Йәмних Муса улы 1936 йылда Ҡашҡар ауылында донъяға килә. Тарихтан белеүебеҙсә, Ҡашҡаровтар заманында был түңгәүер ауылында нигеҙ һалыусылар булған. Улар араһынан шулай уҡ илебеҙ, республикабыҙ кимәлендә танылыу алған арыуыҡ шәхестәр сыҡҡан, Йәмних ағай шундайҙар иҫәбендә. Бар ғүмерен ул балаларға белем биреү һәм тәрбиәләүгә бағышлаған педагог, уңышлы етәксе, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре.
Йәмних ағайҙың атаһы, 1882 йылғы Муса Хәсән улы беренсе Герман һуғышында Рәсәй армияһы сафында бик күп яуҙарҙа ҡатнаша, 1917 йылғы революциянан һуң Колчак ғәскәрен эҙәрлекләп Иркутскигә тиклем яу юлы үткән. Тыныс тормошта ла был ир-уҙаман ауылда үҙен оҫта балтасы итеп таныта. Әммә 30-сы йылдарҙағы сәйәси золом Ҡашҡаровтар ғаиләһен дә урап үтмәй: 1937 йылдың 19 ноябрендә Муса Хәсән улы Йылайыр ауылында ҡулға алына һәм шул йылдың декабрь аҙағында иң юғары язаға тарттырыла. Йәш ярымлыҡ Йәмних әсәһе ҡулында колхоз ҡарамағында тороп ҡала.
1940 йылдың көҙөндә Йәмнихтең әсәһе Рабиға апай Вәли ауылынан Үтәков Ғәбит тигән кешегә кейәүгә сыға. Үгәй атай, малайҙы үҙ итеп, матур тәрбиә биреп үҫтерә, уҡыта. Ауылында башланғыс белем алғас, үҫмер Юлдыбай мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Был турала Йәмних ағай беҙҙең район гәзитендә баҫылған «Беҙҙең дәүер мәктәп йылдары» мәҡәләһендә (2025 йылдың 27 ноябрь һаны) былай тип яҙып сыҡҡан ине: «1949 йылда Вәли ауылынан 5-се класҡа 7-8 саҡрымдағы Юлдыбайға йөрөп уҡый башланым... Беҙҙең быуын балаларына уҡыу еңел бирелмәне... Мин, атайһыҙ үҫһәм дә, түләп уҡыным... Быйыл Юлдыбай мәктәбенә һуңғы ҡыңғырау тантанаһына барҙым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 70 йыл элек был мәктәпте тамамлаусы класташтарым араһында мин бер үҙем яңғыҙ булдым...»
Мәктәптән һуң Йәмних Ҡашҡаров хеҙмәт юлын 1955 йылда Салауат ҡалаһындағы химия комбинатында башлай. Бер йылдан хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Армиянан ҡайтҡас, Ҡыуат ауылындағы колхозда эшләй.
Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, йәш белгес артабанғы тормошон уҡытыусылыҡ хеҙмәтенә арнай. Әбделкәрим мәктәбендә уҡытыусы булып эш башлап, бер аҙҙан Өмөтбай мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә. Һуңғараҡ тыуған яҡтарына ҡайта һәм урындағы коллективты етәкләй. 1997 йылда хаҡлы ялға сыға.
Йәмних ағай Ҡашҡаровты абруйлы педагог һәм етәксе тип кенә түгел, ә әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та яҡшы беләләр. Яҡташыбыҙ бына сирек быуат инде Әбделкәрим ауыл биләмәһенең ветерандар советын уңышлы етәкләй, ололарҙың проблемаларын хәл итеүгә үҙенең тос өлөшөн индерә.
Й.М.Ҡашҡаровты юҡҡа ғына «аяҡлы энциклопедия» тип йөрөтмәйҙәр. Уның Башҡортостан, башҡорт халҡы, милләтебеҙ ырыуҙары тарихтарына, ер-һыу атамаларына бәйле хеҙмәттәре бик күп һәм ошо ҡиммәтле хазиналарҙы ул бөртөкләп йыйып бара, матбуғат сараларында даими сығыш яһай. Үҙе түңгәүер ырыуы башҡорто булараҡ был ырыу йыйындарында ул ҙур теләк менән ҡатнаша. Бер нисә йыл элек Баймаҡ районы биләмәһендә үткәрелгән түңгәүер ырыуы йыйынына барыусы беҙҙең район вәкилдәрен тәүҙә Әбделкәрим ауыл хакимиәте ҡабул итте һәм Йәмних ағай был сараның уртаһында йөрөнө, яҡташтарын ҙур ҡыуаныс менән ҡаршы алды. «Һоланырлыҡ ғүмер юлы үткән аҡһаҡалыбыҙҙы беҙ йор һүҙле, шаян кеше, таҡмаҡсы, тарихсы булараҡ хөрмәт итәбеҙ, – тип маҡтаған ине уны урындағы етәкселәр. – Ул ғәжәйеп аҡыллы, белемле, рухлы булыуы менән хайран итә. Быуындар бәйләнешен һаҡлай белгән, ил алдындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Йәмних Муса улына һәр саҡ рәхмәтлебеҙ».
Түңгәүер ырыуының аҫыл ир-уҙаманы яҡташыбыҙ Йәмних Муса улы Әбделкәрим ауылының почетлы гражданы исеменә лайыҡ булған шәхес. Уның 90 йәшлек юбилейы айҡанлы ойошторолған тантанала яҡташыбыҙ Баймаҡ районының иң ҙур наградаһы – «Баймаҡҡа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» тигән почетлы миҙалы менән бүләкләнде.
Милләтебеҙҙең ғорурлығы, ырыуыбыҙҙың аҡһаҡалы Йәмних ағайҙы ғүмер байрамы менән ҡотлап, уға артабан да ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Уға һәр атҡан көн шатлыҡ, бәрәкәт килтерһен, яҡындары, балалары, ауылдаштары, яҡташтары ихтирамында һәм хөрмәтендә оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын, тигән матур теләктә ҡалабыҙ.
Ильяс ТАКАЛОВ, матбуғат ветераны.
Һүрәттә: Й.М.Ҡашҡаров.
Фото Әбделкәрим ауылының "Бәйләнеш"тә төркөмөнән алынды.