Ашҡаҙар ауылында тыуып үҫкән ханым тәүҙә Хәйбулла районында йәшәй. Хеҙмәт юлын совхоз өлкәһендә башлап ебәрә, ә һуңынан инде Йылайыр ауылына күсергә тура килә уға. Тормош елдәре үҙенең тыуған районына алып килгәс, оҙаҡ уйлап тормай Фәниә Ғилман ҡыҙы, 2011 йылда «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһына ашнаҡсы булып эшкә урынлаша. Эшһөйәр булыуы менән алдырған апай бар тырышлығын һалып эшкә тотона һәм яңы коллективҡа бик тиҙ өйрәнеп китә.
Уның хеҙмәтендәге тырышлыҡты күреп, балаларҙы яратыуын тойған етәкселек ике йылдан һуң уны тәрбиәсе ярҙамсыһы итеп тәғәйенләй. Бында алты йыл эшләгәндән һуң «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһына күсә, бына инде ете йылға яҡын хеҙмәте ошо ойошмала дауам итә.
Фәниә Ғилман ҡыҙы балалар өсөн дә, ата-әсәләр һәм коллегалары өсөн дә хөрмәтле, намыҫлы хеҙмәткәр. Ысынлап та, уның яғымлы ҡарашы, йылы мөнәсәбәте һәм кешегә ҡарата алсаҡ йөҙлө булыуы һоҡландыра ғына. Ул балалар, тәрбиәселәр менән бер рәттән барлыҡ сараларҙа ҡатнаша. Төрлө конкурстарға ла бергәләп әҙерләнәләр.
Тырыш та, итәғәтле лә, киң күңелле булған Фәниә Иҙрисова бөгөнгө көндә Йылайыр ауылында гөрләтеп донъя көтә. Тормош иптәше менән яңы йорт төҙөп сыҡҡандар, ҡура тултырып ҡош-ҡорт көтәләр, баҡсалары йәшелсә-емештәргә тулған. Фәниә апай бер ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Гөлнара ла әсәһенең юлын һайлап, тәрбиәсе һөнәрен үҙләштереп тәрбиәсе булып эшләп йөрөй.
– Балалар менән эшләүе еңел түгел әлбиттә, шулай ҙа уртаҡ тел табып, уларҙы аңлай белеү беҙҙең эшебеҙҙе еңеләйтә генә. Тәрбиәселәр менән килешеп эшләһәк, балалар ҙа дуҫ, татыу булып үҫәләр. Әле генә балалар баҡсаһына өйрәнеп киткән балалар, күҙ алдыбыҙҙа ҙураялар, үҙгәрәләр һәм күҙ асып йомған арала сығып та осалар, – ти Фәниә Ғилман ҡыҙы.
Балалар баҡсаһына йөрөгән һәр балаға унда эшләгән хеҙмәткәр ғаиләһе кеүек яҡын була. Мәктәп тупһаһына баҫҡан балалар ҙа урамда күреп ҡалған тәрбиәселәрен ҡосаҡлап алыуы, улар менән ихлас һөйләшеүе генә лә быны иҫбатлай. Ә ошондай атмосфераны булдырыусы һәр хеҙмәткәр балаларҙы яратып ҡына түгел, ә күңеле менән сабый булып ҡалыусы тип әйтер инем. Шулай булмай ни, улар кескәйҙәргә үрнәк булып, олоно-оло, кесене-кесе итеп күрергә өйрәтә. Фәниә Ғилман ҡыҙын да балалар бик ярата. Үҙенең хеҙмәтенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәр, ысын тәрбиәсе тип әйтһәк бер ҙә хата булмаҫ.
Бөгөн балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренең матур байрамы. Кешенең иң йылы хәтирәләре баласаҡ менән ныҡлы бәйләнгән. Тормоштоң ошо биттәренә яҡтылыҡ, кешелек сифаттары өләшкән, ошо өлкәлә эшләгән Фәниә Ғилман ҡыҙына һәм уның коллегаларына һаулыҡ, уңыштар теләп ҡалабыҙ!