Ауыл уттары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
23 Ноябрь 2023, 09:05

Бәхетле ҡатын һәм әсәй

Гүзәл затты көсһөҙ, тиҙәр. Әммә нәҡ ана шул көсһөҙ затта бар донъяның нуры, ғәме. Изгелекле бөйөк әсә лә, намыҫлы хеҙмәткәр ҙә, ғаилә күгендәге яҡты ҡояш булып йән-йәрен йылытыусы, ҡурсалаусы тоғро ҡатын да ул. Кем тиһегеҙме? Нәҡ ошо һүрәтләүгә Йылайыр ауылында йәшәүсе Гөлнара Салауат ҡыҙы Искәндәрова үҙенең булмышы, йәшәйеше менән тап килә.

Бәхетле ҡатын һәм әсәй
Бәхетле ҡатын һәм әсәй

Байғужа ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ мәктәптә уҡығанында уҡ үҙен киләсәктә педагог итеп күрә. Ошо хыялын тормошҡа ашырыу маҡсаты менән 1990 йылда Сибай педагогия училищеһын уңышлы тамамлай. Ул йылдарҙа уҡыу йортон тамамлаған студенттарҙы йүнәлтмә буйынса эшкә ебәргәндәр, бына Гөлнара Салауат ҡыҙына ла тәүге хеҙмәт юлын башлап ебәреү өсөн Йомағужа ауылындағы балалар баҡсаһына йүнәлтмә бирәләр.

Йәш белгес бар тырышлығын һалып балалар менән эш башлай. Улар менән төрлө саралар үткәрә, конкурстарҙа ҡатнаша, ғөмүмән тиҙ арала коллективҡа өйрәнеп, үҙ кешеһе булып китә. Шулай уҡ, бәхет эҙләп әллә ҡайҙа юлланырға ла кәрәкмәй уға, ошо ауылда бәхет уны үҙе үк таба, Йомағужа ауылы егете Риф Искәндәров менән танышып матур ғаилә ҡоралар улар.

Ике ҡыҙға ғүмер бүләк иткән Искәндәровтар, бер нисә йыл ауылда йәшәгәндән һуң район үҙәгенә күсеп сыға. 13 йыл эш стажы туплаған, ярайһы ғына тәжрибә йыйған тәрбиәсене «Тополек» балалар баҡсаһына эшкә алалар, унан инде әҙерәк приютта ла эшләй. Эш араһында юғары белем алып та өлгөрә ул. Гөлнара Искәндәрова бөгөнгө көнгә тиклем Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы интернатында өлкән тәрбиәсе булып 14 йыл буйына балаларҙы яратҡан, ата-әсәләрҙе ихтирам иткән, эшһөйәр коллективта эшләгән.
Ә бына әсә булараҡ та, ҡатын-ҡыҙ булараҡ та сикһеҙ бәхетле ул, уның тураһында, ҡыҙҙарына тейешле тәрбиә, белем биреп тормош юлына әйҙәгән әсә тиһәк, бер ҙә хата булмаҫ. Әле ул бәләкәй Илинаға өлгөлө өләсәй. Шулай булмай ни, ейәнсәрен тәрбиәләүҙә лә Гөлнара Салауат ҡыҙының өлөшө бик ҙур.
Ҡатын-ҡыҙ донъяға шуның өсөн яралған бит инде, изгелек өләшеүсе әсә, өләсәй булыу уның булмышы. Көсһөҙ зат булып иркәләнге килһә лә ҡайһы саҡта, иңдәргә ҙур бурыстар ҡуйып, хеҙмәт һәм тормош тип аталған яландан сынығыу алып маҡсаттарға ирешеү үҙе бер шатлыҡ түгелме ни...
Гөлнара Салауат ҡыҙы ғаиләһе өсөн өҙөлөп торған кеше. Тормош иптәше менән бергә матур итеп донъя көтә улар. Бер-береһен аңлап, йөктө бергә тартҡан Искәндәровтар егәрле һәм татыу булыуҙары менән һоҡландыралар. Бергәләшеп йәшелсә-емеш үҫтерәләр, ҡура тултырып ҡош-ҡорт көтәләр.


Форсаттан файҙаланып бәхетле әсәне етеп килгән байрам менән ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә ғаилә усағын һүндермәй, балаларығыҙҙың изгелеген күреп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!

Бәхетле ҡатын һәм әсәй
Бәхетле ҡатын һәм әсәй
Бәхетле ҡатын һәм әсәй
Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: