Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ошо көндәрҙә Матрай төп дөйөм белем биреү мәктәбе үҙенең бер быуатлыҡ оло юбилейын билдәләне. Бай тарихлы белем усағы тупһаһы аша бер быуат дауамында меңәрләгән ҡыҙ һәм малай атлап үтеп, белем серҙәренә төшөнгән, ҡанат нығытып, ошонан ҙур тормошҡа юл алған. Хәҙерге көндә Матрай мәктәбенең сығарылыш уҡыусылары илебеҙҙең әллә күпме тарафтарында йәшәй, урта махсус һәм юғары белемгә эйә булып, төрлө тармаҡтарҙа хеҙмәт итә.
Белем усағының бер быуатлыҡ юбилейы уңайынан ойошторолған был сараға Матрайҙар тейешле юғары кимәлдә әҙерләнгәйне. Мәктәп бинаһының тыш һәм эс яҡтан, шулай уҡ ҡоймаларҙың буяуҙары яңыртылды, тематик банерҙар, шарҙар эленде, мәктәп коридорҙарында уның тарихын, ҡаҙаныштарын һүрәтләгән стендтар, эстәлекле күргәҙмәләр, мөйөштәр һәм фотокүргәҙмәләр ойошторолдо.
Матур байрам сараһы үтәсәк был иртәлә мәктәп ихатаһында бығаса булмаған йәнлелек хөкөм һөрҙө: ҡасандыр ошо мәктәптә уҡытҡан педагогик хеҙмәт ветерандары, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары һәм мәртәбәле ҡунаҡтар килде, нисәмә йылдар дауамында күрешмәгән һабаҡташтар күрешеп, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне, ҡасандыр үҙҙәренә белем биргән уҡытыусылары менән осрашып, хәтирәләр яңыртты, белем усағы буйлап ойошторолған экскурсияла йөрөнө.
Байрам сараһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған геройҙар обелискына сәскәләр һалыу менән башланып китте. Артабан сарала ҡатнашыусылар ауыл хужалығы эшмәкәре, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Октябрь Революцияһы ордендары кавалеры, Түңгәүер ырыуының данлыҡлы шәхесе Әнүәр Ярмулла улы Ҡаҙаҡбаев иҫтәлегенә бюст асыу тантанаһына йыйылды. Унда район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов, Әнүәр Ярмулла улының балалары, килгән ҡунаҡтар һәм ауыл халҡы ҡатнашты. Сараны асып алып барыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Ҡаҙаҡбаева Әнүәр Ярмулла улының тормош юлына байҡау яһағандан һуң һүҙ район хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедовҡа бирелде.
Әнүәр Ҡаҙаҡбаевтың улы Илдар Ҡаҙаҡбаев менән ҡыҙы Айгөл Атанова ла йыйылыусылар алдында һүҙ тотоп аталары тураһында яҡты иҫтәлектәре менән бүлеште һәм бюст асыуҙа булышлыҡ иткән һәр кемгә оло рәхмәттәрен еткерҙе.
– Бөгөнгө тантана атайыбыҙҙы хөрмәт итеү, исемен мәңгеләштереү, уның ҡаҙаныштары менән киләсәк быуынды таныштырыу йәһәтенән башҡарылған ҙур эш булып тора, – тип билдәләне Айгөл Әнүәр ҡыҙы Атанова.
Заманында Әнүәр Ҡаҙаҡбаев менән бергә эшләгән коллегалары Фәтих Аллабирҙин менән Басир Мәҡсүтов та Әнүәр Ярмулла улының “Башҡорт” совхозын үҫтереүҙә күп көс һалған талантлы шәхес, талапсан етәксе һәм яҡшы кеше булыуы хаҡында һөйләп үтте. Бюсты тантаналы асыу хоҡуғы район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов менән Әнүәр Ҡаҙаҡбаевтың улы Илдар Ҡаҙаҡбаевҡа бирелде. Аҡ япма алынып бюст асылғандан һуң тантанала ҡатнашыусылар яңы һәйкәл янына сәскәләр һалды һәм иҫтәлеккә фотоға төштө.
Сараның рәсми өлөшө – белем усағының 100 йыллыҡ юбилей сараһына бағышланған тантаналы линейка мәктәп алдында урынлашҡан майҙансыҡта үтте. Рәсәй һәм Башҡортостан Гимндары аҫтында район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов менән Матрай мәктәбен тамамлаусы иң оло уҡыусы Әминә Лоҡманова тарафынан Дәүләт флагы күтәрелгәс, ҡотлау өсөн тәүге һүҙ Борис Николаевчҡа бирелде.
Артабан кешене шәхес, шәхесте бөйөк иткән белем йортон һағынып ҡайтҡан уҡыусылар мәктәп вальсында өйрөлдө, ашнаҡсылар әҙерләгән тәмле төшкө аш менән һыйланды һәм бай йөкмәткеле байрам концерты ҡараны. Сара киске сәғәттәрҙә күңелле дискотека менән тамамланды.