11 йыл элек ҡыйыуһыҙ ғына мәктәп ишеген асып, беренсе класҡа уҡырға килгән балалар бөгөн белем үрҙәрен үрләп, ҡанаттарын нығытҡан ҡош балаларылай зәңгәр киңлеккә ынтыла, оло тормош юлына аяҡ баҫа.
24 майҙа райондың барлыҡ мәктәптәрендә лә сығарылыш класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау тантанаһы үтте. Районыбыҙ мәктәптәрен быйыл 11-се класты - 72, 9-сыны 162 уҡыусы тамамлай.
Райондың Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназия-интернаты ла бөгөн үҙ ҡошсоҡтарын оло юлға сығарҙы.