10-сы класты тамамлағандан һуң әсәйем Өфө ҡалаһында урынлашҡан һөнәрселек училищеһына тегенсе һөнәренә уҡырға инә. Уҡыуын уңышлы тамамлағандан һуң, үҙ һөнәре буйынса Өфө ҡалаһында «Ағиҙел» предприятиеһында, һуңынан Сибай тегеү фабрикаһында эш башлай.
1988 йылда атайым Рит Хәкимйән улы менән ғаилә ҡороп ебәргәндәр, беҙгә, дүрт балаға ғүмер бүләк иттеләр.
Ҡәҙерле кешебеҙ беҙҙе – балаларын иркәләп, бар йөрәк йылыһын биреп үҫтерҙе, бер-беребеҙҙе ихтирам итеп йәшәргә өйрәтте.
Егерме ике йыл дауамында Йомағужа мәҙәниәт йортонда эшләп, ете йыл балалар баҡсаһында арымай-талмай хеҙмәт итте ҡәҙерле кешебеҙ, әле ул хаҡлы ялда. Бар яҡлап та уңған әсәйем тураһында яҙһам, тотош бер китап яҙырлыҡ, тиһәм бер ҙә арттырыу булмаҫ.
Әлеге көндә улар Йомағужа ауылында йәшәй, көндәлек ауыл мәшәҡәттәре менән гөрләтеп донъя көтә. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт көтөп, емеш-еләк, баҡса үҫтереү менән булышалар.
Һәр ҡатын-ҡыҙ аш-һыу әҙерләүгә үҙенсә маһир була, бына минең әсәйем дә ул яҡтан килешкән. Уның тәмле-татлы итеп бешергән бәлештәре телеңде йоторлоҡ, өймәләм итеп ҡойған ҡоймағын ашап, күңел булғансы һыйланаһың.
Минең әсәйемдең ҡулдарында гөлдәр уйнай, һәр йәй һайын уның үҫтергән сәскәләрен күреп күҙҙәр ҡамаша. Ысынлап та шулай, ҡыҙыҡ өсөн бер һанап ҡарарға булдым һәм ихаталағы гөлләмәләрҙең туҡһан төрлө булыуына инандым, иҫ киткес бит!.. Бәлки кемдәрҙәлер бынан да күберәктер, әммә ләкин яҡын тирәлә осратҡаным булманы. Быйылғы матур йәйҙә сәскәлектәрен, ихаталарын йәмләндереп атайым һәм әсәйем үҙ ҡулдары менән фонтан эшләп ултырттылар. Ҡәҙерлеләребеҙҙең донъяһы тағы ла йәнләнеп, матурайып киткәндәй булды. Шулай уҡ, әсәйем бүлмә гөлдәренең дә төрлөләрен үҫтерә, уларҙы тейешенсә ҡарай, матурҡайҙар йортобоҙҙо биҙәй, шау сәскәгә күмелеп ултыра.
Ә шулай ҙа, уның ҡулдары алған һөнәренә тоғро ҡалалар. Сөнки тегеү менән булышыу бөгөнгө көндә лә әсәйемдең иң-иң яратҡан эше булып һанала. – Был шөғөл менән булышҡанда мин ял итәм, – ти ул гел генә.
Ул теккән әйберҙәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн үҙенсәлекле итеп башҡорт милли кейемдәре әҙерләй ул, биҙәүестәрен дә эшләп ҡыуандыра. Ә бына төрлө туҡымаларҙан торған ҡораманан тегелгән түшәктәре сағыу ҙа, матур ҙа булыуы менән айырылып тора. Һәр бер ҡул эшенә күңел наҙын, йылыһын һалып башҡара ҡәҙерлебеҙ. Уны яратабыҙ, уның менән ғорурланабыҙ!
Әсәнән күргән – тун бескән тигәндәй, мин дә унан күп эшкә өйрәндем. Ул һәр саҡ: «Эшләгәнең кеше өсөн, өйрәнгәнең үҙең өсөн», – тип ҡабатлай. Үҙем әсәй булғас ҡына аңланым, уның өйрәткән эштәре, әйткән һүҙҙәре, биргән кәңәштәре барыһы ла тормош көткәндә ҙур ярҙам ғына булып тора. Әсәй, барыһы өсөн дә мең-мең рәхмәт һиңә!
Форсаттан файҙаланып, әсәйемде 26 ноябрь көнө билдәләнәсәк Әсәйҙәр байрамы менән һәм быйыл атай менән бергә тормош көтөүҙәренә 35 йыл тулыу айҡанлы уларҙы ҡотлап үткем килә. Ҡәҙерлеләрем! Беҙҙең терәгебеҙ, таянысыбыҙ булып тағы ла күп йылдар иҫәнлектә-һаулыҡта ғүмер кисереүегеҙҙе теләйем!
Айһылыу ТҮЛӘБАЕВА.
Йылайыр ауылы.