Ауыл уттары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
2 Октябрь , 19:53

Уҡытыусы һөнәре - мәңгелек

Район мәҙәниәт йортонда педагогия өлкәһендә эшләүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотлау сараһы үтте.

Уҡытыусы һөнәре - мәңгелек
Уҡытыусы һөнәре - мәңгелек

Уҡытыусы һөнәре – ауыр, яуаплы, иң изге һәм мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе тип һанала. Халыҡ араһында яғымлы, изге күңелле, балалар менән уртаҡ тел таба белгәндәр генә ошо һөнәрҙе һайлайҙыр, тигән фекер йөрөтөлә. Ысынлап та, кешелектең барлыҡ яҡшы сифаттары, уҡытыусы күңелендә урын алғандыр. Уҡытыусы — донъяла иң ғәҙел, иң күркәм, иң гүзәл һәм иң сабыр зат. Был һүҙҙә күпме мәғәнә, күпме аң, күпме балаларға булған мөхәббәт хистәре тупланған. Тормошто алға этәреүсе, донъяға матурлыҡ өҫтәүсе, аҡыл менән бәләкәй генә сабыйҙарҙан шәхес үҫтереүсе, тәрбиәләүсе, шул уҡ ваҡытта тормоштоң беренсе һалҡын бурандарынан, көҙҙөң әсе елдәренән һаҡлаусы һәм оло тормошҡа юл күрһәтеүсе бөйөк кеше ул. Йылайыр районы мәҙәниәт йортонда үткән бөгөнгө матур сарала балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар коллективтары араһынан бер төркөм һөнәрмәндәр һәм педагогия хеҙмәте ветерандары бүләкләнде.

Айгөл Иҫәнгилдина фотоһы.

 

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: