Ауыл уттары
+17 °С
Облачно

Һөйөү булған ерҙә бәхет бар йәки үҙенә тартып торған мөхәббәтле йорт...

Усаҡты йылы тотоу ҡатын-ҡыҙҙан булһа, утынлы тотоу – ир-аттан. Шулай ҙа, күпме кеше – шул тиклем яҙмыш, тигәндәй, һәр ғаилә үҙенсә бәхетле. Бөгөнгө мәҡәләмдә һеҙҙе матур һәм бәхетле ғаилә, Байғужа ауылында йәшәүсе Игебаевтар менән таныштырып үткем килә. Өлгөлө, тормошта үҙ урынын тапҡан, балаларын лайыҡлы итеп тәрбиәләгән, бер-береһенә тоғро булған һоҡланғыс пар улар. 

Һөйөү булған ерҙә бәхет бар йәки үҙенә тартып торған мөхәббәтле йорт...Һөйөү булған ерҙә бәхет бар йәки үҙенә тартып торған мөхәббәтле йорт...
Һөйөү булған ерҙә бәхет бар йәки үҙенә тартып торған мөхәббәтле йорт...

Бәхетле парҙарҙың татыулыҡ сере нимәлә икәнен асыҡларға тотонһаҡ барыһы ла: бер-береңде аңлау, хөрмәт итеү, беребеҙ ут булғанда, икенсебеҙ һыу булыу кеүегерәк төшөнсәләрҙе теҙеп әйтә. Ысынлап та шулай, донъялағы иң йылы, яҡты, танһыҡ урын – ғаиләне тап ошондай булғанда ғына һаҡлап ҡалып булалыр...

Усаҡты йылы тотоу ҡатын-ҡыҙҙан булһа, утынлы тотоу – ир-аттан. Шулай ҙа, күпме кеше – шул тиклем яҙмыш, тигәндәй, һәр ғаилә үҙенсә бәхетле.

Бөгөнгө мәҡәләмдә һеҙҙе матур һәм бәхетле ғаилә, Байғужа ауылында йәшәүсе Игебаевтар менән таныштырып үткем килә. Өлгөлө, тормошта үҙ урынын тапҡан, балаларын лайыҡлы итеп тәрбиәләгән, бер-береһенә тоғро булған һоҡланғыс пар улар.

Ғаилә башлығы Факил Йәүҙәт улы Игебаев 1982 йылда Байғужа ауылында тыуып үҫә. Мәктәпте тамамлағандан һуң Юлдыбай һөнәрселек училищеһында уҡый, 2000 йылда Новосибирск ҡалаһында хәрби хеҙмәтен үтәй, һуңынан инде ҡыҙыу нөктәләрҙең береһендә лә булырға тура килә уға. Үҙ һөнәренә тоғро ҡалып 2003 йылда ул водитель булып эш башлай.

Хеҙмәткә һөйөү кешегә бала саҡтан һалына тиҙәр. Факил Йәүҙәт улы ла бала саҡтан эшһөйәр булып үҫә. Кес кенә сағынан атайһыҙ ҡалыуы ла быға сәбәпсе булғандыр инде. Бер туған апаһы һәм ағаһы менән әсәләр Флүрә Әмирхан ҡыҙына ҙур ярҙамсы, оло терәк була улар.

Факил бөгөнгө көндә «Башмедь» ойошмаһында водитель булып эшләп йөрөй. Һәр эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙе коллегалары ла бик ҙурлап хөрмәт итә. Донъяһын да бынамын тигән итеп көтә ғаилә башлығы. Кәрәк булһа техникаһына ла ултыра, барлыҡ ауыл эшен белеп башҡара. Балаларына ла хеҙмәт һөйөп, эштән ҡурҡмай, тырышып йәшәргә өйрәтә.

22 йыл дауамында Байғужа ауылы килене статусын алып гөрләтеп йәшәгән Рима Зөфәр ҡыҙы Һабыр ауылында тыуып үҫкән. Тыуған ауылы мәктәбендә белем алғандан һуң ул Стәрлетамаҡ мәҙәни ағартыу техникумына уҡырға инә. Һәм һабыр ауылы клубында эш башлай. Әүҙемлеге, йыр-моңға, бейеүгә, нәфис һүҙ оҫталығына бай булған Рима Зөфәр ҡыҙы ауылдаштары менән мәҙәни өлкәлә 20 йыл рәхәтләнеп эшләй. Һәр сараның уртаһында ҡайнап йәшәгән йәш белгес күп төрлө саралар, концерттар үткәреп яҡташтарының хөрмәтен яулай. Әлеге мәлдә «Башмедь» ойошмаһында уңышлы эшләп йөрөй Рима. Унда ул продукт һәм байытыу сифаты буйынса котролер булып хеҙмәт итә.

Вахта ысулы менән эшләүҙең ыңғай яғы менән бергә кире яғы ла барҙыр инде, шулай ҙа хәҙерге замандың шундай ҡытыршылыҡтарына бирешеп тормай, донъя көтәм тип тырышып-тырмашып йәшәгән ошондай ғаиләләргә һоҡланырға ғына ҡала. Ситтә эшләһәләр ҙә мал тыуарын да, ҡош-ҡортон да көтәләр, араһында баҡсаларынан да әллә күпме төрлө йәшелсә емеш өҙөлмәй... Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап торған был матур пар теүәл егерме ике йыл элек 8 июль көнө сәстәрен-сәскә бәйләй.

Бөгөн улар ике ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Береһенән-береһе һылыу ҙа, аҡыллы ла балалар бөгөн ҙур үҫкәндәр, ата-әсә йортона ҡыуанып ҡайтып торалар. Ҡыҙҙары Гөлйемеш Өфө ҡалаһында белем ала, быйыл ул Башҡорт дәүләт аграр университетының беренсе курсын тамамлаған. Оло улдары Вилдан әле Рязань ҡалаһында һауа десанты ғәскәрҙәрендә хәрби бурысын үтәп йөрөй. Кинйәтәүҙәре Фәрүәз Йылайырҙағы Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының туғыҙынсы класын тамамлаған. Ата-әсәләре кеүек үк Игебаевтарҙың балалары ла бик әүҙем булыуҙары менән һоҡландыра. Егеттәр ҙә, Гөлйемеш тә мәктәптә тик яҡшы билдәләргә уҡыған, барыһы ла сәләмәт тормош яҡлы, спорт менән бик дуҫтар. Төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып еңеүҙәр яулағандар. Ҡыҙҙары Гөлйемеш университеттың йөҙөк ҡашы. Саф, таҙа башҡорт телле ҡыҙ уҡыу йортонда һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә булып тырышып уҡып йөрөй.

Ғөмүмән әйткәндә, һөйөү булған ерҙә бәхет бар... Йәғни тырыш та, булдыҡлы ла ғаилә ауылдың матур биҙәге, киләсәк быуын өсөн өлгө. Игебаевтарҙың нәҫелен дауам итеп, ата йортон бар итеп ҡорған матур донъяларына хайран ҡалырлыҡ. Был йорт янына килгәндән үк үҙенә тартып торған мөхәббәтле йорт тип әйтке килә... Сөнки һәр мөйөшө уйланылған, төҙөк, таҙа һәм гөл-сәскәгә күмелем ултырған бындай ихата тик эшһөйәрҙәрҙә генә булалыр. Йорт эштәренән тыш Игебаевтар төрлө йәмәғәт эштәрендә, субботниктарҙа, өмәләрҙә, ауыл йәшәйешенә ҡағылған изге ниәтле сараларҙа бик теләп ҡатнаша.

Килен – ҡәйнә тупрағынан ярала, тиҙәр... Был һүҙҙәрҙә мин, ҡәйнәһенә оҡшап, килене лә шәп тигән мәғәнәне аңлайым. Рима Зөфәр ҡыҙы ла үҙенең бейеме кеүек булдыҡлы, эш һөйөүсән, уңған килен. Кейәүгә сыҡҡан көнөнән алып бейеме менән бергә донъя көтә улар. Бер-береһенә серҙәш, кәңәшсе һәм дуҫ булған Флүрә Әмирхан ҡыҙы менән Риманың татыулығын күргән сит-ят кешеләр әсәле-ҡыҙлы тип тә уйлайҙарҙыр әле, минеңсә. Сөнки уларҙың берҙәмлеге күптәргә өлгө... Килен ҡәйнәне, ҡәйнә киленде хөрмәтләүҙәре уларҙың бер-береһенә булған йылы мөнәсәбәттәренән, яғымлы күҙ ҡараштарынан һиҙелеп тора.

Бына шундай бар яҡтан да уңған, тырыш, шәп ғаиләләр бар беҙҙең арала. Игебаевтарҙың ғаиләһенә киләсәктә лә шундай әүҙем булып ҡалыуҙарын, иҫәнлектә, именлектә бергә ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ!

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас