Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Байрамдар
6 Май 2025, 11:13

Халыҡ менән эшләү – мөһим бурыс

30 апрель көнө район хакимиәтенең ултырыштар залында район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр ассоциацияһы» исеменән ауыл биләмәләренең бер төркөм эштәр идарасыларына Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Йылы осрашыу Урындағы үҙидара көнө уңайынан ойошторолдо.

Халыҡ менән эшләү – мөһим бурысХалыҡ менән эшләү – мөһим бурыс
Халыҡ менән эшләү – мөһим бурыс

Ауыл биләмәһе хакимиәтенең эшмәкәрлегендә эштәр идарасыһының хеҙмәте ҙур әһәмиәткә эйә. Сөнки ул ауыл биләмәһе Советының һәм хакимиәтенең эшен ойоштороу буйынса яуаплы. Документ проекттарын әҙерләү, биләмәләге ултырыштарҙы үткәреүгә әҙерлекте тәьмин итеү, депутаттар менән эшләү, төрлө сараларҙы ойоштороу эшен алып барыу, статистика отчеттарын әҙерләү, бер һүҙ менән генә әйткәндә, әллә күпме эшкә яуаплы хеҙмәткәр ул. Бына ошо бурыстарҙы атҡарып, үҙҙәренең эшенә яуаплы ҡараған, тоғро һәм намыҫлы хеҙмәттәре өсөн районыбыҙҙың ауыл биләмәләрендә юғары эш алып барған хеҙмәткәрҙәрҙе үтеп киткән һөнәри байрамдары менән тәбрикләп тантаналы сара үтте.

Ауыл биләмәһе мәнфәғәте өсөн көн дә тырышып, күңел һалып хеҙмәт иткәнегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе ҡабул итеп алығыҙ. Һеҙҙең яуаплы эшмәкәрлегегеҙҙә яңы ҡаҙаныштар теләп ҡалабыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ ҡеүәт, еңел булмаған һәм яуаплы эшегеҙҙә һөнәри уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Айсылу Тулябаева
Читайте нас