Ауыл уттары
+17 °С
Облачно

Бергә төҙөлгән уртаҡ яҙмыш

55 йыл яҙмыш елдәренә бирешмәй, ҡулға-ҡул тотоношоп, оло тормош юлын үтеү-үҙе бер бәхет түгелме... Ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, шул уҡ ваҡытта намыҫлы хеҙмәт итеп, ошондай оло юбилейҙарға етеү өсөн күпме түҙемлек, мөхәббәт һәм йылылыҡ кәрәк. Байғужа ауылында ғүмер итеүсе дан ғаиләләрҙең береһе – Роза Шәрифйән ҡыҙы менән Вәлиулла Ғәлиулла улы Теүәлбаевтар тураһында әйткәндә инде, улар бөгөн тап ошо мәлдәрҙе үтеп, әле балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары һәм ауылдаштары өсөн өлгө булып йәшәйҙәр. 

Бергә төҙөлгән уртаҡ яҙмышБергә төҙөлгән уртаҡ яҙмыш
Бергә төҙөлгән уртаҡ яҙмыш

«Мөхәббәт пар ҡанатлы булһа ғына бәхет килтерә», – тигән бер аҡыл эйәһе. Шөкөр, районыбыҙҙа оҙаҡ йылдар парлап ҡанат ҡағып йәшәүселәр бихисап. 55 йыл яҙмыш елдәренә бирешмәй, ҡулға-ҡул тотоношоп, оло тормош юлын үтеү-үҙе бер бәхет түгелме... Ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, шул уҡ ваҡытта намыҫлы хеҙмәт итеп, ошондай оло юбилейҙарға етеү өсөн күпме түҙемлек, мөхәббәт һәм йылылыҡ кәрәк. Байғужа ауылында ғүмер итеүсе дан ғаиләләрҙең береһе – Роза Шәрифйән ҡыҙы менән Вәлиулла Ғәлиулла улы Теүәлбаевтар тураһында әйткәндә инде, улар бөгөн тап ошо мәлдәрҙе үтеп, әле балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары һәм ауылдаштары өсөн өлгө булып йәшәйҙәр.

Роза Шәрифулла ҡыҙы менән Вәлиулла Ғәлиулла улы ошо көндәрҙә матур ғаилә байрамын билдәләп үтте. Июнь айында уларҙың бергә йәшәүҙәренә 55 йыл тулды.

Һабыр ауылында тыуып үҫкән Вәлиулла Ғәлиулла улы ғаиләлә беренсе бала булып үҫә. Өс ҡустыһы, ике һеңлеһенә терәк таяныс, һәр ваҡыт ярҙамсыл һәм кәңәшсе ағай була. Һабыр ауылы мәктәбенең һигеҙ класын тамамлағас Юлдыбайҙа шоферға уҡып сыға. Ҡулына диплом алғандан һуң Һабыр менән Байғужа ауылдарының элемтәһендә элемтәсе булып эш башлай. Һуңынан инде «Башҡорт» совхозында тракторсы булып хеҙмәт итә. Әллә күпме йылдар дауамында үҫемлекселек һәм малсылыҡ бригадиры булып та эшләп алырға тура килә уға. Һулынан килмәгән эш юҡ, тиҙәр бындай уңған ағайҙар тураһында. Техника ене ҡағылған Вәлиулла Ғәлиулла улының оҫта ҡулдары бар техниканың да торошон яҡшы белә. Әле лә үҙенең тимер атында елдереп йөрөй ул.

Йорт хужабикәһе Роза Шәрифулла ҡыҙы Байғужа ауылында тыуып үҫкән. Тыуған ауылы мәктәбендә башланғыс белемде алғас Үрге Ғәле ауылында белем ала, һуңынан Матрай урта мәктәбендә унынсыны тамамлай. Яратҡан ҡартатаһы, ҡәҙерле ҡартәсәһе тәрбиәһендә үҫкән Роза Шәрифулла ҡыҙы әүҙемлеге, тырышлығы менән бар яҡтан да алдыра. Бик иртә әсәйһеҙ ҡалған Роза инәй тормош ауырлыҡтарын күреп, етемлектең дә нимә икәнен белеп, күреп үҫә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан тырышлығы, үткен булыуы уның яҙмышында тик яҡшы кешеләрҙе генә осратырға насип итә. Үҫә төшкәс Райком йүнәлеше буйынса киномеханикка уҡып сыға, хеҙмәт юлын һауынсы булып башлап ебәрә. Уҡып йөрөгәндә таныша йәштәр. Ситтә булыуҙарына ҡарамаҫтан хатлашып, хәбәрләшеп торалар, у инде 18 июндә өйләнешеп тә ҡуялар.

Татыу, тигеҙ ғаиләлә барыһы ла матур ғына гөрләп бара. Роза Шәрифулла ҡыҙы менән Вәлиулла Ғәлиулла улы үҙ көстәре, тырышлыҡтары менән йорт төҙөп сығалар, хужалыҡта мал-тыуарын, ҡош-ҡортон да ишле итеп көтәләр. Өс ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, уларҙы тормошто яратырға, туғандарҙы ҡәҙерләргә, тыуған яҡтарының ысын патриоттары булырға өйрәтәләр. Тағы ла шуны әйтергә кәрәк, балаларын хеҙмәт менән сыныҡтырып үҫтерәләр, бөгөнгө көндә улар төрлө һөнәрҙәр үҙләштереп, һәр кеме үҙаллы тормош көтә. Оло ҡыҙҙары Гөлнара менән иң кеселәре Райхан Өфө ҡалаһында йәшәйҙәр. Уртансылары Эльвира ла ҙур һәм татыу ғаиләһе менән Баймаҡ ҡалаһында төпләнгән. Вәлиулла Ғәлиулла улы менән Роза Шәрифулла ҡыҙы иң бәхетле ҡартатай менән өләсәй, уларҙың 7 ейән-ейәнсәре, бер бүләһе һәм өс бүләсәре лә бар.

Теүәлбаевтар хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрен кейәүгә биреп, килендәр алып ҡыуанып йәшәй. Үҙҙәренең аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итеп, оло терәк һәм таяныс булып торалар. Инәй менән олатай балаларын көслө рухлы, яҡты күңелле итеп тәрбиәләүгә өлгәшкән, тип әйтһәк бер ҙә генә хата булмаҫ. Ҡыҙҙары шул тиклем патриотик рухлы, туған йәнле булыуҙары менән айырылып тора. Тыуған ауылым, туғандарым тип өҙгөләнгән балалары һәр туғанын яҡын күреп, берләшеп, татыулыҡта, осрашып, аралашып, шәжәрә байрамдары ойоштороп, тормош ҡәҙерен белеп йәшәйҙәр.

Байғужаның матур парҙарының береһе Роза һәм Вәлиулла Теүәлбаевтар бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, пар ҡанатлы булып, һикәлтәле генә ғүмер юлдарынан матур итеп бергә атлаған, киң күңелле, асыҡ йөҙлө, тормошҡа өмөт менән ҡараған, бер-береһен хөрмәт итеп, яратып, күгәрсендәр кеүек гөрләшеп йәшәй. Бөгөнгө көндә уларҙың таяныстары булып ҡыҙҙары һәм кейәүҙәре тора. Йәй айҙары етеү менән ата-әсә йортона килеп сыр-сыу булып баласаҡ хәтирәләренә бирелеп, ейән-ейәнсәрҙәре менән ял итеп ҡайта улар.

Халыҡ әйтмешләй, ғаилә ҡороуы ауыр түгел, уны һаҡлауы ауыр. Теүәлбаевтар кеүек бер-береһен ишеткән, ихтирам иткән, береһенең кәңәшенә икенсеһе ҡолаҡ һалған, сабыр булғандар ғына ғаилә бәхете кисерә.  «Ғаилә тормошо – хеҙмәт», тиҙәр, шуның өсөн... Теүәлбаевтарҙың был тәңгәлдәге хеҙмәтенә бөгөн ике «бишле» ҡуйылды ла инде..

55 йыл татыу ғүмер кисереүҙе зөбәржәт туй тип атайҙар. Юҡҡа түгел, сөнки зөбәржәт – тоғролоҡ һәм намыҫ ташы. Юбилярҙар бер-береһенә, балаларына оло терәк һәм ярҙамсы, аҡыллы кәңәшсе булып донъя көтәләр. Ауылдаштары араһында ла хөрмәткә лайыҡ улар. Ярҙамсыллыҡтары, олоға ла, кесегә лә берҙәй хәстәрлекле булыуҙары менән айырылып торалар. Был матур пар татыу ғүмер итеп, киләһе көндәргә яҡты өмөттәр бағлап, һәр тыуған көнгә шөкөр итеп йәшәй.

Киләсәктә лә тиҫтәләгән яҙҙар, йәйҙәр, көҙҙәр һәм ҡыштарҙы парлашып ҡаршы алырға эргә-тирәләгенләргә үрнәк булып, тиң-тигеҙ, матур йәшәргә яҙһын уларға. Хоҙай һеҙҙе сәләмәтлектән, Хоҙай биргән оло бүләктән – мөхәббәтегеҙҙән айырмаһын!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас