Бөтә яңылыҡтар

Матур ғаилә – ил ҡото

1 мартта Башҡорт ғаиләһе көнөн билдәләнек. Был дата тиккә генә һайланмаған: яҙҙың тәүге көнө яңы тормоштоң башы кеүек ҡабул ителә. Халҡыбыҙ иһә элек-электән ғаилә йолаларын хөрмәт итә, нәҫел тарихын белергә ынтыла. Ғаилә ҡороу, уның ҡиммәттәрен һаҡлау – йәшәйештең төп мәғәнәһе. Ошо изге төшөнсәләр Матрай ауылы халҡына айырыуса яҡын. Юҡҡа ғынамы ни улар быйыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашырға йөрьәт итте. 

Матур ғаилә – ил ҡото
Матур ғаилә – ил ҡото

Ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында ойошҡан, әүҙем матрайҙар әллә күпме матур-матур байрамдар, фәһемле осрашыуҙар, ҡыҙыу спорт ярыштары үткәрҙе. Ә инде уҙған йомала уҙған конкурстың йомғаҡлау сараһы “Матур ғаилә – ил ҡото” тип исемләнде.


Күмәк көс менән ойошторолған матур байрамға барса ауыл биләмәләренән халыҡ йыйылды. Ә сараның махсус ҡунағы – билдәле тележурналист, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Наил Юнысов. Байрамдың рәсми өлөшө башланыр алдынан ҡунаҡтар өсөн Матрай ауылының төрлө социаль ойошмалары буйлап экскурсия ойошторолдо. Йыйылыусылар урындағы урта мәктәпкә, балалар баҡсаһына, автомәктәпкә, "Мөхәммәдрәхим" мәсетенә инеп сыҡты. Ғөмүмән, ауылдың бөгөнгөһө, киләсәге, нимә менән йәшәүе тураһында бик мәғлүмәтле сәйәхәт булды был.


Артабан йыйылыусылар урындағы мәҙәниәт йорто ихатаһында ойошторолған бай күргәҙмәне ҡарап сыҡты, ошонда уҡ халҡыбыҙҙың тап яҙ көнө башҡарылған матур йолаларының береһе - "Баш итенә саҡырыу" күрһәтелде.


Элек-электән бындай ит тик хөрмәтле ҡунаҡтарға ғына ашатылған. Баш ите ашау йолаһы мәрхүм туғандарҙы иҫкә алыу һәм әруахтар культы менән бәйле - уларға ырыу-заттың именлеген һорап һәм яҡты киләсәк теләп мөрәжәғәт итеү күренеше халыҡта киң таралған булған. Был йоланың яҙ көнө, малдар ҡырға сығыр алдынан үткәрелеүе лә символик мәғәнәгә эйә, баш ите ашаған саҡта мал артһын, уңыш бай булһын тип теләгәндәр.


Тантаналы сараның төп өлөшө йәш ғаиләләрҙе, яңыраҡ ҡулдарына сабый алып һөйөнгән йәш әсәйҙәрҙе тәбрикләү, улар хөрмәтенә ойошторолған байрам концерты менән тамамланды. Концерт һуңында ауылдың ололары ифтарға йыйылып, ил тыныслығына бағышланған аят уҡылды.

Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас