Ауыл уттары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
1 Июнь , 07:50

Бөгөн — Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

Байрам менән, беҙҙең кескәй дуҫтарыбыҙ! Байрам менән, хөрмәтле ата-әсәләр!

Бөгөн — Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө
Бөгөн — Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

1 июнь - халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө! Йәйҙең беренсе көнө йылы ҡояш менән ҡыуандырһа, ул икеләтә байрамға әйләнә, сөнки ошо көндә күп илдәрҙә Халыҡ-ара балалар көнө билдәләнә. Был байрам Рәсәйҙә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө тип атала.

Халыҡ-ара балалар көнө – боронғо байрамдарҙың береһе һанала. Уны үткәреү тураһындағы ҡарар 1925 йылда Женева ҡалаһында балалар именлеге мәсьәләләренә арналған Бөтә донъя конференцияһында ҡабул ителгән. Балалар һаулығын һәм именлеген яҡлау проблемалары бик актуаль булған ваҡытта, Икенсе донъя һуғышынан һуң, Парижда 1949 йылда ҡатын-ҡыҙҙар конгресы үтә, унда ҡатнашыусылар балаларҙың берҙән-бер бәхет гарантияһы донъяла тыныслыҡ булдырыу тураһында ант бирә. Унан һуң бер йыл үткәс, йәғни 1950 йылдың 1 июнендә беренсе тапҡыр Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө үткәрелә һәм ул йыл да ойошторола башлай.

Һәр ғаиләгә уңыш һәм бәхет, иман һәм шатлыҡ ҡына юлдаш булһын, балаларҙың шат тауышы тынмаһын.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: