Бөтә яңылыҡтар

Йәштәр ауылды һайлай

  Һуңғы йылдарҙа  ауыл ерендә төпләнеп, донъя ҡорған йәштәрҙең байтаҡ булыуы ҡыуандыра. Улар береһенән-береһе уҙҙырып йорттар һала, балалар үҫтерә,  тыуған төйәгенең үҫешенә  үҙ өлөшөн индерә. Юлиә һәм Илдар Сәғитовтар – бөгөн ауылыбыҙҙың йәмен арттырыусы ғына түгел, уның киләсәген дә ҡайғыртыусы ишле ғаиләләрҙең береһе.

Йәштәр ауылды һайлай
Йәштәр ауылды һайлай

Ғаилә башлығы Илдар Йылайыр ауылында Фәйрүзә һәм Юлдаш Сәғитовтар ғаиләһендә баш бала булып донъяға килгән. Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһын тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалына уҡырға инә. Һөнәре буйынса уҡытыусы булһа ла, бөгөн ул бөтөнләй икенсе йүнәлеште һайлаған – шәхси эшҡыуар. Студент сағында  ГАЗель микроавтобусы һатып алып ҡалала пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнә. Һуңынан автопаркын тағы йөк автомобилдәре, трактор менән тулыландыра. Бөгөн ул республика ҡала-ауылдары буйлап йөк ташыу менән шөғөлләнә, экскаваторында ауылдаштары һорауы буйынса эштәр башҡара, утын эшләп һатырға ла өлгөрә.

Юлиә сығышы менән Әбйәлил районы Асҡар ауылынан. Мәктәптәптә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, ырғаҡ менән бәйләм бәйләргә ярата. Бәләкәйҙән оҫта бейегән ҡыҙ балалар сәнғәт мәктәбенең бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә, ансамблдең иң оҫта бейеүселәренең береһе була. Шуға ла ҡулына өлгөргәнлек аттестатын алған йәш ҡыҙ  документарын һис икеләнеүһеҙ Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының музыка һәм хореография кафедраһына тапшыра, хореограф һөнәрен алып сыға. Бынан тыш ситтән тороп  мәктәпкәсә белем биреү бүлегендә белем ала. 2014 йылда уҡыу йортон уңышлы тамамлап, хеҙмәт юлын Йылайыр балалар сәнғәт мәктәбендә башлай. “Ләйсән” өлгөлө балалар бейеү ансамблендә балаларға бейеү өйрәтә, һөнәри тәжрибәһен, рухи белемен түкмәй-сәсмәй уҡыусыларына тапшыра.Тәрбиәләнеүселәре республика һәм район кимәлендәге конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша,  призлы урындар яулап ҡыуандырып тора. Уҙған йыл Өфөлә үткән «Байыҡ»  телевизион конкурсында ҡатнашып «Парлы ансамблдәр» номинацияһында 2-се урынға лайыҡ булалар. Декрет ялында ла тик ултырмай Юлиә, уҡыусылары өсөн янып көйөп, уларҙы ҡайғыртып йәшәй, буш ваҡыты булыу менән сәнғәт мәктәбенә ашыға.

  • Ошо көндәрҙә «Ләйсән» бейеү ансамбле өлгөлө исемен яҡлау буйынса абруйлы жюри ағзалары килеүен көтә. Улар хөкөмөнә сығарасаҡ номерҙар өҫтөндә эшләйбеҙ. Балалар  уңышлы сығыш яһарҙар һәм ансамблдең исемен лайыҡлы раҫларҙар тип ышанам, – ти тынғыһыҙ педагог.

 

Бер-береһен мәктәп йылдарынан белгән йәштәр 2015 йылдың ғинуар айында никах уҡытып, 8 март алдынан гөрләтеп туй яһап ҡауышалар.

– Илдар менән беҙ, йәйге каникулдар ваҡытында, ошонда йәшәгән апайыма ҡунаҡҡа ҡайтҡанда таныштыҡ. Яҡшы дуҫтар булдыҡ. Мәктәпте тамамлап, баш ҡалаға уҡырға киткәс тә аралашып торҙоҡ. Яйлап  аралар яҡынайҙы. Илдар үҙенең  уңғанлығы, иғтибарлы, ныҡыш булыуы менән күңелемде яуланы. Бер йыл эшләрмен дә, ҡабат Өфөгә китермен, тип килгән инем, килен булып ҡалдым,  – тип матур хәтирәләре менән бүлешә Юлиә.

Уңған, йәш ғаиләлә өс бала тәрбиәләнә. Ҡыҙҙары Алтынай Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының 1-се класс уҡыусыһы, әсәһенең ҙур ярҙамсыһы, уң ҡулы. Ҡустыларын ҡараша, аш-һыу бүлмәһендә лә булыша. Дәрестәрҙән һуң  сәнғәт мәктәбенең флейта класында шөғөлләнә. Әле яңыраҡ Сибай ҡалаһында үткән  балалар музыка мәктәптәре уҡыусылары араһындағы зона конкурсында ҡатнашып, беренсе дәрәжә дипломға эйә булған һәләтле ҡыҙсыҡ.
Уртансылары Азаматҡа өс йәш, «Аҡсәскә» балалар баҡсаһына йөрөй. Малайҙарға хас булғанса уйынсыҡ машиналар менән ҡыҙыҡһына. Бәләкәс кенә булһа ла тәртип ярата. Кескәй улдары  Алмасҡа әле 10 ай ғына булыуға ҡарамаҫтан, ағай-апайынан ҡалышмай, йүгереп йөрөй, иртә тәпәй киткән малай.

Өйләнешкәндән һуң йәш ғаилә бер аҙ ҡайны-ҡәйнә йортонда йәшәп алағандан һуң, айырым донъя көтә башлай. Ҡыҙҙары тыуғас усаҡлыҡ эшләп инәләр. Һуңынан йорт һатып алып, шунда күсә Сәғитовтар. Әле ауылдың Столичная тип йөрөтөлгән йәштәр биҫтәһендә төҙөлөп ятҡан  яңы йорттарын бөтөрөү эштәре менән мәшғүлдәр, йәйгә күсергә иҫәптәре. Заманса, бар уңайлыҡтары булған был өйҙәрен Илдар үҙ ҡулдары менән күтәргән, проектын да үҙе эшләгән. Ихатала мунса, гараж төҙөгән.

  • Бөгөнгө көндә ауыл ерендә лә тормош шарттары ҡаланыҡынан бер ҙә кәм түгел. Бына тигән балалар баҡсаһы, мәктәп, гимназия эшләп тора, аҙым һайын магазин. Ауылыбыҙҙа спорт комплексы, бассейн бар. Унан һуң, ата-әсәйҙәр, туғандар эргәлә.  Ҡыҫҡаһы, ауыл тормошо, ауылда йәшәү беҙгә бик оҡшай, шатланып йәшә генә! – ти Илдар.
  • Эйе, хәҙерге йәштәрҙең күбеһе шаулап торған ҡала тормошона өҫтөнлөк бирә. Юлиә һәм Илдар Сәғитовтар ҙа үҙҙәренең миҫалында ауыл ерендә лә гөрләтеп йәшәргә, балалар үҫтерергә мөмкин булыуын иҫбатлап, күптәргә өлгө булып йәшәй.
Автор: Розалия Такалова
Читайте нас