

Ә бит был гаджеттарға бәйлелек ата-әсәне генә түгел, уҡытыусыларҙы, медицина хеҙмәткәрҙәрен, психолог һәм башҡа белгестәрҙе генә түгел, оло быуын вәкилдәрен дә хафаға һала. Шулай ҙа билдәле сикте үтмәҫ өсөн төрлө сараларҙы ла ҡулланып ҡарау мотлаҡ. Әлбиттә, теләйбеҙме-юҡмы, гаджеттарҙы тулыһынса инҡар итә алмайбыҙ, улар беҙҙең тормошҡа тулыһынса үтеп инде. Шуға күрә телефонына самаһыҙ текләп ултырған баланы был ғәҙәтенән арындырыу өсөн мобиль ҡорамалды тартып алыу ғына һөҙөмтә лә, файҙа ла бирмәйәсәк. Шулай булыуға ҡарамаҫтан Юлдыбай ауылында йәшәүсе ағинәйҙәр бының өсөн бар көстәрен һала, һәм йәйге каникулда булған бер төркөм балаларҙы йыйып, улар ошо көндәрҙә бик фәһемле сара үткәрҙе.
«Өләсәйҙәр мәктәбе» ағзалары булып торған ағинәйҙәр был байрамдың маҡсаты – ейән-ейәнсәрҙәрҙең ялын файҙалы үткәреү тип билдәләгән. Осрашыу башында Тыуған илгә тыныслыҡ, балаларға тәүфиҡ, иман һорап, Хәфизә Амантаеваның уҡыған аяттарын тыңлау бик дөрөҫ йүнәлеш булғандыр.
«Өләсәйле йорт – нурлы йорт» тип исемләнгән был байрам йәмле Һаҡмар буйында үтте. «Балаларға телефонһыҙ бер көн» тигән девиз аҫтында ойошторолған матур сара һәр кемгә оҡшаны. Ағинәйҙәрҙең тырышлығы менән алдан уҡ әҙерләнгән байрам сценарийы буйынса төрлө-төрлө уйындар үтте, балалар инәйҙәр әҙерләгән тәмлекәстәр менән һыйланды.
Телефонһыҙ үткән был көндә һыу буйы шат тауыштарға күмелде. Сара барышында өләсәйҙәр һәм балалар командалары араһында Миләүшә Моратова әҙерләгән ҡыҙыҡлы уйындар үтте, һорауҙар һәм йомаҡтарға яуаптар табылды. Унда ҡатнашып әүҙемлек күрһәткән һәр кемгә өләсәйҙәр исеменән махсус бүләктәр тапшырылды. Йомғаҡлау һөҙөмтәләре буйынса балалар командаһы еңеүсе тип табылды. Киләһе өлөштә ойоштороусыларҙың береһе – Тәнзилә Абдуллина мөнәжәт әйтте. Былар барыһы ла ейән-ейәнсәрҙәргә халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын, традицияларын һаҡлап ҡалыу һәм киләсәк быуынды уның менән таныштырыу маҡсатында булды. Шулай уҡ, өләсәйҙәрҙең береһе Әнисә Алсынова үҙе ижад иткән әкиәтте балаларға уҡып ишеттерҙе. Үҙ телебеҙҙә яҙылған һәм нәҡ телефондарға бәйле булған был «күстәнәсте» кескәйҙәр ҙур иғтибар менән тыңланы.
Сараның тағы ла бер бик шәп өлөшө унда ҡатнашҡан ейән-ейәнсәрҙәргә ныҡ оҡшаны, ул да булһа – күмер Самауырын ҡайнатып, уның тәмле сәйенән ауыҙ итеү, ә иң мөһиме, еҙ самауырҙы ҡайнатыу буйынса үткән оҫталыҡ дәресе. Был дәрестә ҡатнашҡан һәр бала, электр утына тоташтырмайынса ҡайнап сыҡҡан был «мөғжизәгә» хайран ҡалды... Эйе, эйе, хайран ҡалды... Сөнки бөгөнгө балалар уны белмәй... Шулай итеп, Рәшиҙә Вәлиева үткәргән оҫталыҡ дәресе лә бик фәһемле булды.
Ә инде өләсәйҙәр нисек итеп самауыр ярҙамында таҫмалар, кейемдәр үтекләгәндәрен, унда йомортҡа бешереп булғанлығы тураһында һөйләне. Балаларға был онотола барған күренеш бик ҡыҙыҡлы булды.
Сара барышында уны ойоштороусылар балаларҙы яҡын тирәләге ер-һыу атамалары менән дә таныштырып үтте. Бөгөнгө бәләкәстәр күберәк рус телендә һөйләшеүен иҫәпкә алып, өләсәйҙәр, ролдәргә бүленеп телебеҙгә ҡарата булған бәләкәс кенә күренеш тә күрһәтте. Был күренеш менән ололар балаларға башҡорт телендә һөйләшеүҙең ни тиклем мөһим булыуын һәм ейән-ейәнсәрҙәренә үҙҙәре үк өлгө булып тороуын күрһәтте.
Бына шулай, ауылдарыбыҙҙа быуындар бәйләнешен һаҡлап, уны нығытып килеүсе ағинәйҙәребеҙ булыуы менән беҙ һоҡланабыҙ ҙа, ғорурланабыҙ ҙа. Сөнки киләсәгебеҙгә дөрөҫ тәрбиә биреү бик кәрәк. Ә инде тарихта ҡалған халҡыбыҙ традицияларын оло быуын кешеләре генә тапшыра ала бит.
Афарин, юлдыбайҙар!