

Флүрә инәй – ябай ауыл ҡатыны, үҙ ғүмерендә шатлыҡ-ҡыуаныстар ҙа, ҡайғы-хәсрәттәр ҙә кисергән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан үҙ йәшенә ғәжәйеп аҡыл асыҡлығын һәм тормош һөйөүен, дәртен һаҡлап ҡалған. Оҙон һәм еңел булмаған тормош юлын бик яҡшы хәтерләй ул.
Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында тыуып үҫә Флүрә апай. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға алты йәш тулып өлгөрмәгән була. Ата-әсә ҡосағында иркәләнеп, тиҫтерҙәре менән уйнап үҫә торған матур бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Күпме сабыйҙың яҙмышын, өмөт-хыялдарын селпәрәмә килтергән, бала саҡ бәхетенән мәхрүм иткән ҡәһәрле һуғыш шауҡымы Сәлимовтар ғаиләһен дә урап үтмәй. Атаһы Тажетдин тәүге көндәрҙән үк фронтҡа китә. Әсәләре менән ҡалған Флүрә апай менән кесе туғандарына, бала ғына көйө шул йылдарҙың бар ауырлыҡтарын, аслыҡ-яланғаслыҡты кисерергә тура килә.
Һуғыштан һуң 1950 йылда уларҙың ғаиләһе Ҡашҡар ауылына күсенә. Юлдыбай урта мәктәбендә 9-сы класты тамамлағас, хеҙмәт юлын «Ҡыҙыл Йылайыр» колхозында башлай. Башта төрлө эштәрҙә, аҙаҡ сепараторсы, һауынсы булып эшләй. Һуңынан Юлдыбай һөнәрселек училищеһында тракторсылар курсын тамамлай. Яңы ҡулына танытма алған йәш белгескә колхозға алып ҡайтҡан өр яңы «МТЗ-50» тракторын ышанып тапшыралар. Һынатмай Флүрә Тажетдин ҡыҙы, тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында ла эшкә әҙер була, ҡушылған йөкләмәләрҙе ваҡытында, теүәл үтәй. Яҙ, көҙ айҙарында иртә таңдан ҡара төнгә тиклем баҫыуҙа тырмала, культивацияла йөрөһә, ҡышын фермала фуражер булып эшләй. Бер аҙҙан, билдәле сәбәптәр арҡаһында, «ҡорос ат»ын киноаппаратҡа алыштыра. Өфө ҡалаһында өс айлыҡ курс үтеп ҡайтып, ауылдаштарына кинофильмдар күрһәтә. Ул заманда кино сәнғәтенең саҡ-саҡ үҫешә башлаған мәле. Тәүге мәлдәрҙә ауырға тура килә Флүрә Тажетдин ҡыҙына. Проекцион техника менән эш итә белмәүе күп ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Эшләй торғас тәжрибә лә туплана, эштәр көйләнә. Утыҙ йылдан ашыу ғүмерен киномеханик булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Флүрә Тажетдин ҡыҙы районда алдынғыларҙан һанала. Етәкселектең һәм ауылдаштарының ихтирамын яулай. Кино яңылыҡтарын оҫта пропагандалау, уны һәр кемдең зауығына ҡарап һайлап алыу, көн һайын төрлөләндереп тороу, афишаларҙы һәр кешенең иғтибарын йәлеп итерлек итеп эшләү, иң мөһиме – үҙ эшен яратып башҡарыуы арҡаһында өлгәшә ул быға.
– Ауылдаштарым өсөн беренсе ҡуйған кинотаҫмам «Пришел солдат с фронта» тип аталды. Халыҡ киноға теләп йөрөнө, бигерәк тә һинд киноларын яратты. Залда алма төшөрлөк тә урын булмай торғайны, – тип иҫләй ул ваҡыттарҙы әңгәмәсем.
Заманында «ҡорос ат»ын теҙгенләп баҫыу иңләгән, аҙаҡ 35 йыл дауамында киномеханик булып эшләгән Флүрә инәй бер нисә тапҡыр район һәм ауыл советтары депутаты итеп һайлана. Фиҙаҡәр хеҙмәте, тырышлығы өсөн күп наградалар менән баһалана, «Ун беренсе биш йыллыҡ» ударнигы исеменә лайыҡ була. Бөгөн уның күкрәген «Рәсәйҙең кинематография отличнигы», «Социалистик ярыш еңеүсеһе» билдәләре биҙәй.
Флүрә Тажетдин ҡыҙы – дүрт балаға әсәй, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләсәрҙәренә бәхетле өләсәй. Тормош иптәше Ғәҙелша Дәүләтғәле улы менән 50 йылға яҡын бергә бәхетле ғүмер юлы үткәндәр. Иптәше ауыл мәктәбендә балаларҙы математика һәм физика фәндәренән уҡытҡан, балалар баҡсаһында ҡарауылсы ла булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, инәйҙең хәләле менән бер улы күптән инде гүр эйәләре.
Йор һүҙле, тормош һөйөүсән хеҙмәт ветераны һәр атҡан таңды һөйөнөп ҡаршылай. Ҡыҙы Әлиә тәрбиәһендә ейәндәре менән бергә матур, татыу донъя көтә. Туғыҙынсы тиҫтәне тултырыуға ҡарамаҫтан хәтере яҡшы булыуы, белгәнен матур итеп һөйләп биреүе менән дә һоҡландыра. Ағинәй әле лә йорт мәшәҡәттәрендә ҡулынан килгәнсә булыша, ишек алдында тотоп эшләргә эш булыуына һөйөнә. Эшһеҙлеккә һылтанып, бушты-бушҡа ауҙарған йәштәрҙе йүнсел, тырыш булырға саҡыра. Матбуғатҡа яҙыла, түрбашта эленеп торған радиоалғысынан «Юлдаш» тапшырған яңылыҡтарҙы тыңлай, илдә барған хәл-ваҡиғалар менән һәр саҡ хәбарҙәр. Кешеләрҙе, тормошто яратҡан илгәҙәк инәй һәр минуттың ҡәҙерен белергә, сабырлыҡта, матур уй-ниәттәрҙә йәшәргә өндәй.
Туҡһанынсы яҙын именлектә-һаулыҡта ҡаршылаған, һаман да рух ныҡлығын юғалтмаған Флүрә Тажетдин ҡыҙының тормош юлы бары тик маҡтауға лайыҡ. Үҙ булмышы менән һоҡландырған, күптәргә өлгө булып йәшәгән ағинәйгә артабан да ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ!