Рәил Хәмит улы ошо ауыл егете, күп балалы ғаиләлә иң кесе бала булып донъяға килгән. Мәктәптән һуң Юлдыбай һөнәрселек училищеһында уҡый, шофер һәм электромонтер һөнәрен алып сыға. Бер аҙ Яҡут Республикаһында вахта ысулы менән эшләгәндән һуң, тыуған яҡтарына ҡайта. Әле, “Башҡорт баҡыры” ойошмаһында шахтала хеҙмәт итә. Нимәгә тотонһа ла, ипле, ҡулы эш рәте белә. Машина ремонтлаһынмы, электр һуҙһынмы, ағас эше менән булашһынмы - барыһына ла өлгөрә ул. Шулай уҡ оҫта балыҡсы ла.
2019 йылда Үрге Ғәле һылыуы Гөлгөнә менән матур туй уҙғарып, оло тормош юлына бергәләп аяҡ баҫҡандар. Кәләше лә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Гөлгөнә Дамир ҡыҙы Сибай сәнғәт колледжының тынлы оркестр бүлеген тамамлаған. Һөнәре буйынса музыка белгесе булһа ла, күңеле менән ул кондитер, яҡындарын тәмле-татлы ризыҡтар менән һыйларға ярата. Ҡыҙы менән декрет ялында булған саҡта бала ҡарауҙан тыш, заказға тәмле торттар бешерә. Уның торттарын бер ҡабат ауыҙ иткәндәр ҡабат-ҡабат заказ бирә, тәмлекәстәрен теләп һатып ала. Ауылдаштарынан тыш, татлыҡайҙарҙы бешереп биреүен һорап, күрше район халҡы ла мөрәжәғәт итә.
Теүәлбаевтар тураһында тулы материалды баҫмабыҙҙың 10-сы һанында уҡый алаһығыҙ