Бөтә яңылыҡтар

Йәш математиктар тәрбиәләй

Ниндәй йәш уҡытыусы? Ошо һорауға яуапты мәғариф өлкәһендә әле генә хеҙмәт юлын башлаған йәш белгестәргә, уларҙың тырыш хеҙмәтенә һәм балаларға биргән белем кимәленең ни тиклем юғары булыуына ҡарап ҡына ла табырға була. Бар яҡтан камил замана уҡытыусыһы тураһында гәзит уҡыусыларыбыҙға бәйән итеү теләге менән Юлдыбай урта мәктәбе филиалы – Ҡашҡар ауылы мәктәбендә эшләп йөрөүсе йәш, тырыш һәм һөнәренә яуаплы ҡараған уҡытыусы Нурзидә Әмир ҡыҙы Вәлиева тураһында яҙып үтергә булдыҡ.

Йәш математиктар тәрбиәләй
Йәш математиктар тәрбиәләй

Уҡытыусы – донъялағы иң ауыр һөнәрҙәрҙең береһе. Был юлды һайлаған кеше үҙен тулыһынса эшенә бағышларға бурыслы, юғиһә уҡыусыларында белем алыуға һөйөү уятыуы, ҡырланмаған таштан сәнғәт әҫәре яһауы икеле. Шулай уҡ бөтә кеше лә уҡытыусы була алмайҙыр, сөнки һөнәргә ҡарата эскерһеҙ ынтылыш та бик кәрәк.
Ә ниндәй ул бөгөнгө уҡытыусы? Йәш уҡытыусы? Ошо һорауға яуапты мәғариф өлкәһендә әле генә хеҙмәт юлын башлаған йәш белгестәргә, уларҙың тырыш хеҙмәтенә һәм балаларға биргән белем кимәленең ни тиклем юғары булыуына ҡарап ҡына ла табырға була. Бар яҡтан камил замана уҡытыусыһы тураһында гәзит уҡыусыларыбыҙға бәйән итеү теләге менән Юлдыбай урта мәктәбе филиалы – Ҡашҡар ауылы мәктәбендә эшләп йөрөүсе йәш, тырыш һәм һөнәренә яуаплы ҡараған уҡытыусы Нурзидә Әмир ҡыҙы Вәлиева тураһында яҙып үтергә булдыҡ.
Юлдыбай ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ алтынсы класҡа тиклем туған мәктәбендә белем ала. Ни тиклем ҙур яуаплылыҡ ятҡан был һөнәргә Нурзидә Әмир ҡыҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһының В.И.Ленин исемендәге икенсе лицейында, һуңынан Өфө ҡалаһының Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатында уҡығандан һуң килә. Теүәл фәндәрҙе үҙ иткән йәш ҡыҙ ун беренсене тамамлағандан һуң Г.И.Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетына уҡырға инә. 2020 йылда «Физика» йүнәлеше буйынса бакалавр һәм магистратураның ҡыҙыл дипломдарына эйә була, ғүмерлек хыялын тормошҡа ашыра.
Лицейҙа һәм гимназияла уҡыған йылдары Нурзидә өсөн шул тиклем йылы, күңеленә яҡын булып иҫтә ҡалған... Ундағы уҡытыусыларын, дуҫтарын яҡты хәтирәләр менән генә иҫкә ала ул. Уҡыуҙа, мәҙәни сараларҙа әүҙем булған ҡыҙ бейергә, сәйәхәт итергә ярата. Репетитор булырға ла өлгөрә. Әүҙемлеге, тырыш булыуы Нурзидәгә, киләсәккә пландар ҡороп, сит илгә сығып хеҙмәт юлын башларға ярҙам итә. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң ул Төркиәгә юллана, әңгәмәләрҙе уңышлы үтеп, ярты йыл дауамында гид булып эшләй. Ни өсөн нәҡ был илде һайланың тигәнгә: «Уларҙың телен бер аҙ белгәнгә һәм төрөктәрҙең мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныуым да бар ине», – тип яуапланы Нурзидә. Артабан ул сит ил телен ныҡлап камиллаштыра, күп илдәрҙән килгән туристар менән аралаша, төрлө мәҙәниәттән булған кешеләр менән уртаҡ тел табып эшләй һәм бик күп дуҫтар таба.
Шулай ҙа, сит ерҙә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан бул, тигәндәй, башҡорт ҡыҙы үҙенең тыуған яғына ҡайтырға ҡарар итә. Төркиәләге бергә эшләгән дуҫтары, таныштары әле булһа ла уны эшкә саҡырыуына ҡарамаҫтан, йәш ҡыҙ үҙебеҙҙең районда эш башлай. Шуныһы ҡыуаныслы, уның элекке етәксеһе ҡыҙҙың яуаплылығы, тәртипле һәм кешеләр менән яғымлы мөнәсәбәттә булыуын бик юғары баһалай. Әсәһе Миләүшә Фәрит ҡыҙының кинйәтәүе булараҡ ул ҡәҙерле кешеһен үҙе йәшәп, эшләп киткән илгә ял итергә лә алып барған.
– Әсәйем – минең илһамландырыусым. Ул минең бөтә идеяларымды хуплай һәм уларҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә, ә атайым мәрхүмдең теүәл фәндәргә булған һөйөүе миңә күскән,ти йәш ҡыҙ.
Уңған, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп юғары белем алған яҡташыбыҙ бөгөн М.Б.Әбсәләмов исемендәге Юлдыбай мәктәбе филиалы – Ҡашҡар ауылының төп белем биреү мәктәбендә математика һәм информатика фәндәренән уҡыта. 2023 йылдан башлап эшләгән йәш белгес уҡытыусы һөнәрен яратып башҡара. Уҡыусылар менән заманса талаптарға яраҡлаштырып ҡыҙыҡлы дәрестәр үткәрә, улар менән еңел аралаша һәм хеҙмәтенә бар күңелен биреп эшләй. Йылайыр районы мәғариф ойошмаларының йәш уҡытыусылар советы рәйесе итеп тә һайлағандар уны. Йылайыр районы йәштәр бүлеге һәм мәҙәниәт өлкәһе менән тығыҙ бәйләнештә булған Нурзидә тыуған ауылы Юлдыбайҙа, район күләмендә үткән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Күптән түгел үҙ һөнәренә һөйөүен ул «Йыл уҡытыусыһы» муниципаль конкурсында ҡатнашып күрһәтте. Конкурстың барлыҡ этаптарын уңышлы үтеп, балаларҙың яратҡан уҡытыусыһы булыуын иҫбатланы.
Шулай уҡ, мәҙәниәтебеҙҙе, традицияларыбыҙҙы үҙ иткән йәш ҡыҙ бына инде нисә йылдар дауамында ураҙа тота. Милләттәштәребеҙҙең тағы ла нығыраҡ дингә ылығыуын, иманға килеңен теләй йәш остаз!
Хәҙерге заманда уҡытыусы булып эшләү күп көс, сабырлыҡ, фиҙаҡәрлек, белемеңде даими камиллаштырыуҙы, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашыуҙы талап итә. Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, хәҙерге дәрестәрҙе лә китап менән генә үткәреү мөмкин түгел. Уҡытыусы заман менән бергә атларға, заманса технологиялар менән эш итә белергә тейеш. Тап ошондай сифаттарға эйә булған Нурзидә Әмир ҡыҙы ла һөнәрен ярата һәм балалар менән эшләү уның өсөн ҙур ҡыуаныс килтерә.

Йәш белгескә эшендә уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ!

Фото ғаилә архивынан.

Автор: Ильфира Аккужина
Читайте нас