

Фәриғә инәй ауылдың иң оло кешеһе. 90 йәшен билдәләүенә ҡарамаҫтан, инәй әле лә балаларса ихлас, теремек. Берәүгә лә мәшәҡәтен һалмай, бар уңайлыҡтары булған иркен йортонда бер үҙе донъя көтә. Һәүетемсә генә йорт, ихата эштәрен үҙе башҡарып, яҡындары менән аралашып йәшәй. Күршеһендә генә йәшәгән Рәшиҙә ҡыҙы менән Зөфәр кейәүе ярҙамынан ташламай инәйҙе, хужалыҡта булышып тора. Булғанына шөкөр итеп, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә бәхетле ғүмер, илебеҙгә тыныслыҡ килеүен теләй ветеран инәй.
Фәриғә Латиф ҡыҙы Аҡҡужина 1936 йылда Яңы Яҡуп ауылында Ҡарлуғас һәм Латиф Исламғоловтарҙың күп балалы ғаиләһендә донъяға килгән. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Бөтә ил күргән михнәттәрҙе кисереп, сыҙамлы, түҙемле, тырыш булып үҫә ул. Башланғыс класты тыуған ауылында уҡый, һуңынан уҡыуын Йомағужа ауылында дауам итә.
1956 йылдың йәмле яҙ айында Йомағужа ауылы егете Дәүләтша Аҡҡужинға кейәүгә сыға. Фәриғә инәй ауылдың иң шәп, уңған, тырыш килендәренең береһе була. Хәләле менән тырышып донъя көтәләр, күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Икеһе лә Йомағужа ауылы мәктәбендә хеҙмәт итәләр. Тормош иптәше Дәүләтша Зәйнулла улы балаларға математика һәм физиканан белем бирһә, Фәриғә инәй китапханала уҡыусыларға нәфис әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләй. 1989 йылда ғаилә башлығын Сидоровка туғыҙ йыллыҡ мәктәбенә директор итеп тәғәйенләү сәбәпле, шунда күсәләр. Тырыш ғаилә бында ла матур итеп донъя ҡора, ҙур итеп өй һалып сығалар. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ваҡытын бушҡа үткәрмәй Аҡҡужиндар. Туҡһанынсы йылдар башында дин тоторға рөхсәт сыҡҡас, Ҡөрьән уҡырға өйрәнеп, икеһе лә намаҙға баҫалар, балаларына ла дин тәғлимәттәрен өйрәтәләр. Дәүләтша Зәйнулла улы оҙаҡ йылдар Сидоровка ауылының имам-хатибы вазифаһын башҡара, ике тапҡыр хажға барып ҡайта.
Бер-береһен аңлап, алтмыш йылдан ашыу татыу ғүмер итә улар. Ике ул һәм өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Иртә әсәйһеҙ ҡалған ике ейәнсәрен дә үҙ ҡанаты аҫтына алып, уҡытып, оло тормош юлына сығаралар. Балалары тормош көтөүгә тырыш, һөнәрле булып үҫә. Һәр береһе үҙ ғаиләһе менән ата-әсә йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, донъя көтә. Өлкән улдары Рәсүл механизатор һөнәрен үҙләштерһә, икенсе улдары Факил һәм ҡыҙҙары Рәшиҙә, Әлфиә, Флүрә - педагогтар.
Фәриғә инәйҙең балалары атай йортон бер ҙә онотмайҙар, йыш ҡына йыйылышып, әсәләренә ярҙам итеп торалар, байрам һайын ҡотламай ҡалмайҙар. Күп һанлы ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә бүләсәрҙәре лә йыш ҡунаҡ инәй янында. Тик шуныһы үкенесле, Фәриғә инәйҙең хәләл ефете бер нисә йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән.
Бөгөн бар нәмәнән ҡәнәғәт булып, булғанына шөкөр итеп донъя көтә мәҡәләм геройы. Район, республика баҫмаларына яҙыла, бер һанын да ҡалдырмай уҡып бара. 90 йәшен билдәләгән тыл ветераны Фәриғә Латиф ҡыҙының йәштәргә әйтер һүҙе, бирер кәңәштәре лә юҡ түгел. «Аллаһы тәғәлә биргән һәр көнгә ҡыуанып, матур йәшәһендәр. Сыҙамлы, эшһөйәр булһындар», – ти ул.
Матур тормош юлы үткән ветерандың балалары бөгөн дә «әсәй» тип ҡайтыр яҡын кешеһе булыуы менән бәхетле. Юбилярға ла, балаларына ла иҫәнлек-һаулыҡ, имен тормош теләйбеҙ.