Ауыл уттары
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
3 Апрель 2022, 19:04

ЗАМАНСА: НИНДӘЙ ӨЙҘӘ ҒӘЙБӘТ БУЛМАЙ?

Юҡ, һеҙ әле генә уйлағанса түгел. Ысынын белгегеҙ килһә, ошо һылтанмаға баҫығыҙ:

ЗАМАНСА: НИНДӘЙ ӨЙҘӘ ҒӘЙБӘТ БУЛМАЙ?
ЗАМАНСА: НИНДӘЙ ӨЙҘӘ ҒӘЙБӘТ БУЛМАЙ?

Бөгөн шундай хәтәр, шундай кәрәкле нәмәнең тыуған көнө булған да баһа! Исмаһам, берегеҙ бер өндәшһәсе!

Эйе, бөгөн тормошобоҙҙо был нәмәһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Яңы арттан шыуған сабыйҙан алып, күҙе күрмәгән, ҡолағы ишетмәгән ҡарттарға тиклем – һәр кемдең ҡулында ул. Дөп-дөрөҫ, кеҫә телефоны ул, йәғни мобильник.

Бөгөн уның тыуыуына 49 йыл, имеш. Нәҡ 1973 йылдың 3 апрелендә Motorola  компанияһының инженеры Мартин Купер тәүге тапҡыр мобиль телефондан шылтырата.  Шул көн мобиль телефондың тыуған көнө итеп иғлан ителә лә! Инде аҙыҡ. Әлбиттә, ул ҡулланған аппаратты кеҫә телефоны тип атарға бер кемдең дә теле әйләнмәҫ ине, сөнки ауырлығы ғына кило ярым тирәһе тартҡан ул аппарат бер кеҫәгә лә һыймаҫ ине.

Ә бөгөнгө кеҫә телефоны – ғәмәлдә мини-компьютер ул.

Ниндәй генә функциялары юҡ уның: бер-береңә шылтыратып һөйләшеүҙән тыш, интернетҡа инеү, социаль селтәрҙәрҙә аралашыу, фото, видео төшөрөү, уларҙы бер-береңә ебәреү, электрон почта аша хәбәрләшеү, спутник карталарынан, навигациянан файҙаланыу, уйындар уйнау, калькулятор, фонарик, сәғәт, будильник, календарь, секундомер, телевизор, радио, видео, диктофон... Тағы нимәләрҙе әйтмәнем? Ә, онота яҙғанмын: сабый бала илай башлаһа, уға имеҙгес урынына бирә торған әүрәткес))))

Сабый, тигәндәй, хәҙер мин “Балалы өйҙә ғәйбәт булмай” тигәнде “Һәр кемендә кеҫә телефоны булған өйҙә ғәйбәт булмай” тип заманаға ярашлы үҙгәртергә тәҡдим итәм.

Ҡыҫҡаһы, Кеҫә телефонының тыуған көнө менән һеҙҙе!

 

Фото автора.

Автор:Фарит Муртаев
Читайте нас: