Ғаилә – ул кеше үҙе тыуҙыра алған иң ҙур бәхет. Ер шарында бәхетле һәм татыу ғаиләнән дә нығыраҡ берлек юҡтыр. Ул – бер үк ваҡытта яңы тормоштоң башы ла, матур нәҫелдең дауамы ла, изге йолаларҙы һаҡлау ҙа.
Уның усағын һүндермәй, йортҡа ҡот өҫтәп йәшәү – һәр кемебеҙҙең изге бурысы, әлбиттә. Районыбыҙ үҙәге Йылайыр ауылында ҙур тырышлыҡ менән донъя көткән, балалар үҫтергән һәм бар яҡтан да уңған ғаиләләрҙең күп булыуы оло ҡыуаныс ҡына.
Хозур тәбиғәтле Йылайыр ауылында йәшәүсе Илгиз һәм Линиза Солтановтарҙың ғаиләһе нәҡ шул иҫәпкә инә лә инде. Матур ғаилә биш балаға ғүмер бүләк иткән.
Ғаилә башлығы Сәләх ауылынан, Дәүләт һәм Фәниә Солтановтар ғаиләһендә тыуып үҫә. Ете балалы татыу ғаиләлә буй еткергән егет туғандарын ҡарашырға ла, йорт мәшәҡәттәрендә булышырға ла өлгөрә. Һәр ир-егеткә хас булған хеҙмәтте белеп үҫкән Илгиз Дәүләт улы буласаҡ тормош иптәше, Әбйәлил районы ҡыҙы Линиза Әмир ҡыҙы менән 1994 йылда үҙҙәренең тыуған көндәрендә танышҡан. Эйе, үҙҙәренең, сөнки икеһенең дә тыуған көндәре бер көнгә тура килгән икән... Балалары, ҡатыны өсөн өҙөлөп торған Илгиз ағай бына инде нисәмә йылдар дауамында Себер тарафтарында уңышлы эшләп йөрөй. Ғаиләһе өсөн барыһын да эшләргә, табырға һәм булдырырға тырышҡан ғаилә башлығы үҙенең баҫалҡы, ипле, тырыш булыуы менән туғандары һәм яҡындары араһында ихтирамға лайыҡ.
Хужабикә белеме буйынса юрист, шулай уҡ мәктәпкәсә белем биреү педагогы һәм сәнғәт колледжын тамамлап ҡулына диплом алған. Район дауаханаһында юрист булып эшләгәндән һуң, мәҙәниәтте үҙ иткән ханымдың мәҙәниәт йортонда эшләргә теләге ҙур булып сыға. Шулай итеп, үҙенең моңло тауышы менән сығыш яһап, тамашасыларҙың күңелен арбап өлгөргән Линиза Әмир ҡыҙы егерме йылға яҡын мәҙәниәт өлкәһендә эшләй. Быйыл ул хаҡлы ялға сыҡҡан, шулай булыуға ҡарамаҫтан бар тырышлығын һалып халыҡ өсөн хеҙмәт итә. Әлеге ваҡытта үҙ эшен асҡан: туй, юбилей, тыуған көндәрҙе һәм башҡа төрлө сараларҙы әҙерләп алып барыу менән шөғөлләнә. Районда, республика кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа һәм сараларҙа әүҙем ҡатнаша, барлыҡ мәжлестәр ҙә уның йырҙары менән үрелеп бара.
«Бала күрмәгән – балдан ауыҙ итмәгән» тигәндәй, Солтановтар үҙҙәренең хәләл көсө менән көткән тормошонан, тәрбиәле, инсафлы, һәләтле балаларынан бик ҡәнәғәт. Үҙҙәре лә бөгөнгө көндә балалары өсөн үрнәк тә, һәр яҡлап терәк тә булып торалар.
Оло улдары Айгиз архитектор һөнәрен һайлаған, кәләше Гүзәл менән Өфө ҡалаһында йәшәйҙәр, икенсе улдары Урал юрист һөнәрен үҙләштергән, тормош иптәше Айгөл менән Әсилә исемле ейәнсәр бүләк иткәндәр, улар ҙа баш ҡалабыҙҙа төпләнгән. Солтановтарҙың бер бөртөк кенә ҡыҙҙары Айзилә әлеге мәлдә Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультетында белем ала. Нуриман исемле улдары Күмертау ҡалаһындағы Республика политехник лицей-интернатының һигеҙенсе класс уҡыусыһы. Ә кинйәтәү Зиннур Йылайырҙағы Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында белем алып йөрөй.
Солтановтарҙың балалары ата-әсәйҙәре кеүек тырыш, бөтмөр һәм маҡсаттарына ирешеүсән булыуҙары менән һоҡландыра. Мәктәп йылдарында уҡ төрлө олимпиадаларҙа, халыҡ-ара, Рәсәй, республика һәм район конкурстарында ҡатнашҡан ул һәм ҡыҙҙары йыр-бейеүгә лә бик әүәҫ. Оло улдары Айгиз яҡшы уҡыуы өсөн хатта «Рәсәйҙең һәләтле балалары» энциклопедияһына ла ингән. Малайҙарҙың дүртәүһе лә гитарала уйнай. Бөгөнгө көндә лә ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, матур тормош көтә улар.
Солтановтарҙың заманса йыһазландырылған, әллә ҡайҙан балҡып торған, үҙ көстәре менән төҙөп сыҡҡан матур йорто бар. Туғандары, балалары менән бергә йыйылып ошо йорттоң ҡотон арттырып, яҡындарын йыйып йәшәгән Линиза апай менән Илгиз ағай һәр ваҡыт ҡунаҡсыл, алсаҡ йөҙлө булыуҙары менән айырылып тора. Хужабикә йорт-ихата тултырып гөл-сәскәләр үҫтерә, килгән-киткән дуҫтары һәм яҡындарын тәмле-татлы ризыҡтар менән һыйлай. Илгиз Дәүләт улы, үҙ сиратында, йорт тирәһен төҙөк һәм матур итеүгә күп көс һала. Үҙ аллы тормош башлаған улдарына ла ҙур кәңәшсе булып тора Солтановтар.
Ишле ғаилә балаларын татыу, дуҫ булырға, олоно-оло итеп, кесене кесе итеп ҡарарға һәм хеҙмәт яратырға өндәп үҫтерә, һайлаған һөнәрҙәрен яратып, киләсәктә лә тырышып донъя көтөүҙәрен теләй. Биш балаға ғүмер бүләк иткән Солтановтар ҡура тултырып ҡош-ҡорт көтә, йыл һайын йөҙҙән ашыу ҡаҙ, өйрәк һәм бройлер бәпкәләрен алып үҫтерәләр. Баҡсаларында емеш ағастары, йәшелсәләр ишелеп үҫһә, ҡышҡы миҙгелгә лә әҙер тигәнде аңлата...
Тормошта иң мөһиме – ғаилә нигеҙенең ныҡлы булыуы, ә нигеҙ ныҡлы булһын өсөн нимә кәрәк һуң? Әлбиттә бер-береңә булған ышаныс тота ғаиләне. Бөгөнгө мәҡәләбеҙ геройҙары ла бер-береһенә ныҡлы ышана һәм тоғро булып ҡала. Солтановтарҙың бәхет сере лә – бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, татыу йәшәүҙәлер... Ә балаларының бәхете – матур итеп ҡаршы алыр ата-әсәй, ҡот уйнап торған, һағынып ҡайтыр өйҙәре булыуы.
Районыбыҙҙа һәр ғаилә шулай үҙенсә бәхетле, уларҙың һәммәһенең дә үҙҙәрен генә хас шатлыҡ-ҡыуаныстары бар. Иң мөһиме – быуын сылбырҙары өҙөлмәһен, донъялар тыныс булһын.
Бәхетле һәм күптәргә өлгө булған был ғаиләгә именлек, балалар ҡыуанысы һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Фото ғаилә архивынан алынды.