+21 °С
Болотло
Район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов тамаша ҡылырға килгән балаларҙы һәм уларҙың ата –әсәләрен яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлап, һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар һәм алдағы йылда көтөлмәгән күңелле мәлдәрҙең күп булыуын теләне.
Кескәй дуҫтарыбыҙ мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән байрам тамашаһын ҡараны, ҡупшыҡай шыршыны уратып әйлән-бәйлән өйрөлдө. Һәр кем Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға үҙ һөнәрен күрһәтергә ашыҡты - кемдер шиғыр һөйләне, кемдер йыр йырлап ишеттерҙе. Барыһы ла байрамдан ҡәнәғәт ҡалып, тәмле күстәнәстәр менән таралышты.