класҡа тиклем тыуған ауылы мәктәбендә уҡыған егетте ата-әсәһе Баймаҡ ҡалаһының лицей-интернатына уҡырға бирә. Уҡыу яғынан ғына түгел, спорт һәм мәҙәни яҡтан нығынған Илнур сығарылыш кластарҙы тыуған төйәгенә ҡайтып тамамлай.
Уҡыуын Өфө ҡалаһындағы социаль-иҡтисади колледжда дауам итә. Автоматлаштырылған мәғлүмәт һәм идара итеү системалары белгесе һөнәрен үҙләштергәндән һуң ул техник квалификацияһын ала. Ҡулына диплом алғандан һуң тыуған ауылындағы һөнәрселек училищеһына эшкә урынлаша. Бер нисә ай ғына эшләп өлгөргән егетте хәрби хеҙмәткә алалар һәм ул Анапа, Санкт Петербург ҡалаларында Сик буйы ғәскәрҙәренең диңгеҙ частарында хеҙмәт итә. Ике йыл һалдат һурпаһын эскәндән һуң Илнур Илшат улы кире Юлдыбай һөнәрселек училищеһына эшкә ҡайта. Дәрте ташып торған йәш белгес тырышып эшләй башлай. Спортты яратҡан Илнур ауыл егеттәре менән командалар туплап, студенттар өсөн дә төрлө спорт командалары әҙерләп, ауыл, район һәм зона кимәлендә футбол, волейбол буйынса ярыштарҙа ҡатнаша башлай. Һәр ваҡыт алдынғы урындарҙы алып, спорт яғынан юғары күрһәткестәргә эйә була. Саңғы ярыштарында ла алдынғылыҡты бирмәгән мәҡәләбеҙ геройы бөгөн дә сәләмәт йәшәү рәүеше девизы менән йәшәй.
Училищела эшләү дәүерендә ул төрлө йүнәлештә тырышып хеҙмәт итә, мәктәп директоры йөгөн дә тартырға тура килә уға. Шулай ҙа, йәш кешенең һәр өлкәләге уңыштарын күреп торған ауылдаштары уны 2020 йылда Юлдыбай ауыл биләмәһе башлығы вазифаһына һайлап ҡуя. 2013 йылда белемен арттырыу маҡсаты менән Өфөләге Көнсығыш иҡтисади-хоҡуҡи гуманитар академияһына ситтән тороп уҡырға инә.
Уңған хужабикә Гөлшат – Матрай ауылы ҡыҙы. Ғүмәр һәм Лилиә Ҡашҡаровтарҙың ике улдары араһында сәскәләй наҙға күмелеп үҫкән берҙән-бер ҡыҙ бала. 1986 йылғы ҡыҙ 2003 йылда Матрай урта мәктәбен көмөш миҙалға тамамлай. Әсәһе Лилиә апайҙың юлын һайлаған үҫмер ошо уҡ йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының «Башланғыс белем биреү педагогикаһы» һөнәре буйынса башланғыс кластар уҡытыусыһы факультетына уҡырға инә. Бының менән генә сикләнеп ҡалмай ул. Биш йыл уҡыу ваҡытында ул төрлө йүнәлештә белем туплай һәм бер нисә төрлө курстарҙы уңышлы тамамлай.
– Бергә уҡыған Хәйбулла, Ейәнсура, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы һәм Йылайыр райондары ҡыҙҙары менән бер-беребеҙгә һәр ваҡыт терәк булырға тарыштыҡ, күңелле студент йылдары беҙҙе сыныҡтырҙы, ауырлыҡтарҙы бергә үтергә ныҡ ярҙам итте, – тип хәтерләй Гөлшат Ғүмәр ҡыҙы.
Тәүге хеҙмәт йылдарын ул Һынташ ауылы мәктәбендә башланғыс класс уҡытыусыһы булып башлай. Һуңынан Юлдыбай ауылының балалар баҡсаһына эшкә урынлаша һәм бар күңелен биреп кескәйҙәр менән эшләй башлай. Бөгөнгө көндә ул Юлдыбай агроинженерия колледжында тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары булып уңышлы эшләп йөрөй. Биләмә, район һәм республика сараларында әүҙем ҡатнашҡан ханым бәләкәй ҡыҙы менән Юлдыбай ауылының «Шоңҡар» театры әҙерләгән төрлө сәхнәләштереүҙәрҙә ҡатнаша, ҡатын-ҡыҙҙар менән берлектә «Байыҡ» телевизион бейеү конкурсында ла уңышлы сығыш яһайҙар.
Бер туған ағаһына еңгәй «алып бирәм» тигән Гөлшат яҡындарының туйында буласаҡ тормош иптәше менән таныша. Шулай итеп, 2007 йылда осрашҡан ике йәш йөрәк бер йыл дауамында дуҫлашып йөрөгәндән һуң сәстәрен-сәскә бәйләй.
Ҡорбанғәливтарҙы барыһы ла һоҡланғыс һәм татыу ғаилә булараҡ белә. Илнур менән Гөлшат икеһе лә уңған, бөтмөр һәм барлыҡ сараларҙа әүҙем матур пар. Ауылдың йәме, уның тотҡаһы булған Ҡорбанғәлиевтарҙың үҙ көстәре менән төҙөп ингән матур, заманса йорттары, уның ихатаһы үҙенә тартып ҡына тора. Йорт янынан үткәндә лә унда ниндәйҙер сихри йылылыҡ, нур балҡыған кеүек тойола. Шулай булмай ни, үҙ тормоштарын биҙәп, ғаиләһендәге бәхетте, һөйөүҙе ҡәҙерләп, бер-береһен ихтирам иткән Илнур менән Гөлшаттың ҡорған донъяһында мөхәббәт емештәре – ике ҡыҙы һәм бер улы бар бит...
– Ата-әсә булараҡ төп маҡсатыбыҙ – балаларыбыҙҙы лайыҡлы тәрбиәләү, уларға тейешле белем биреү. Ҡәҙерлеләребеҙҙең уй-хыялдары тормошҡа ашып, аяҡтарында ныҡлы баҫып торасаҡтарына бер шигебеҙ ҙә юҡ. Үҙебеҙ ҙә татыу ғаиләләрҙә үҫкәнгәлер инде балаларыбыҙҙы ла шундай булһындар тип өйрәтәбеҙ. Ата-әсәйҙәребеҙ беҙҙең өсөн оло терәк, таяныс, һәр башланғыстарыбыҙҙы ла күтәреп алырға, тормошҡа ашырырға ярҙам итәләр, һау-сәләмәт, оҙон ғүмерле булһындар инде, – ти Илнур менән Гөлшат.
Ҡорбанғәлиевтарҙың иң ҙур байлығы – балалары. Оло ҡыҙҙары Элина Юлдыбай урта мәктәбенең унынсы класс уҡыусыһы. Уҡыуҙа ла, спортта һәм мәҙәниәттә лә ал бирмәгән ҡыҙ бейергә лә ярата, мәктәптең волейбол командаһы капитаны булараҡ та билдәле. Уртансы улдары Нургиз һигеҙенсе класта белем ала. Егет бар булмышы менән спортты ярата. Футбол, волейбол ярыштарында ҡатнашып уңыштары менән һөйөндөрә. Ҡорбанғәлиевтарҙың кинйә ҡыҙҙары Нурзилә, өсөнсөлә генә уҡыуына ҡарамаҫтан, бар яҡтан да килгән. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса Республика конкурсында беренсе урын алған, бейеүгә йөрөй, бәләкәй генә булһа ла баскетбол түңәрәген үҙ итә.
Ғөмүмәт әйткәндә, был ғаилә бар яҡтан да уңған. Ойоштороу һәләтенә лә эйә булған Илнур менән Гөлшат бөтә ергә өлгөрә. Үҙҙәренең ата-әсәләре кеүек үк уңғанлыҡтарын, оҫталыҡтарын һәр яҡлап күрһәтә белгән, ябайлыҡтары менән дә күркәм булған татыу пар улар. Йәшәгән ауылы, биләмәһе, районыбыҙ өсөн өҙөлөп торған патриотик рухлы икәндәре лә күренеп тора. Балаларына ла шундай тәрбиә биргән Ҡорбанғәлиевтар. Ҡура тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт көтә улар, баҡсаларында ла һәр ваҡыт күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр, емеш-еләк һәм йәшелсәләр үҫә. Дәүләт хеҙмәтендә эшләгән кешеләр бер-береһенең хеҙмәтен, эшен юғары баһалап, хөрмәт итеп йәшәгәс, бөтә эшкә лә өлгөрә. Ауылдаштары, ҡатнашып йәшәгән ғаилә дуҫтары менән бергә-бергә, татыу ғүмер кисерә Ҡорбанғәлиевтар.
Бына шундай ғаиләләр бар беҙҙең районда. Бер-береһе өсөн генә яралған ир менән ҡатындың ғаилә тормошо артабан да ошолай бәхетле дауам итһен, тип кенә теләргә ҡала.