Ишмырҙа Шәмсетдин улы менән Венера Сәмиғулла ҡыҙы 1971 йылдың тап бөгөнгөләй ап-аҡ ҡарлы февраль айында ғаилә ҡоралар. Заманына күрә матур итеп никах уҡытып, туй яһайҙар, күркәм йорт һалып инәләр. Татыу ғаиләлә бер – бер артлы биш бала, бер ул һәм дүрт ҡыҙ донъяға килә. Солтановтар биш балаһына ла лайыҡлы тәрбиә биреп, юғары белем алырға ярҙам иткән, туйҙар яһап, оло тормош юлына сығарған. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти халыҡ мәҡәле. Балалары ла атә-әсә йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, һәр береһе тормошта үҙ урынын табып, матур донъя ҡорған. Һәр ҡайһыһы үҙ һөнәре буйынса тырышып хеҙмәт итә. Оло ҡыҙҙары Фатима тормош иптәше Вәкил менән Сибай ҡалаһында йәшәй һәм эшләй, дүрт бала үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Фәймә, Әлиә, Зөлфирә Аҡъярҙа төпләнгәндәр. Фәймә 2-се Аҡъяр урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Тормош иптәше Юнир менән ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Әлиә ҡыҙҙары Балалар ижады йортонда педагог-ойоштороусы вазифаһын башҡара. Хәләле Рәфил менән сәскәләй өс ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Кеселәре Зөлфирә Хәйбулла районы буйынса пенсия фондында белгес булып хеҙмәт итә. Уның да ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә.
Бер кемдең дә тормош күге һәр ваҡыт яҡты яҙҙарҙан, сыуаҡ көҙҙәрҙән генә тормай шул. Солтановтарға ла яҙмыш һынауҙарҙың иң ауырын, иң әсеһен ебәрә. Бер бөртөк улдары Мирза ата-әсәһен, һөйөклө кәләшен, балаларын һәм яҡындарын зар илатып, йөрәк сиренән ваҡытһыҙ китеп бара. Юғалтыу ғазаптарын, күңел һағыштарын эш менән баҫып, был һынауҙы лайыҡлы кисерә ата менән әсә. Ҡалған балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә имен тормош юрап, тормошҡа һөйөүҙәрен һүрелтмәй, артабан да сәмләнеп йәшәргә үҙҙәрендә көс таба улар.
Ғаилә башлығы Ишмырҙа Шәмсетдин улы 1947 йылда Түбәнге Ғәле ауылында Шәмсетдин һәм Заһиҙә Солтановтар ғаиләһендә дүртенсе бала булып доньяға килә. Иртә әсәйһеҙ ҡалыу сәбәпле балалыҡтан бик иртә сыға Ишмырҙа ағай, быуындары нығыныр-нығынмаҫ тормош арбаһына егелә. Бала сактан бик зирәк, белемгә ынтылыусан булып үҫә, спорт менән дуҫ була. Хеҙмәт юлын «Башҡорт” совхозының “Урал” бүлексәһендә механик булып башлай. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, Бәләбәй ауыл хужалығы техникумына ситтән тороп уҡырға инә. Ул дәүерҙә абруйлы һаналған һөнәр үҙләштереп, киң профилле белгес тыуған яҡ баҫыуҙарында төрлө техникала эшләй. Үҙен алдынғы механизатор булараҡ таныта. Күп йылдар ауылдаштары мәнфәғәттәрен яҡлап байтаҡ эштәр башҡара, партия депутаты була. Бер аҙҙан йәше-ҡарты менән яҡшы аралашҡан, уртаҡ тел таба белгән ир-уҙаманды ауыл хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләйҙәр. Ниндәй генә вазифаларҙа булмаһын, һәр эшен күңел һалып, намыҫ менән башҡара. Фиҙаҡәр һәм тырыш хеҙмәте өсөн тиҫтәләгән Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән билдәләнә.
Венера Сәмиғулла ҡыҙы 40 йылдан ашыу ғүмерен балаларға белем биреүгә арнай, районда алдынғы уҡытыусыларҙан һанала. Бөгөн яҡын-тирәлә уны белмәгән, ихтирам итмәгән кеше юҡтыр. Бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялланған ҡыҙ урта мәктәптән һуң тәүҙә Сибай педагогия училищеһын, һуңынан ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия университетын тамамлай. Үрге Ғәле мәктәбендә балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә, ошо уҡ мәктәптең директоры вазифаһын да башҡара. Дәрестәрен һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрергә тырыша, уҡыусылары өсөн серҙәш тә, кәңәшсе лә була. Күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте баһаланмай ҡалмай – «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» тигән маҡтаулы исем бирелеүе, Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы уның үҙ эшен юғары кимәлдә башҡарыуы, Венера Сәмиғулла ҡыҙының киң даирәле уҡытыусы, талантлы ойоштороусы, яуаплы етәксе булыуын дәлилләй.
Биш тиҫтә йылдан артыҡ татыу ғүмер иткән Солтановтар бөгөн дә иңгә-иң терәп, хәләл көстәре менән йыйған малдарының бөртөгөн дә әрәм итмәйсә, бер нигә лә зарланмай, үҙ хужалыҡтарында тырышып эшләп, йәшәп яталар. Йорт- ҡуралағы барлыҡ эштәрҙе лә парлашып, бергәләп башҡара улар.
Бөгөн Ишмырҙа ағай менән Венера апай икеһе лә дин юлында. Биш ваҡыт намаҙҙарын ҡалдырмай, иртәләрен изге доғалар менән башлап, белгәндәрен башҡаларға өйрәтә, изге Рамаҙан айында бергәләп ураҙа тотоп, иманлы тормошта йәшәй. Әйткәндәй, Ишмырҙа Шәмсетдин улы ауылдың имам-хатибы ла.
Эйе, арабыҙҙы һөйөү, тоғролоҡ һәм сабырлык менән тигеҙ ғүмер иткән, күптәргә өлгө булырҙай бындый парҙарҙың булыуы ҡыуаныслы күренеш. Яҙмыш һынауҙарына бирешмәгән, ғүмер юлын матур үткән өсөн тормош үҙе ике «бишле» ҡуйған был дан ғаиләгә алдағы көндәренең дә тик ҡыуаныслы ваҡиғаларҙан, иҫтәлекле мәлдәрҙән генә тороуын теләйбеҙ.