Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
11 Март , 15:05

Донъя йәме, терәге һин - гүзәл зат!

Уҙған аҙнала район мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә  Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы сара булып үтте. Байрамға район, ауыл биләмәләренән үҙ һөнәрендә уңышҡа өлгәшкән, әүҙем тормош алып барған ҡатын-ҡыҙҙар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындары, әсәләре һәм күп балалы әсәйҙәр саҡырылғайны.

Донъя йәме, терәге һин - гүзәл зат!
Донъя йәме, терәге һин - гүзәл зат!

Тантаналы сараны асып район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов залда ултырыусы гүзәл заттарҙы яҙҙың тәүге байрамы 8 март менән ҡотлап иң изге теләктәрен еткерҙе.

- Һәр ир-егеттең  йәшәү мәғәнәһе - һөйгәнен бәхетле итеү һәм бының өсөн барыһын да эшләүҙәлер. Һеҙ беҙҙән күпкә бөхтә һәм  күпкә яуаплыраҡ, ә көндәлек хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ! Һау-сәләмәт, бәхетле, матур булығыҙ, байрам менән!- тине Борис Мелкоедов үҙенең ҡотлау сәләмендә һәм район тормошонда, йәмәғәт эштәрендә ҙур әүҙемлек күрһәткән, фиҙәҡәр хеҙмәттәре өсөн  бер төркөм дан ҡатын –ҡыҙҙарға һәм ир-егеттәргә лайыҡлы баһалар тапшырып үтте. 

Шулай уҡ был көндө гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға  ҡотлау һүҙҙәрен Йылайыр районы муниципаль  Советы секретары Айҙар Мөхәмәҙулла улы Хәзиев менән район Советы председателе Геннадий Васильевич Туленков та еткерҙе, һаулыҡ, именлек теләне.

Тантаналы сара мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең  һәм балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле концерт менән үрелеп барҙы. Йыр –моңға бай тамаша залда ултырыусы гүзәл заттарыбыҙға яҡшы байрам кәйефе бүләк итте, һәр сығыш көслө алҡыштарға күмелде. Байрам барышында донъя тотҡаһы булған, уны үҙенең булмышы менән йәмләүсе, хәстәрләүсе, матурлығы менән һоҡландырыусы ҡатын-ҡыҙҙарға сәхнәнән рәхмәт һәм ҡотлау һүҙҙәре, матур теләктәр яңғыраны

Донъя йәме, терәге һин - гүзәл зат!
Донъя йәме, терәге һин - гүзәл зат!
Донъя йәме, терәге һин - гүзәл зат!
Донъя йәме, терәге һин - гүзәл зат!
Донъя йәме, терәге һин - гүзәл зат!
Донъя йәме, терәге һин - гүзәл зат!
Автор:Розалия Такалова
Читайте нас: